Тилебәрән

Тилебәрән (лат. Hyoscýamus) — эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһе (Solanaceae)нә ҡараған үләнле үҫемлектәр заты.

Атамаһы

Латин ботаника атамаһы hyoskyamos үҫемлегенең грек атамаһын латинлаштырыуҙан: hys, hyos — сусҡа һәм kyamos — борсаҡ, ҡуҙаҡлы — «сусҡа ҡуҙаҡтары» килеп сыҡҡан. Ҡайһы бер авторҙар аңлатмаһына ярашлы, ҡуҙаҡҡа бик аҙ оҡшаған үҫемлек шулай тип атала, сөнки сусҡа уны ашаһа, көсһөҙгә әйләнә, спазм, тартышыуҙан (конвульсия) интегә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, «сусҡа» һүҙе бында кәмһетеүле мәғәнәгә генә эйә[2]. Тилебәрәндең Диоскоридтағы атамаһы[3].

Башҡа атамалары: блекота, бешеная трава, бешенница, зубник, короста[4].

Таралыуы һәм экологияһы

Төрҙөң күпселеге Канар утрауҙарынан Һиндостанға тиклем (башлыса Алғы Азия илдәрендә), ике рудераль-ҡый үләне төрө бөтә Европа һәм Көньяҡ Себер аша Японияға тиклем таралған.

Рудерал. Юл ситтәрендә, бушлыҡтарҙа, ихаталарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында үҫә, йәғни кеше йәшәгән урындар янында осрай. Ҡыуаҡлыҡтар барлыҡҡа килтермәй, таралып йә бәләкәй төркөмдәр булып үҫә.

Ботаник тасуирламаһы

Тилебәрән һабағы йыуан, күп төктәрҙән тора, бейеклеге 150 см тиклем.

Япраҡтары оҙонса, ҡауырһын-ҡанатлы йәки айырым, һирәгерәк бөтөн, йышыраҡ ҡара-йәшел төҫтә.

Сәскәһе эре, шәмәхә төҫтәге һыҙатлы бысраҡ һары төҫтә. Ҡаҙанлығы ҡыңғырау формаһында, емештәре ҙурая, ҡатылана, ҡырҡа күренеп торған һыҙаттары бар. Тажы воронка йәки көпшә-воронка формаһында, биш ҡанатлы, йәйелгән бөгөллө, алғы өлөшөндә тәрән киҫелешле. Сәскә атҡанда үҫемлектән насар еҫ сыға. Хатта еҫ һиҙеү һәләте күпкә һиҙгер булған хайуандар ҙа тилебәрәнде урап үтә.

Емеше шар формаһындағы ҡапҡаслы ҡумтаға йәки кувшинға оҡшаған. Тышҡы ҡиәфәте буйынса орлоҡтары ваҡ, ҡара көрән төҫтәге мәк орлоҡтарын хәтерләтә, йәй аҙағында күренә.

Хужалыҡ әһәмиәте һәм ҡулланылыуы

Тилебәрән — үтә ағыулы үҫемлек, үҫемлектең бөтә өлөштәре лә, бигерәк тә орлоҡтары ағыулы. Сәскәләре яҙ аҙағында ағыулыға әйләнә. Тилебәрән орлоҡтарын ашарға яраҡлы орлоҡтар менән бутаған балалар — иң ныҡ зыян күреүселәр.

Тилебәрән составында алкалоидтар: гиосциамин, атропин, скополамин бар. Аң боҙолоуы менән делирий, тән температураһы эҫеләнеүе, тиҙләтелгән йөрәк тибеше, ауыҙҙың ҡороуы, күреү һәләте боҙолоуы һ.б. кеүек ағыуланыу симптомдары 15-20 минуттан һуң барлыҡҡа килә.

Тилебәрәнде элек рус халыҡ медицинаһында теш ауыртыуын дауалау өсөн ҡулланғандар. Был хаҡта, мәҫәлән, Попов Гавриил Иванович 1903 йылда «Русская народная медицина» китабында яҙа.

Мысыр тилебәрәне (Hyoscyamus muticus) атропин алыу сығанағы булараҡ үҫтерелә.

04-12 Silifke 11 Hyoscyamus aureus 1.jpg
Hyoscyamus niger seeds.jpg
Һулдан уңға: Hyoscyamus aureus сәскәһе. Ҡара тилебәрән орлоғо.

Классификацияһы

Таксономияһы

Тилебәрән заты Эт ҡарағаты һымаҡтар (Solanoideae) ғаиләһенең Тилебәрән (Hyoscyameae) ярым ғаиләһе трибының Эт ҡарағаты сәскәлеләр (Solanales) отрядына ҡарай. Ҡалып:Таблица1222221

Төрҙәре

Зат составына 20-гә тиклем төр инә[3], шуларҙың ҡайһы берҙәре:[5][6]

  • Hyoscyamus albus — Аҡ тилебәрән
  • Hyoscyamus aureus — Алтын тилебәрән
  • Hyoscyamus bohemicus — Чех тилебәрәне
  • Hyoscyamus camerarii — Камерар тилебәрәне
  • Hyoscyamus desertorum — Täckh.
  • Hyoscyamus flaccidus — C.Wright
  • Hyoscyamus insanus — Stocks
  • Hyoscyamus kopetdaghi — Копетдаг тилебәрәне
  • Hyoscyamus muticus — Мысыр тилебәрәне
  • Hyoscyamus boveanus — Asch. & Schweinf.
  • Hyoscyamus niger[1]Ҡара тилебәрән
  • Hyoscyamus pusillus — Бәләкәй тилебәрән
  • Hyoscyamus reticulatus — Селтәрле тилебәрән
  • Hyoscyamus squarrosus — Griff.
  • Hyoscyamus turcomanicus — Төркмән тилебәрәне

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Сведения о роде Hyoscyamus в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT)(инг.)
  2. Каден Н. Н., Терентьева Н. Н. Этимологический словарь научных названий сосудистых растений, дикорастущих и разводимых в СССР. Вып. 1, А. — М.: Изд-во МГУ, 1979. — С. 81.
  3. 1 2 По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
  4. Белена // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Сведения о составе рода Hyoscyamus 2017 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған. по данным сайта The Plant List и книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
  6. Русские названия приведены по данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Белена на сайте USDA NRCS (инг.)  (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2009)

Тема буйынса өҫтәмә