Тал ҡурҙайы
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Үлән араларында, тал ботаҡтарында пырхылдап •осоп йөрөүсе бәләкәй генә теремек ҡош. Дөйөм төҫө кө¬рәнһыу ерән, һырт яғы ҡарараҡ, кәүҙәһенең аҫ яғы сағыуыраҡ. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ныҡ сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».
Йәшәү рәүеше
Аҡ сәпсеккә йәки ауыл ҡарлуға¬сына оҡшатып, сырылдап һайрай. Баҫыу ситтәрендәге бейек үлән араларында, һыу буйындағы ҡамышлыҡтарҙа, таллыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төр¬лө бөжәктәр менән туҡлана. Ояһын үлән һабаҡтарына беркетеп эшләй. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк алһыу аҡ, аҡ, һорғолт аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9