Тайванда ислам дине
Тайванда Ислам дине аҙ һанлы төркөмдәрҙең береһе булып тора һәм халыҡтың яҡынса 0,3 процентын тәшкил итә. 2007 йыл иҫәбе буйынса Тайван халҡының яҡынса 45 меңе ислам динендә , ә 88,5 меңе Тайванда эшләгән индонезия мосолмандары[1][2]. Тайванда алты мәсет бар, уларҙың иң билдәлеһе Тайбэй йәмиғ мәсете. Хәҙерге ваҡытта мосолмандарға кейәүгә сығып, яңы дингә күскән ҡатын-ҡыҙҙар,Тайван мосолмандарының күпселеген тәшкил итә.
Миграцияның беренсе тулҡыны
Ислам дине Тайванда тәүге тапҡыр XVII быуатта теркәлә.Тәү башлап илгә Фуцзян көньяҡ ҡытай провинцияһынан мосолман ғаиләләре килеп урынлаша.Улар 1661 йылда, утрауға, голландия колонистарына ҡаршы көрәшкән Чжэн Чэнгун менән бергә күсеп килә.Күсенеүселәрҙең тоҡомдары урындағы халыҡ менән ассимиляциялана. Тайванда дини үҙенсәлектәрен юғалтҡан,әммә ҡайһы бер йолаларын һаҡлап ҡалған хуэй нәҫелдәре лә бар. Ҡытай мосолмандар ассоциацияһы был кешеләрҙе лә мосолман тип иҫәпләй[3].
Миграцияның икенсе тулҡыны
XX быуатта Ҡытайҙа граждандар һуғышы башланғас,Тайванда мосолман миграцияһының икенсе тулҡыны була.1949 йылда 20 меңгә яҡын мосолман ғаиләһе коммунистарҙан ҡасып, Тайванға күсенә.Уларҙың күбеһе һалдаттар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре.1980-се йылдарҙа Мьянманан Тайвандҡа күскән мосолмандар ағымы күҙәтелә .
Ҡануниәт
Тайван ҡануниәте буйынса эш биреүселәргә,әгәр улар мосолман эшселәрен сусҡа ите ашарға мәжбүр итһә,штраф һалына[4]..
Тайвандың билдәле мосолмандары
- Бай Чунси - ҡытай генералы.
- Чан Дуншен (1908-1986) - Ҡытай хәрби сәнғәте оҫтаһы.
- Бай Сяньюн (инг.)баш. - яҙыусы.
- Лю Вэньсюн (инг.)баш. - сәйәсмән.
- Ма Буцин (инг.)баш. (1901-1977) -ялан командиры.
- Ма Чэнсян (инг.)баш. (1914-1991)- милли революция армия генералы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ China (includes Taiwan only). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 16 февраль 2008 года.
- ↑ アーカイブされたコピー. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2006. Архивировано 13 ғинуар 2007 года. 2007 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Peter G. Gowing. Islam in Taiwan (July/August 1970).
- ↑ На Тайване рабочих-мусульманок заставляли есть свинину(недоступная ссылка) Ислам для всех. 30.08.2010
Һылтанмалар
- Кальчева А. Тайваньда Ислам mytaiwan.ru
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |