Тимерҡаҙыҡ (йондоҙлоҡ)
Поля́р йондоҙ — Тимерҡаҙыҡ (йондоҙлоҡ) (α UMi) — Бәләкәй Етегән йондоҙлоғондағы иң яҡты йондоҙо (күренгән йондоҙ дәүмәле — +2,0 m)[1]. Донъяның Төньяҡ полюсы янында урынлашҡан. Был F7Ib спектраль классификацияһының һары супергигант. Ерҙән алыҫлығы — 447 ± 1,6 яҡтылыҡ йылы (137,14Ҡалып:+- парсека)[2][3].
Тасуирламаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Поляриссима
Әлеге ваҡытта Поляр йондоҙ донъяның Төньяҡ полюсынан 1° кәмерәк алыҫлыҡта урынлашҡан һәм шуға күрә йондоҙло күк йөҙөнөң тәүлек әйләнеше ваҡытында хәрәкәтһеҙ тиерлек[1]. Ул йүнәлештәрҙе билдәләүҙә өсөн бик уңайлы: уға йүнәлеш төньяҡ йүнәлеше менән тап килә, ә горизонт өҫтөнән бейеклек күҙәтеү урынының географик киңлегенә тигеҙ. Ер күсәре прецессияһы арҡаһында донъяның Төньяҡ полюсының урыны үҙгәрә; Тимерҡаҙыҡ йондоҙ уға 2102 йылдың 7 мартынан 13 июненә тиклем 0°27′34,1″ алыҫлыҡҡа яҡынлаша, йәғни ауышлыҡ 89°32′25,9″ тәшкил итә, шунан һуң уның полюстан алыҫайыуы башлана: 2260 йылдың уртаһына унан полюсҡа тиклем ара 1°—тан ашып китәсәк. Көньяҡ ярымшарҙа сағыу Поляр йондоҙ юҡ[5][6].
Тимерҡаҙыҡ, периоды 3,97 көн менән, Цефей дельтаһы тибындағы иң сағыу һәм Ергә иң яҡын нурҙары үҙгәрешле һулҡылдап һибелгән (пульсирующий) үҙгәреүсән йондоҙ булып тора. Әммә Поляр йондоҙ — бик стандарт булмаған цефеида: уның үҙгәреүсән ағымы (пульсация) тиҫтәләгән йылдар дауамында һүнә: 1900 йылда сағыулыҡ үҙгәреше 8 % тәшкил итһә, ә 2005 йылда — яҡынса 2 % була. Птолемей замандары менән сағыштырғанда ул 2,5 тапҡырға сағыуыраҡ, тип иҫәпләнә[1].
Өсләтә йондоҙ системаһы
Тимерҡаҙыҡ йондоҙ ысынында өсләтә йондоҙ системаһынан ғибәрәт[7].
Системаның үҙәгендә беҙҙең Ҡояштан яҡтылығы буйынса 2000 тапҡырға һәм массаһы буйынса 6,46,7 тапҡырға ҙурыраҡ Поляр А (α UMi A) супергигант урынлашҡан. Уның радиусы 47-50 Ҡояш радиусына тигеҙ, йәше — 55-65 млн йыл[3].
Ҡояш массаһының 1,39 массаһы булған поляр B (α UMi B)[8] Поляр А-нан (2400 а. е.) ярайһы уҡ алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға күрә уны Ер өҫтөнән дә телескоптан күреү ауыр түгел.
1929 йылда Тимерҡаҙыҡ йондоҙоноң спектрын өйрәнгәндә уның яҡын урынлашҡан икеләтә йондоҙ булыуы асыҡлана, был 1924 йылда алдан күҙалланған була[9]. Поляр A-ның компаньоны 18,5 а. е. алыҫлығында урынлашҡан. Поляр P (α UMi P йәки α UMi a, йәки α UMi Ab) Ҡояш массаһының 1,26 массаһына эйә һәм супергигантҡа шул тиклем яҡын урынлашҡан, уны, ҡорамалдарҙы үҙгәртеп ҡорғандан һуң, тик «Хаббл» телескобы ғына фотоға төшөрә алған. Поляр P-ның α UMi A тирәләй яҡынса әйләнеү осоро яҡынса 30 йыл тәшкил итә[10].
Поляр B яҡынса 100 000 йыл эсендә α UMi A/P икеләтә системаһы тирәләй әйләнә. Тағы ла, α UMi C һәм α UMi D тигән билдәләмәле ике алыҫ компонент ярайһы уҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Әммә улар күпкә боронғораҡ йондоҙҙар, һәм физик яҡтан Поляр йондоҙға бәйле түгел[11].
Бәлки, Тимерҡаҙыҡ һәм уны уратып алған йондоҙҙар, ихтимал, аҙ ғына таралған тупланманың ҡалдығылыр. Hipparcos һәм 2MASS мәғлүмәттәре буйынса, Тимерҡаҙыҡ йондоҙоноң күршеләренең нур тиҙлеге тап килә тиерлек, Ә уларҙың Ергә тиклемге уртаса алыҫлығы 100 парсекҡа яҡын. Тупланма өсөн төҙөлгән «төҫ — йондоҙ дәүмәле» диаграммаһына ярашлы, уның ағзаларының (шул иҫәптән Тимерҡаҙыҡтың) йәше 80 млн йыл тирәһе[12].
1990 йылда европаның Hipparcos йыһан телескобы Тимерҡаҙыҡ йондоҙона тиклем алыҫлыҡты 434 яҡтылыҡ йылы тип баһалай[13][14]. В 2006 году появилась оценка в 330 св. лет (Turner), а в 2008 году — в 359 св. лет (Usenko, Klochkova)[15]. 2006 йылда 330 яҡтылыҡ йылы (Turner), ә 2008 йылда 359 яҡтылыҡ йылы (Usenko, Klochkova) баһаһы барлыҡҡа килә[16]. 2012 йылда Канаданың Изге Мария (Галифакс) университетының Дэвид Тёрнер (David Turner) етәкселегендәге астрономдар төркөмө тарафынан башҡарылған юғары айырыусанлыҡлы үлсәүҙәр, алты метрлыҡ Рәсәй БТА телескобы мәғлүмәттәрен файҙаланып, Тимерҡаҙыҡҡа тиклем алыҫлыҡты 99 парсек (323 яҡтылыҡ йылы) тип баһалай[17]. 2018 йылда Gaia йыһан телескобы алған мәғлүмәттәр буйынса, уға тиклем алыҫлыҡ 447 ± 1,6 яҡтылыҡ йылы тип баһалана[3].
Тимерҡаҙыҡ йондоҙона тиклемге алыҫлыҡ, типик цефеидаға тиклемге кеүек, башҡа галактикаларға тиклемге алыҫлыҡты баһалау өсөн ҡулланыла. Был араны аныҡлау алыҫлыҡ шкалаһын аныҡлауға ла, ҡара материя массаһының ҡиммәтен сикләүгә лә килтерә ала[18].
Тарихы
Ай-ҡояш прецессияһы (көн тигеҙләшеүе) арҡаһында ер күсәре 23° радиусы менән 100 йыл эсендә 1,397° тирәһе тиҙлек менән түңәрәк буйынса хәрәкәт итә. Шуға күрә төрлө ваҡытта донъяның полюсына төрлө йондоҙҙары иң яҡын булып китә. Мәҫәлән, Боронғо Мысырҙың династияға тиклемге осоронда (5000 йыл элек) Тубан (Аждаһа йондоҙлоғо) бындай йондоҙ булған, беҙҙең эра башында донъя полюсында сағыу йондоҙҙар бөтөнләй булмаған. 2000 йылдан һуң донъяның полюсына Альраи (Цефея гаммаһы) иң яҡыны, ә 12 000 йылдан һуң Вега (Лира йондоҙлоғо) була[21].
Шуға ҡарамаҫтан, «Поляр» һүҙе яңғыҙлыҡ исем булып тора һәм тап α Бәләкәй Етегәнгә ҡарай[22].
- Тулы прецессия (көн тиңләшеүе) түңәрәгенең поляр йондоҙҙары исемлеге[23]
- б. э. т. 13 000-се йй. — Вега, α Лира (йондоҙлоҡ).
- б. э. т. 9000-се йй. — π Геркулес Пи һәм η Геркулес (йондоҙлоҡ) Эта (алмашлап).
- б. э. т. 8000—7000-се йй. — τ Геркулес (йондоҙлоҡ) Тау.
- б. э. т. 5500—3500-се йй. — ι HD 137759 Аждаһа (йондоҙлоҡ).
- б. э. т. 3500—1500-се йй. — Тубан, α Аждаһа (йондоҙлоҡ).
- б. э. т. 1500-се йыл — б. э. 1-се йыл — Кохаб, β Бәләкәй Етегән (йондоҙлоҡ).
- 1—1100 йй. — поляр йондоҙ юҡ. Әммә «һаҡсылар» — Кохаб, β Бәләкәй Етегән (йондоҙлоҡ), һәм Тимер ҡаҙыҡ, α Бәләкәй Етегән — бар; полюс Бәләкәй Етегәндең α һәм β-нан бер төрлө алыҫлыҡта урынлашҡан.
- 1100—3200 йй. — α Бәләкәй Етегән. Ул 2102 йылдың 23 апрелендә Төньяҡ полюстан минималь алыҫлыҡта (0°27′34,1″) үтәсәк.
- 3200—5000 йй. — γ Цефея Гаммаһы Альраи, Цефея (йондоҙлоҡ).
- 5000—6500 йй. — Альфирк, β Цефея (йондоҙлоҡ).
- 6500—8500 йй. — Альдерамин, α [[Цефея (йондоҙлоҡ).
- 8500—13 000 йй. — Денеб, α һәм Аҡҡош Гаммаһы Садр, γ Аҡҡош (йондоҙлоҡ).
- 13 000-се йй. — Вега, α]] Лира (йондоҙлоҡ).
Урында йүнәлеш (ориентация)
Тимерҡаҙыҡ йондоҙ һәр ваҡыт Төньяҡ ярымшарҙағы горизонттың төньяҡ нөктәһе өҫтөндә тора, был уны урында йүнәлеш табыу (ориентация) өсөн ҡулланырға мөмкинлек бирә[24].
Тимерҡаҙыҡты табыу өсөн, башта ете сағыу йондоҙҙан торған үҙенсәлекле конфигурацияны — Ҙур Етегән йондоҙон табырға кәрәк, сүмескә оҡшаған (Оло Етегән астеризмы), һуңынан ике йондоҙ (Дубхе һәм Мерак), «тотҡаһына» ҡаршы сүмес «стенаһы», аша был сикке йондоҙҙар араһындағы алыҫлыҡты уйҙа биш тапҡыр күсереп ҡуйыу һыҙығын үткәрергә кәрәк. Яҡынса был һыҙыҡтың осонда Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо урынлашҡан. Тимер ҡаҙыҡ йондоҙона йүнәлеш төньяҡҡа йүнәлеш менән тап килә, һәм уның офоҡ өҫтөндәге бейеклеге күҙәтеүсе киңлегенә тап килә[25][26].
Башҡорт мәҙәниәтендә Етегән һәм Тимерҡаҙыҡ йондоҙлоғо
Башҡорт мәҙәниәтендә күк есемдәрен һәм йондоҙҙарҙы белеү йолаһы тамырҙары менән тарих төпкөлөнә барып тоташа. Йондоҙҙарҙың торошон белеү хужалыҡ алып барыуҙа, көнкүрештә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған. Рух ынтылышы сағылышы, илһам сығанағы ла йондоҙҙар[27].
«Урал батыр» халыҡ ҡобайыры нигеҙендә З. Ғ. Әминев башҡорт халҡының космогоник ҡараштарын тергеҙеү өҫтөндә эшләй. В. Г. Котов эпостың тарихи-мифологик нигеҙен өйрәнә. Н. Х. Мәҡсүтова башҡортса планеталар һәм йондоҙҙар атамаларын башҡа төрки халыҡтарындағы атамалар менән сағыштырып яҙа.
Күк батшаһы Самрауҙың ҡатындары — Ҡояш менән Ай. Һомай — Самрау һәм Ҡояштан тыуған. Башҡорттарҙа Ай һәм Ҡояш культы булыуын сағылдыра. Боронғо башҡорттар Ай календарын файҙаланған[28].
Оло Етегән һәм Тимерҡаҙыҡ йондоҙлоғоноң килеп сығышы тураһында башҡорт мифологик риүәйәттәрендә «яҙыу» («сайҡау» — пахтанье) мотивы бар. Борон заманда ер ҡалаҡ ҙурлығында, ә күк туҫтаҡ ҙурлығында булған, тип риүәйәттә тәүге барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһында бәйән ителә. Ваҡыт үтеү менән кешеләр күбәйә һәм ер киңәйә. Кешеләр, бөтәһенә лә аҙыҡ етерлек булһын өсөн, ҙур ҡаҙан һәм сүмес (ижау) эшләргә ҡарар итә. Ҡаҙанды көмөштән, ә сүместе алтындан эшләгәндәр. Шунда ҡайҙандыр Алып баһадир килеп сыға, сүместе ҡулында әйләндереп, күккә ырғыта, һәм сүмес күктәге йондоҙҙар араһында тороп ҡала. Әлегә тиклем төнгө күктә, ете сағыу йондоҙ, Алып сүмесе әйләнә[29][30].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Полярная звезда // Большая российская энциклопедия. old.bigenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Scott G. Engle, Edward F. Guinan, Petr Harmanec. Toward Ending the Polaris Parallax Debate: A Precise Distance to Our Nearest Cepheid from Gaia DR2 (ингл.). The American Astronomical Society (16 июль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023. Архивировано 29 август 2018 года.
- ↑ 1 2 3 Астрономы определили точное расстояние до Полярной звезды (рус.) (30 июль 2018). 22 декабрь 2023 тикшерелгән.
- ↑ HubbleSite: Search (недоступная ссылка — история). hubblesite.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Зайцев, Вадим Флаги: под Южным Крестом | Вокруг Света (урыҫ). www.vokrugsveta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ What is the North Star and How Do You Find It? - NASA Science (ингл.). science.nasa.gov. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Polaris | Location, Constellation, & Facts | Britannica (ингл.). www.britannica.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Nancy Remage Evans, Gail H. Schaefer, Howard E. Bond, Giuseppe Bono, Margarita Karovska, Edmund Nelan, Dimitar Sasselov, Brian D. Mason. Direct Detection of the Close Companion of Polaris with the Hubble Space Telescope // The Astronomical Journal. — 2008-09-01. — Т. 136, вып. 3. — С. 1137–1146. — ISSN 0004-6256. — DOI:DOI:10.1088/0004-6256/136/3/1137.
- ↑ Polaris: Exceeding Expectations and Building New Science. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Wielen; Jahreiss; Dettbarn; Lenhardt; Schwan. Polaris: Astrometric orbit, position, and proper motion (инг.) // arXiv. — 2000.
- ↑ ShieldSquare Captcha. iopscience.iop.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ David G. Turner. Polaris and its Kin (ингл.). arxiv.org (18 июль 2009). — обзор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023. Архивировано 8 ғинуар 2017 года.
- ↑ North Star Closer to Earth Than Thought (ингл.). Space.com (30 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Chang, Kenneth. Constant as the North Star? More Like Fickle (en-US) (1 июнь 2004).
- ↑ Astronomers clash over the distance to the famed North Star November 30, 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2012 года.
- ↑ Astronomers clash over the distance to the famed North Star November 30, 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2012 года.
- ↑ Полярная звезда оказалась ближе, чем считали раньше Архивная копия от 9 декабрь 2012 на Wayback Machine.
- ↑ Astronomers clash over the distance to the famed North Star. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2012 года.
- ↑ J. Vondrak, N. Capitaine, P. Wallace. New precession expressions, valid for long time intervals.. — 2011.
- ↑ Бакулин П. И. Курс общей астрономии. — 4-е изд.. — М.: «Наука», 1977. — 544 с.
- ↑ Gerald North. Astronomy Explained (инг.) // SpringerLink. — 1998. — DOI:DOI:10.1007/978-1-4471-0901-3.
- ↑ Полярная звезда | Русский орфографический словарь. gramota.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Астрономия // Энциклопедия для детей. — М.: Аванта+, 2007. — С. 269.
- ↑ Калинин С. В., Левченко А. А., Шубин С. П. Особенности ориентирования на местности в различных ситуациях при выполнении служебно-боевых задач сотрудниками ОВД // Актуальные проблемы борьбы с преступлениями и иными правонарушениями. — 2020. — № 20—2.
- ↑ Ориентирование на местности. Как определить стороны света? (билдәһеҙ). rosuchebnik.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- ↑ Молодан И. Автономное выживание в экстремальных условиях и автономная медицина. — Litres, 2016.
- ↑ Йондоҙлоҡтар
- ↑ А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- ↑ Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии
- ↑ Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна
Һылтанмалар
- Finding the Pole Star. www.phy6.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2023.
- Йондоҙлоҡтар
- А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии
- Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна