Ҡыҫала (йондоҙлоҡ)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫала (йондоҙлоҡ)
Ҡыҫала (йондоҙлоҡ)
Лат. исеме Cancer
(в род. п.: Cancri)
Ҡыҫҡа исеме Cnc
Символ Ҡыҫала
Тура күтәрелеш от 7h 48m до 9h 15m
Ауышлыҡ от +7° до 7h 48m
Майҙаны 505 кв. градустар
(31 урыны)
Иң яҡты йондоҙҙар
(Йондоҙҙоң күренгән дәүмәле < 3m)

Альтарф — 3,53

Метеор ағымды
Күрше йондоҙлоҡлар

Метеорные потоки=Дельта-Канцириды

Йонлоҙлоҡ +90° -тан −56°.-ҡа тиклем киңлектәрҙә күренә
Рәсәйҙә күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — ғинуар, февраль.

Ҡыҫала (йондоҙлоҡ) (лат. Cancer) — иң күҙгә ташланмаған йондоҙлоҡ, уны Арыҫлан һәм Игеҙәктәр йондоҙлоҡтары араһында аяҙ төндә генә күреп була. Иң яҡты йондоҙо — (Ҡыҫала Бетаһы β) 3,53m күренгән йондоҙ ҙурлығына эйә. Майҙаны буйынса урыны — 31.

Ҡайһы бер йондоҙҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҫала α Альфаһының ғәрәпсә исеме — Акубенс, йәғни «ҡыҫҡыс» (клешня); был 4,3m балҡышлы визуаль-икеләтә йондоҙ. Ҡыҫала ζ Дзетаһы — иң ҡыҙыҡлы ҡабатлы йондоҙҙарҙың береһе: уның ике йондоҙо 59,6 йыл әйләнеү осоро менән система барлыҡҡа килтерә, ә өсөнсө компонент был пар тирәләй 1150 йыл тирәһе осор менән әйләнә.

Йондоҙ иләүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҫалала бик билдәле ике йондоҙҙар тупланмаһы йәки иләүҙәр бар. Шуларҙың береһе — Йәсле (М44, лат. Praesepe), уны ҡайһы берҙә «Умарта» тип атайҙар. Ул күҙгә «Ишәк ҡолондары» тип аталған Ҡыҫала Гаммаһы γ һәм Ҡыҫала Дельтаһы δ йондоҙҙарын тоташтырыусы һыҙыҡтан көнбайыштараҡ томанлы тап булараҡ күренә. Унда 6,3-тән 14 йондоҙ дәүмәленә тиклем яҡтылыҡ диапазонында 350-гә яҡын йондоҙ күҙәтелә, уларҙың 200-гә яҡыны тупланма ағзалары булып тора. Был беҙгә иң яҡын йондоҙҙар тупланмаларының береһе: уға тиклем алыҫлыҡ 525 яҡтылыҡ йылы, шуға күрә уның күренгән күләме бик ҙур — 1,5°.

Ҡыҫала Альфанан α көнбайышҡа табан 1,8° алыҫлыҡта урынлашҡан М 67 һибелгән тупланмаһы беҙҙән 2500 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан һәм 10-16 йондоҙ дәүмәлендәге 500-гә яҡын йондоҙҙан тора. Был иң боронғо һибелгән тупланмаларҙың береһе, уның йәше яҡынса 4 миллиард йыл. Тик бер нисә таралған тупланма ғына унан да олораҡ булыуы мөмкин; улар араһында Цефей NGC 188 бар. Күпселек таралған тупланмалар Ҡош Юлы яҫылығында хәрәкәт итһә лә, M 67 унан байтаҡ алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ике аҙ билдәле һибелгән тупланма: NGC 2664 һәм NGC 2678.

«Ишәк ҡолондары һәм Йәсле» астеризмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишәк ҡолондары һәм Йәсле астеризмы ике көсһөҙ — Ҡыҫала Гаммаһы γ һәм Ҡыҫала Дельтаһы δ рака («Ишәк ҡолондары») һәм Йәсле йондоҙҙар һибелмәһе томанлығынан (M44) тора.

Күҙәтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙә булараҡ, Ҡояш йондоҙлоҡҡа 21 июлдә инә һәм унда 9 авгусҡа тиклем тора[1]. Күҙәтеү өсөн иң яҡшы шарттар ғинуар-февраль айҙарында. Йондоҙлоҡ бөтә Рәсәй территорияһында күренә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2 мең йыл элек, астрономик терминология барлыҡҡа килгәндә, йәйге ҡояш торошо нөктәһе Ҡыҫала йондоҙлоғонда урынлашҡан, шуға күрә Ерҙең Төньяҡ тропигы Ҡыҫала тропигы тип атала. Боронғо грек мифологияһында Ҡыҫала Гераклдың икенсе батырлығындағы ҡыҫала менән тиңләштерелә. Мифҡа ярашлы, Лерней гидраһы (киҫкән башы яңынан үҫеп сығып торған күп башлы йылан) менән көрәш ваҡытында бөтә хайуандар ҙа Геракл яғында була, һәм тик ҡыҫала ғына һаҙлыҡтан һикереп сығып, Гераклдың аяғын тешләргә баҙнат итә, шуның өсөн ул шундуҡ аяҡ аҫтында ҡалып һытыла. Гераклды күрә алмаған Гера алиһә, рәхмәт йөҙөнән, ҡыҫаланы йондоҙлоҡҡа әйләндерә[2]. «Ишәк ҡолондары» тип аталған Ҡыҫала Гаммаһы γ һәм Ҡыҫала Дельтаһы δ йондоҙҙарын, Һәм Йәсле томанлығын, күккә изге хайуандары ишәк булған Дионис ҡуйған, тип һаналған.

Гректар был атаманы Евктемон тәҡдим иткән тип иҫәпләй. Йондоҙлоҡ Клавдий Птолемейҙың «Альмагест» йондоҙло күк йөҙө каталогына индерелгән.

Башҡорт мәҙәниәтендә йондоҙҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа халыҡтар кеүек, башорттар борон-борондан күк есемдәрен күҙәткән, өйрәнгән. Халыҡ фольклорында ай, ҡояш һәм йондоҙҙарға бәйле легендалар барлыҡҡа килгән. Төнгө күктә бер-береһенә тығыҙ урынлашҡан, бихисап йондоҙҙар иләүен, һыҙатын күрәбеҙ[3].

Башҡорт мәҙәниәтендә күк есемдәрен һәм йондоҙҙарҙы белеү йолаһы тамырҙары менән тарих төпкөлөнә барып тоташа. Йондоҙҙарҙың торошон белеү хужалыҡ алып барыуҙа, көнкүрештә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған. Рух ынтылышы сағылышы, илһам сығанағы ла йондоҙҙар[4].

«Урал батыр» халыҡ ҡобайыры нигеҙендә З. Ғ. Әминев башҡорт халҡының космогоник ҡараштарын тергеҙеү өҫтөндә эшләй. В. Г. Котов эпостың тарихи-мифологик нигеҙен өйрәнә. Н. Х. Мәҡсүтова башҡортса планеталар һәм йондоҙҙар атамаларын башҡа төрки халыҡтарындағы атамалар менән сағыштырып яҙа[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Constellations of the zodiac. Дата обращения: 26 ғинуар 2011. Архивировано 1 июль 2012 года.
  2. Псевдо-Эратосфен. Катастеризмы 11. Дата обращения: 20 март 2009. Архивировано из оригинала 6 июль 2009 года.
  3. Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре
  4. Йондоҙлоҡтар
  5. Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Зодиак Ҡалып:Звёзды созвездия Рака