Тебет
Тебет, тебек (кулик-перевозчик) — һаралйындар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Яр буйҙарында йерей. Тауышланып, түбәндән генә бер ярҙан икенсе ярға осоп сыға. Осҡанда ҡанаттары һәм ҡойроҡ ситтәрендә аҡ һыҙыҡтар күренә, йөрөгәндә, өҙлөкһөҙ ҡойроғон бәүелтә, һырты көрәнһыу һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ, түшенең ике яғында һоро таптар бар. Ҡойроғоноң өҫтө арҡыры һыҙыҡлы. Ҡара сәпсәүҙән һырты һоро булыуы менән айырыла.
Тауышы
Яңғырауыҡлы итеп, өҙөп-өҙөп һыҙғыра: «тиби-тили-тили-тйтит».
Йәшәү рәүеше
Йылға һәм ваҡ күл буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә, үләң араһында оялай. Ҡара-көрән таптар менән сыбарланған 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Һылтанмалар
- Фото-, видео- и аудиоматериалы 2010 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған. на портале Internet Bird Collection
- [http://www.iucnredlist.org/apps/redlist/details/144008/0(недоступная ссылка) Перевозчик на сайте МСОП