Сәйфуллин Таһир Сергей улы

Таһир Сергеевич Сәйфуллин (рус. Тагир Сергеевич Сайфуллин; 1932 йылдың 6 майы, Фролово[d]2007 йылдың 25 июле, Өфө) — совет һәм Рәсәй хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы

1932 йылдың 6 майында Волгоград өлкәһенең Фролов утарында (хәҙерге Волгоград өлкәһенең Фролово ҡалаһы) тыуған[1]. Атаһы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғыштан һуң Таһирҙың ата-әсәһе урындағы балалар йортонда эшләй, шунда малай тынлы оркестрҙа шөғөлләнә, торбала һәм скрипкала уйнарға өйрәнә. 1949 йылда Әстерхан музыка училищеһына уҡырға инә, училищены тамамлағас армияла хеҙмәт итә[1].

1963 йылда Л. В. Собинов исемендәге Һарытау консерваторияһын тамамлай (уҡытыусыһы Е. Сидорова).

1962—1969 йылдарҙа Һарытауҙа Профсоюздар мәҙәниәт һарайының Академия хор капеллаһы етәксеһе булып эшләй.

1969 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, музыкаль-педагогия училищеһын тамамлаусыларҙан һәм үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларҙан хор капеллаһы төҙөү өсөн Өфөгә саҡырыла. Шул ваҡытта филармонияның баш бухгалтеры булып эшләгән Г. И. Сапожникова белгестең килеүен ошолай хәтерләй[2]:

« Ул көн минең бик яҡшы иҫемдә: филармонияға машина килеп туҡтаны һәм унан Сәлих Дәүләт улы төштө, ә уның артынан... Беҙ тәҙрәгә ҡапландыҡ! Уның артынан ҡупшы сәсле, оҙон пальто кейгән матур, импозант ир-егет килә. Беҙ уның яңы хормейстерыбыҙ Таһир Сәйфуллин икәнен белә инек. Ул шунда уҡ, ең һыҙғанып, хор капеллаһын булдырыу буйынса әүҙем эшкә тотондо. Уның беҙҙең өмөттәрҙе аҡлағанына бик бәхетле инек. Тиҙҙән капелла сәхнәгә сыҡты. »

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хор капеллаһына 1969—1982 һәм 1989—1996 йылдарҙа етәкселек итә. Тәүге концерт 1970 йылдың 12 апрелендә үтә. 1996 йылда Башҡорт хор капеллаһына «Академия» исеме бирелә[3].

1999—2007 йылдарҙа — Хор капеллаһының дирижёр-консультанты.

1982 йылдан 1986 йылға тиклем — Өфө сәнғәт институтының хор дирижёрлығы кафедраһы доценты, 1986—1989 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

Ижады

Таһир Сәйфуллин етәкселегендәге Хор капеллаһы Моцарт, Верди, Форе реквиемдарын, С. И. Танеевтың «Иоанн Дамаскин», С. В. Рахманиновтың «Ҡыңғырауҙар» әҫәрҙәрен, заман композиторҙарының хорҙарын башҡара. Г. Свиридовтың «Патетик оратория»һын, Б. Кравченконың «Революция одаларын», башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеүҙәрен, шулай уҡ башҡорт композиторҙары: Данил Хәсәншин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм Рәүеф Мортазин әҫәрҙәрен башҡара[1].

2000 йылда баҫылып сыҡҡан яҙмаларында ул былай тип яҙған[1]:

« Мине хәҙер борсоған берҙән-бер нәмә — киләсәктә капелланың йөҙөн һаҡлап ҡалып булырмы? Беҙ бит Татарстан йәки Сыуашстан түгел, ә Башҡортостан капеллаһы. Һәм мин бөгөнгө көндә капелланың үҙ тембры, үҙ теле бар, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Был — башҡорт капеллаһы. Башҡорт. Ул Моцартты, классиканы йырлай... барыһын да йырлай. Әммә ул Свешников хорына ла, Минин хорына ла оҡшамаған. Беҙ нимә генә башҡарһаҡ та — классикамы ул, әллә заманса әҫәрҙәрме — беҙҙең үҙ телебеҙ, үҙ тембрыбыҙ бар. Әгәр беҙ башҡорт йырҙарының эшкәртеүҙәрен йырлайбыҙ икән, башҡорт йырына хас булған мелизмдарҙан, биҙәктәрҙән тайпылмайбыҙ. Әгәр классиканы йырлаһаҡ, был академик башҡарыу буласаҡ, әммә беҙгә генә хас манерала. Мин беҙҙең үҙ почергыбыҙҙы, үҙ тауышыбыҙҙы, үҙ йөҙөбөҙҙө, тап башҡорт хор капеллаһының йөҙөн булдыра алыуыбыҙ менән бәхетлемен. Ғүмер үтте. Ләкин мин уны капеллаға бағышлауыма бер ҙә үкенмәйем. Мине һәр ерҙә беләләр. Бөтә Рәсәй буйынса уҡыусыларым бик күп. Ә иң мөһиме — мин үҙемде тулыһынса тормошҡа ашырҙым, аңлайһығыҙмы?! Һәм бының менән мин бәхетле!... »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградаларыбүләктәре

Хәтер

  • 2012 йылдың апрелендә Өфөлә Т. С. Сәйфуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған хор музыкаһы фестивале үтә[1].
  • 2017 йылдың 12 апрелендә, маэстроның тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһына Таһир Сәйфуллин исеме бирелә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Он всю жизнь посвятил развитию хорового искусства республики (К 80-летию со дня рождения Тагира Сайфуллина). 19 апрель 2026 тикшерелгән.
  2. О. Иванова. «Листая прошлого страницы…». Конец 60х-70е… https://bashgf.ru/. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова (5 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
  3. 1 2 Тагир Сайфуллин. Башкирская государственная филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.