Бәләкәй Етегән

Ҡалып:ДЗ

Малая Медведица
Малая Медведица
Лат. исеме Ursa Minor
(в род. п.: Ursae Minoris)
Ҡыҫҡа исеме UMi
Символ Медвежонок
Тура күтәрелеш от 0h 00m до 24h 00m
Ауышлыҡ от +66° до +90°
Майҙаны 256 кв. градустар
(56 урыны)
Иң яҡты йондоҙҙар
(Йондоҙҙоң күренгән дәүмәле < 3m)
Метеор ағымды
Күрше йондоҙлоҡлар
Йонлоҙлоҡ +90° -тан −0°.-ҡа тиклем киңлектәрҙә күренә
Рәсәйҙә күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — весь год.

Бәләкәй Етегән (лат. Ursa Minor) — күк йөҙөнөң Төньяҡ ярымшарҙағы поляр йондоҙлоғо. Күктә 255,9 квадрат градус майҙанды биләй һәм 25 йондоҙҙан тора, уларҙы ҡоролмаларһыҙ ябай күҙ менән күрергә мөмкин.

Бәләкәй Етегәндә әлеге ваҡытта донъяның Төньяҡ полюсы урынлашҡан, Ул Поляр йондоҙҙан 40' мөйөшлө алыҫлыҡта урынлашҡан. 2103 йылда прецессия һөҙөмтәһендә был ара 27'37"тиклем кәмей.

Йондоҙҙар

Йондоҙлоҡтоң иң сағыу йондоҙо:

  • Тимер ҡаҙыҡ (α UMi). Йондоҙ ҙурлығы 2,03
  • Кохаб (β UMi). Күренгән йондоҙ дәүмәле 2,08m. Яҡынса б. э. т. 2000 - б. э. т. 500 йылға тиклем Кохаб донъяның Төньяҡ полюсына иң яҡын сағыу йондоҙ була һәм поляр йондоҙ ролен уйнай, был уның ғәрәпсә Кохаб-эль-Шемали (Төньяҡ Йондоҙо) атамаһында сағылыш таба.
  • Феркад (γ UMi). Йондоҙ дәүмәле 3,05m.
  • Йильдун (δ UMi). Күренгән йондоҙ дәүмәле 4.36m.
  • Бәләкәй Етегән Эпсилоны (Уроделус) (ε UMi). Шулай уҡ Цирциторес. Күренеп торған йондоҙ дәүмәле 4,20m.
  • Бәләкәй Етегән Дзетаһы (Алиф аль Фаркадин) (ζ UMi). Күренгән йондоҙ дәүмәле 4,274m.
  • Бәләкәй Етегән Этаһы (Анвар аль Фаркадин) (η UMi). Шулай уҡ Алласо. Күренгән йондоҙ дәүмәле 4,956m.

Астеризмдар

Бәләкәй Етегән Астеризмы күктә хәтерҙә ҡалырлыҡ фигура барлыҡҡа килтерә. Ете йондоҙҙо — α (Тимер ҡаҙыҡ), β (Кохаб), γ (Феркад), δ, ε, ζ һәм η Бәләкәй Етегәнде үҙ эсенә ала. Бәләкәй Етегән формаһы менән алыҫ булмаған Оло Етегән йондоҙлоғонда урынлашҡан Оло Сүмес астеризмын хәтерләтә.

Бәләкәй Етегәндең ситке ҡуш йондоҙо (Кохаб һәм Феркад) Полюс Һаҡсылары астеризмы булып тора.

Тарихы

undefined

Гай Юлий Гигин раҫлауынса, был йондоҙлоҡто, Клавдий Птолемейҙың «Альмагест» йондоҙло күк каталогына индереп, антик астрономияһына Фалес Милетский индерә.

Гректар Оло Етегән йондоҙлоғон Каллисто нимфаһы, ә Бәләкәй Етегәнде — уның эте тип иҫәпләгән. Грек мифтарына ярашлы, Зевс Каллистоны Артемиданың нимфаһы менән әүрәтә. Ул Аркад исемле ул таба. Нимфаны һәм балаһын үс алыуҙан ҡотҡарып, Зевс, Каллистоны — Етегән, ә улын — Үгеҙ көтөүсеһе (Волопас) итеп, уларҙы Күккә күсерә.

Бәләкәй Етегән менән Зевстың тыуыуы тураһындағы легенда ла бәйле. Балаларын ашаған Кронос атаһынан улын ҡотҡарыу өсөн, алиһә Рея Зевсты Ида тауының түбәһенә, изге мәмерйәгә алып китә һәм, нимфалар һәм уларҙың әсәһе Мелиссаға (йәки ике нимфа, Мелисса һәм Киносура ҡарамағына) тәрбиәгә ҡалдыра. Рәхмәт йөҙөнән Зевс һуңыраҡ Мелиссаны Ҙур Етегән Һәм Киносураны Бәләкәй Етегән рәүешендә күккә күтәрә. Мифтың тәүге версияларында Мелисса һәм Киносура — һуңыраҡ нимфаға әүерелгән инә айыуҙар. Боронғо карталарҙа Бәләкәй Етегән (йәки Тимер ҡаҙыҡ йондоҙ ғына) ҡайһы берҙә Киносура («эт ҡойроғо») тип атала.

Шулай уҡ был легендалар, ни өсөн Ҙур Инә айыу һәм Бәләкәй Инә айыу ҡойроҡло һорауына яуап бирә: легенда буйынса, Зевс башта нимфаны айыуға әйләндерә, ә һуңынан ҡойроҡтарынан тартып, күккә сығара.

Сол Араты версияһы буйынса, йондоҙлоҡ «Оло Арба»ға (Оло Етегән) оҡшағанлыҡтан, «Бәләкәй Арба» тип аталған.

Финикиялылар, иртә антиклыҡтың иң яҡшы диңгеҙселәре, йондоҙлоҡто навигация маҡсатында файҙаланған. Улар күктең төньяҡ өлөшөндә йондоҙлоҡтоң хәрәкәтһеҙлеген күреп ҡала һәм Был фактты Урта диңгеҙ буйлап йөрөү өсөн файҙалана, был уларға диңгеҙҙәрҙә 1000 йыл тиерлек дәүерҙә хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә Поляр йондоҙҙо «финикиялы» йәки «финикия ҡыҙы»тип атайҙар.[1]

Ҡаҙаҡтар Поляр йондоҙҙо күккә ҡаҙаҡланған «тимер ҡаҙаҡ» (Темир-Ҡаҙаҡ), тип атай, ә башҡа Бәләкәй Етегән йондоҙҙарын Ат муйынына арҡан кейҙерелгән һәм был ҡаҙаҡҡа (Оло Етегән йондоҙлоғо) бәйләнгән, тип күрәләр. Башҡорттар был йондоҙлоҡто Тимер ҡаҙыҡ (железный кол) тип атай.

Ғәрәптәр Бәләкәй Етегән йондоҙҙарын һыбайлылар тип ҡабул иткән, ә фарсылар уларҙы финик пальмаһының ете емеше итеп күргән.

Һиндтар йондоҙлоҡто, ҡойроғо менән йәбешеп, донъя полюсы тирәләй әйләнгән маймылға оҡшата.

Римлеләр был йондоҙлоҡто «Спартан эттәр» тигән исем менән йөрөткән.

Юлиус Шиллер үҙенең 1627 йылдағы «Христиан йондоҙло күге» атласында Йондоҙлоҡто «Архангел Михаил» исеме аҫтында урынлаштыра.

Боронғо Вавилонда йондоҙлоҡ леопард рәүешендә һүрәтләнгән.

Ҡыҙыҡлы объекттар

Был йондоҙлоҡта ике ҡыҙыҡ объект бар:

  • Бәләкәй Етегән (карлик галактика) — 1954 йылда Альберт Уилсон тарафынан асылған кәрлә эллиптик галактика. 200 000 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан һәм 11,9m күренгән йондоҙ дәүмәленә эйә. Йондоҙҙарҙың күбеһе — иҫке, һәм галактикала йондоҙҙар барлыҡҡа килмәй тиерлек. 1999 йылда Хаббл йыһан телескобы биргән мәғлүмәт буйынса, 14 миллиард йыл элек галактикала йондоҙҙар барлыҡҡа килеү осоро 2 миллиард йыл дауам иткәнен раҫлай.
  • Калвера нейтрон йондоҙо (1RXS J141256.0+792204) — 2007 йылда Пенсильвания штаты университеты (АҠШ) һәм Канаданың Макгилл университеты астрономдары тарафынан асылған нейтрон йондоҙ. Йондоҙ рентген диапазонында нурланыш буйынса табылған. Элек табылған ете айырым нейтрон йондоҙо Иҫ киткес ете йондоҙ булараҡ билдәле. Ошо сәбәптән Калвера үҙенең исемен «Великолепная семёрка» (1960) фильмы персонаждарының береһе исеменән ала.

Күк йөҙөндә эҙләү

undefined

Йондоҙлоҡ Бөтә Рәсәй территорияһында йыл әйләнәһенә күренә. Поляр йондоҙҙо (α Бәләкәй Етегән) табыу өсөн Мерак (β Оло Етегән) һәм Дубха (α Оло Етегән) араһындағы киҫелеште уның уйҙа оҙонлоғонан 5 тапҡырға күберәк араға дауам итергә кәрәк. Рәсәйҙең иң төньяҡ райондарында йондоҙлоҡтоң бер өлөшө зенит өлкәһендә кульминациялана, ә уның ҡалған территорияһында йондоҙлоҡ һәр ваҡыт төньяҡта үткәрә.

Башҡорт мәҙәниәтендә йондоҙҙар

Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр күктә балҡыған йондоҙҙар булдырған фигуралар тупланмаларына исем биргән. Төрлө халыҡтар мәҙәниәттәрендә Күк йөҙөн үҙенә бер төрлө өлөштәргә бүлеү алымы булған. Йондоҙҙарҙы табыу һәм билдәләү еңелерәк булһын өсө, 1930 йылдарҙа, тура күтәрелеш һәм ауышлыҡ һыҙыҡтары буйлап 88 Йондоҙҙоң сиктәрен билдәләү буйынса, халыҡ-ара астрономдар килешеүе ҡабул ителә.

Йондоҙҙарҙы, Полюс эргәһендәге йондоҙҙар (Етегән йондоҙ, Кесе Етегән һ.б.) тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йыл әйләнәһенә күренеүенә, экваторҙа (Арҡысаҡ, Ҙур Эт һ.б.) йылдың билдәле бер миҙгелендә күренеүенә йә байыуына, зодиак буйынса (Буға, Ҡуҙы һ.б.) һәм көньяҡ ярымшарҙа (Көньяҡ Тәре, Кәмә ҡойроғо, Секстан һ.б.) урынлашыуына ҡарап, айырыу ҡабул ителгән. БР территрияһынан күк йөҙөндә 60‑ҡа яҡын Йондоҙ күҙәтергә мөмкин[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Фламмарион К. Звездное небо и его чудеса. — СПб, 1899. — С. 11. — 612 с. — ISBN 978-5-789-40967-7.
  2. Йондоҙлоҡтар

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә