Орион (йондоҙлоҡ)
| Орион (йондоҙлоҡ) | |
|---|---|
| Лат. исеме | Orion (в род. п.: Orionis) |
| Ҡыҫҡа исеме | Ori |
| Символ | Орион |
| Тура күтәрелеш | от 4h 37m до 6h 18m |
| Ауышлыҡ | от −11° до 4h 37m |
| Майҙаны | 594 кв. градустар (26 урыны) |
| Иң яҡты йондоҙҙар (Йондоҙҙоң күренгән дәүмәле < 3m) |
Хатиса — 2,75 |
| Метеор ағымды | |
| Күрше йондоҙлоҡлар | |
| Йонлоҙлоҡ +79° -тан −67°.-ҡа тиклем киңлектәрҙә күренә Рәсәйҙә күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — ғинуар. | |
Орио́н, Арҡысаҡ (грек. Ὠρίων лат. Orion) — күк экваторы өлкәһендәге йондоҙлоҡ. Был төнгө күктә [1]иң күренекле һәм танылған йондоҙлоҡтарҙың береһе[2]. Иң яҡты йондоҙо — Хатиса, яҡтылығы 2,75 була. Майҙаны буйынса урыны — 26. Уның иң сағыу йондоҙҙары — ҡыҙыл Бетельгейзе (Арҡысаҡ альфаһы) һәм аҡ — зәңгәр Ригель (Арҡысаҡ бетаһы). Боронғо грек мифологияһындағы һунарсы Орион хөрмәтенә аталған.
Ҡыҫҡаса тасуирлау
Был йондоҙлоҡта ике нуль дәүмәлендәге йондоҙ, 5 икенсе һәм 4 өсөнсө дәүмәлдәге йондоҙ, иң сағыу йондоҙҙар араһында үҙгәреүсән йондоҙҙар бар. 2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Арҡысаҡ йондоҙлоҡтар араһында үҙгәреүсән йондоҙҙар һаны буйынса икенсе урынды биләй — улар унда 2777 иҫәпләнә. Ғәрәп телендә «билбау», Альнилам (ε Орион) — «ынйы ебе» һәм Альнитак (ζ Орион) — «ҡушаҡ» тигәнде аңлатҡан йондоҙлоҡто Орион билбауы — Минтак (δ Орион) астеризмды тәшкил иткән өс аҡ-зәңгәр йондоҙ буйынса еңел табырға мөмкин.
Улар бер-береһенән бер үк мөйөшлө алыҫлыҡта тора һәм көньяҡ—көнсығыш осо менән зәңгәр Сириусҡа (Альнитак яғынан — Ҙур Эттә), ә төньяҡ-көнбайыш осо менән ҡыҙыл Альдебаранға (Буға йондоҙлоғонда) күрһәткән һыҙыҡта торалар. Иң сағыу йондоҙҙар: Ригель, Бетельгейзе һәм Беллатрикс. Арҡысаҡта (Орион) Оло томанлыҡ урынлашҡан.
Йондоҙлоҡта Арҡысаҡ OB1 йондоҙ ассоциацияһын барлыҡҡа килтергән O һәм B иртә спектраль кластарының ҡыҙыу йондоҙҙары күп. Арҡысаҡ йондоҙлоғонда шулай уҡ күп һанлы орион үҙгәреүсәндәре бар. Улар араһында Арҡысаҡ йондоҙлоғонда өс Т-ассоциация барлыҡҡа килтереүсе Т Буға тибындағы үҙгәреүсәндәре[3], һәм фуорҙар бар, уларҙың прототибы — Арҡысаҡ FU.
Бетельгейзе
Ҡыҙыл супергигант Бетельгейзе (α Арҡысаҡ), ғәрәп. «Байт Әл Джаузза», тимәк, «Үҙәктең Ҡулы» тигәнде аңлата (боҙолған форма «ҡултыҡ аҫты» аңлатмаһының таралыуына килтерә) —дөрөҫ булмаған үҙгәреүсән йондоҙ, уның балҡышы 0,2 — нән 1,2 йондоҙ дәүмәленә тиклем үҙгәрә һәм уртаса 0,7 m тәшкил итә. Ерҙән йондоҙға тиклем алыҫлыҡ 650 яҡтылыҡ йылы тәшкил итә, ә яҡтыртылышы Ҡояштың яҡтыртылышынан 14 000 тапҡырға ҙурыраҡ. Был астрономдарға билдәле булған иң ҙур йондоҙҙарҙың береһе: әгәр уны Ҡояш урынына ҡуйһалар, ул минималь ҙурлыҡта Марс орбитаһын тултырыр ине, ә максималь ҙурлыҡта — Юпитер орбитаһындай булыр ине. Бетельгейзе күләме ҡояштан кәм тигәндә 160 миллион тапҡырға ҙурыраҡ[4].
Ригель
Ри́гель — экватор янындағы сағыу йондоҙ, Арҡысаҡ β. Аҡ - зәңгәр супергигант. Ғәрәпсә атамаһы «аяҡ» (Орион аяғы күҙ уңында тотола) тигәнде аңлата. 0,12 m визуаль йондоҙ дәүмәленә эйә. Ригель Ҡояштан 860 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Уның өҫкө йөҙө температураһы 12 130 К (спектраль класы B8I-a), диаметры яҡынса 103 млн км (йәғни Ҡояштан 74 тапҡырға ҙурыраҡ), ә абсолют йондоҙ дәүмәле -7,84 m; уның яҡтыртылышы Ҡояш яҡтыртылышынан яҡынса 130 000 тапҡырға юғарыраҡ, тимәк, ул Галактикалағы иң ҡеүәтле йондоҙҙарҙың береһе (һәр хәлдә, Ригель — шундай ҙур яҡтылыҡлы йондоҙҙарҙың иң яҡыны булғанлыҡтан, күктәге иң сағыу йондоҙҙарҙың иң ҡеүәтлеһе).
Боронғо мысырҙар Ригелде йондоҙҙар батшаһы һәм үлгәндәрҙе ҡурсалаусы Сахҡа, ә һуңыраҡ — Осирисҡа бәйләгән.
Башҡа объекттар
Файл:Фабрика звёзд в центре Туманности Ориона.jpg
Арҡысаҡ йондоҙлоғо уртаһындағы «Йондоҙҙар фабрикаһы»
Орион Ҡылысындағы уртаса йондоҙ — Арҡысаҡ θ, билдәле ҡабатлы йондоҙ системаһы: уның дүрт сағыу компоненты бәләкәй дүртмөйөш — Арҡысаҡ Трапецияһын барлыҡҡа килтерә. Бынан тыш, унда тағы ла дүрт көсһөҙ йондоҙ бар. Был йондоҙҙарҙың барыһы ла бик йәш, улар яңыраҡ йондоҙлоҡтоң бөтә көнсығыш өлөшөн биләгән күренмәгән болотта урынлашҡан йондоҙҙар араһындағы газдан барлыҡҡа килгән. Йәш йондоҙҙар менән йылытылған был болоттың бәләкәй генә өлөшө Арҡысаҡ Билбауы аҫтында бәләкәй телескопҡа һәм хатта бинокль аша йәшел болот кеүек күренә; был йондоҙлоҡтағы бик ҡыҙыҡлы объект — Ориондың Ҙур томанлығы (м42), беҙҙән яҡынса 1500 яҡтылыҡ йылы алыҫлыҡта ята, һәм диаметры 20 яҡтылыҡ йылы (Ҡояш системаһы диаметрынан 15 000 тапҡырға ҙурыраҡ) тәшкил итә. Ул астрономдар (Дрейпер Генри, 1880) фотоға төшөргән беренсе томанлыҡ була.
Билбауҙың (Арҡысаҡ ζ) көнсығыш йондоҙонан көньяҡҡа табан 0,5° алыҫлыҡта киң билдәле Ат Башы томанлығы (B 33) урынлашҡан, Ул IC 434 томанлығының сағыу фонында яҡшы күренә.
Астеризмдар
Йондоҙлоҡтоң үҙенсәлекле формаһын билдәләүсе Көлтә (Сноп) астеризмы α (Бетельгейзе), β (Ригель), γ (Беллатрикс), η (Альнитак), δ (Минтака), κ (Саиф) йондоҙҙарын үҙ эсенә ала. Астеризмдың альтернатив атамаһы Күбәләк.
Дүрт астеризм йондоҙлоҡтоң традицион фигураһы өлөштәренә бәйләнгән.
'Арҡысаҡ Билбауы — Минтака, Альнилам һәм Альнитак йондоҙҙары (Арҡысаҡтың δ, ε һәм ζ ярашлы). Шулай уҡ Өс король, Өс тылсымсы (Волхвы), Өс Мария[5], Тырма тип билдәле.
Арҡысаҡ ҡылысы — ике йондоҙҙан (θ һәм ι) ике йондоҙ (Арҡысаҡ Тета¹ C|θ һәм Наир Аль Саиф|ι) һәм Арҡысаҡтың Ҙур томанлығын үҙ эсенә алған астеризм.
Арҡысаҡ ҡалҡаны — астеризм дуға һымаҡ урынлашҡан алты йондоҙҙан: π1, π2, π3, π4, π5 һәм π6 тора. Боронғо исеме — Гөбөргәйел панциры.
Арҡысаҡ суҡмары — йондоҙлоҡтоң төньяҡ өлөшөндә биш χ2, χ1, ν ,נ һәм 69 — биш йондоҙҙо үҙ эсенә алған астеризм.
Артабанғы ике астеризм, ысынында, бер үк йондоҙҙан тора.
Сулпан көҙгөһө. Арҡысаҡ Билбауы астеризмы, Ҡылыс тотҡаһы йондоҙо һәм Арҡысаҡ η йондоҙо ромб формаһындағы көҙгө барлыҡҡа килтерә, ә Арҡысаҡ Ҡылысы астеризмы үҙе көҙгө тотҡаһы ролен үтәй. Шулай итеп, астеризмға Арҡысаҡ η, δ, Альнилам ε, η, θ һәм ι йондоҙҙары инә.
Яңы Кәстрүл астеризмы Австралияның һәүәҫкәр астрономия яратыусылары араһында барлыҡҡа килә. Ерҙең Көньяҡ ярымшарында Күк есемдәре, атап әйткәндә, йондоҙлоҡтар, уларҙың Төньяҡ ярымшарҙа күренеүенә ҡарата кирегә боролған хәлдә, күренә. Шулай итеп, Сулпан көҙгөһө астеризм кире боролған һымаҡ: уның тотҡаһы Кәстрүл тотҡаһы сифатында сығыш яһай, ҡалған йондоҙҙар Кәстрүл һынланышында күренә. Астеризм Арҡысаҡтың η, δ, ε, η, θ һәм ι йондоҙҙарын үҙ эсенә ала.
Күҙәтеү
Төньяҡ ярымшарҙың урта киңлектәрендә йондоҙлоҡ йәй аҙағында (август уртаһынан башлап), көҙ, ҡыш һәм яҙҙың беренсе яртыһында (апрель уртаһына тиклем) күренә ала, ноябрь — ғинуарҙа күҙәтеү өсөн иң яҡшы шарттар, йондоҙлоҡ Ҡояш байығандан алып ҡалҡҡанға тиклем күренә. Йондоҙлоҡ Бөтә Рәсәй территорияһында күренә. Миҙгелле классификация буйынса көҙгө-ҡышҡыға ҡарай. Орион йондоҙлоғо зодиаклы булмаһа ла, эклиптика унан ни бары 40' алыҫлыҡта үтә. Был Ай, Ҡояш системаһы планеталары һәм астероидтар Орион йондоҙлоғонда була һәм уның ҡайһы бер йондоҙҙарын ҡаплай ала тигәнде аңлата.
Тарих
Орион йондоҙлоғо менән бәйле иң тәүге билдәле һүрәт булып 1979 йылда Көнбайыш Германияла Ах үҙәнендәге мәмерйәлә табылған мамонт һөйәгенә тарихҡа тиклемге осорға ҡараған (Ориньяк мәҙәниәте) һырлау тора. Археологтар баһалауынса, уға 32 000-38 000 йыл[6][7][8].
Йондоҙлоҡ йондоҙҙарының урынлашыуында еңел генә кеше һыны аңлашыла. Боронғо Мысырҙа Арҡысаҡ (Орион) йондоҙлоғо Сах тип аталған Һәм Осирис һәм «йондоҙҙар батшаһы»ның кәүҙәләнеше булараҡ хөрмәт ителгән; Яңы батшалыҡ дәүерендә Орион-Сах үҙенең кәмәһендә йондоҙҙарға табан йөҙөп барған итеп һүрәтләнә[9].
Боронғо Вавилонда ул, Папсуккаль илаһын билдәләп, «Күк көтөүсеһе» йәки «Ануҙың тоғро көтөүсеһе» тип атала, Был Папсуккаль аллаһын аңлата[10].
Йәһүд телендә (Һәм Тәүраттағы — Амос, 5: 8) Арҡысаҡ традицияһына Кесиль йәки Кесил йондоҙлоғо (йәһ. כסיל, һүҙмә-һүҙ — «йүләр»), уның килеп сығышы әлегә бер нисек тә аңлатылмай (бәлки, Кислев йәһүд айынан (ноябрь-декабрь айҙарына тура килә), уның исеме, үҙ сиратында, «кесел, кисла» (כֵּסֶל ,כִּסְלָה, өмөт), йәғни ҡышҡы ямғырҙарға өмөт К-С-Л йәһүд тамырынан килеп сыҡҡандыр). Изге Яҙмалағы Әйүп (Иов) Китабында (Иов, 38:31) Күк йөҙөндә Арҡысаҡтың (Кесилдең) хәрәкәтһеҙлеге һәм Өлкәр тупланышының (Плеяды-Хима) «йүгерешеүе» телгә алына: «Һин Хима төйөнөн бәйләй һәм Кесилдең бәйләнештәрен сисә алаһыңмы?».
Боронғо Грецияла Йондоҙлоҡта бөйөк һунарсы Орионды күрәләр, грек мифына ярашлы, ул Посейдон менән Эвриаланың улы, Ориондың Артемида алиһәһе уҡтарынан һәләк булғандан һуң (мифтың икенсе варианты буйынса, саян-скорпион тешләүенән) атаһы Посейдон тарафынан күккә ҡуйылған.
Йондоҙлоҡ Клавдий Птолемейҙың «Альмагест» йондоҙло күк каталогына индерелгән.
Боронғо Рустә (Киев Русе) йондоҙлоҡто Кружилия йәки Коло тип йөрөткәндәр[11][12].
Әрмәнстанда Арҡысаҡ йондоҙлоғо әрмәндәрҙең патриархы-ырыу башлығы иҫтәлегенә Айк тип атала, традицион ышаныуҙар буйынса, уның йән яҡтылығы, күккә шул уҡ исемле йондоҙлоҡ рәүешендә күтәрелгән һәм ҡатып ҡалған.
Инктар империяһында йондоҙлоҡ Чакра тип аталған[13], шул уҡ ваҡытта Инк империяһы составына ингән Чиму батшалығы халҡында Орион Билбауы булараҡ Пата, йәғни «Тотоп алынған» тип атала. Сөнки Ай урта йондоҙҙо, ҡараҡ һәм енәйәтсе кеүек тотоп алыу өсөн, ике ситке йондоҙҙо ебәрә, һәм улар уны «Грифтарға», йәғни йондоҙлоҡта түбән һәм юғарыраҡ урынлашҡан дүрт йондоҙға тапшыра[5].
Ориондың халыҡ исемдәре йыш ҡына бөтә йондоҙлоҡҡа түгел, ә билбауға ғына йүнәлтелгән. Был йондоҙҙар төркөмөнөң урыҫса атамалары Коромысло, Коромыслица, Грабли, Грабельцы, Кичиги (кичиги — иген һуғыу өсөн бөгөлгән таяҡ), Коряга. Украин атамалары — Косарі, Коси, Полиця, Чепіги (чепіги һәм полиця — һабан өлөшө). Румынса атамалары — Грабли, Коса, Серп, Плуг.
Румын атамалары — Грабли (Тырма), Коса (Салғы), Серп (Ураҡ), Плуг (Һабан). Эстон атамалары — Цепы (Сылбыр), Звезды Ручья (Шишмә Йондоҙҙары), Звезды Ряда (Рәт Йондоҙҙары), Звезды Копья (Һөңгө Йондоҙҙары). Был йондоҙҙарҙың башҡа атамалары араһында — (готтентоттарҙа) Өс Зебра, (төньяҡ америка индеецтарында) Өс Болан, (хакастарҙа) Өс Ат, Өс Марал бейәһе, Өс Ҡыҙ, (ҡаҙаҡтарҙа) Өс Архара, (белорустарҙа) Өс Апалы-Һеңлеле, (немецтарҙа) Өс Һабан, (эскимостарҙа) Өс Ир-Ат. Грузин телендә Сасцари, әрмән телендә Кшерк һәм ҡаҙаҡ телендәге Таразы атамаһы «үлсәү-вксы» тигәнде аңлата. Шулай уҡ Орион исемдәре коллекцияһына Чурек (Кавказда), Кәмә (Океания), (башҡорттарҙа) Әүернә, (удмурттарҙа) Өҫтәл Аяғы, (мордваларҙа) Шайтан Эте, (немецтарҙа) Көтөүсе инә[14].
Орион (Арҡысаҡ), Ҡояш, Кассиопея, Лебедь (Аҡҡош), Близнецы (Игеҙәк), Пегас һәм Өлкәр тупланышы (Плеяды) менән бергә, хорват ҡалаһы Винковци янында табылған (б. э. т. 3000—2600 йй.) керамик һауытта һүрәтләнгән[15].
Башҡорт мәҙәниәтендә йондоҙҙар
Башҡорт мәҙәниәтендә күк есемдәрен һәм йондоҙҙарҙы белеү йолаһы тамырҙары менән тарих төпкөлөнә барып тоташа. Йондоҙҙарҙың торошон белеү хужалыҡ алып барыуҙа, көнкүрештә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған. Рух ынтылышы сағылышы, илһам сығанағы ла йондоҙҙар.
«Урал батыр» халыҡ ҡобайыры нигеҙендә З. Ғ. Әминев башҡорт халҡының космогоник ҡараштарын тергеҙеү өҫтөндә эшләй. В. Г. Котов эпостың тарихи-мифологик нигеҙен өйрәнә. Н. Х. Мәҡсүтова башҡортса планеталар һәм йондоҙҙар атамаларын башҡа төрки халыҡтарындағы атамалар менән сағыштырып яҙа.
Арҡысаҡ (Орион) — бер һыҙыҡҡа теҙелгән өс йондоҙ, 14 апрелдә күренә. Йәй көнө ул күренмәй. Башҡорт ауыҙ-тел ижадында: Арҡысаҡ — ул Етегән йондоҙлоғон ҡыуып барыусы өс арғымаҡ имеш. Ә Етегән - ете бүре. Арғымаҡтар Етегәнде ҡыуып етә башлаған мәлдә генә, таң ата. Әгәр ҙә арғымаҡтар Етегәнде ҡыуып етә ҡалһа, ахырызаман тыуыр тиелә.
Башҡорт мифологияһында Ҙур Етегән һәм Бәләкәй Етегән тигән йондоҙлоҡтар бар. Арҡысаҡ йәки өс арғымаҡ Тимер ҡаҙыҡ йондоҙона бәйләп ҡуйылған тиелә.[16][17]
Тәүратта
Орион (бор. грек Ώρειων)[18] — Септуагинтаға ярашлы, Тәүрат һүҙенә бор. йәһүд ליםב}} (Тәүрат, Ис 13:10; Тәүрат Иов 38:31; Тәүрат Иов 9:9 — Септуагинтаға тап килә, әммә бор. грек Έσπερος — «кис», Геспер йондоҙо тип тәржемә ителә)[18].
Изге яҙма тәржемәләре Таргум һәм Пешитта был һүҙҙе «гигант», «алпамыша» тип аңлата, ә әрмән тәржемәһе йондоҙлоҡҡа әрмәндәрҙең боронғо атаһы Айк исемен бирә[18].
Әйүптә (Иов) 38: 31 телгә алынған «Кесил ептәре» (бор. йәһүд זיננהורוה; синодаль тәржемәһе), ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, Брокгауз һәм Ефрон энциклопедияһы буйынса, боронғо заманда Орион — күккә бығауланған алпамыша тигән ҡарашҡа ишара яһай; йәһүдтәрҙә ул ליםב, йәғни «аллаһыҙ», «белекһеҙ» тигән атама алған. Тикшеренеүселәр фекеренсә, Әйүп Китабынан өҙөк килтерелгән урынында әйтелгән «бәйләнеште һүтеү», мифта фаразланғанса, алпамышаны азат итеүгә бәйлелер. Дильман буйынса иһә — уның төшөүендә Арҡысаҡ йондоҙлоғо, йыл миҙгелдәренә ярашлы, (Сүриәлә Орион офоҡта, Европалағыға ҡарағаннда, 17°-ҡа юғарыраҡ), күк йөҙөндә, әйтерһең дә, күтәрелә йәки төшә торған йүгән ролен үтәй.
Башҡалар фаразлауынса, бор. йәһүд תובשומ — «Яҡуп Таяғы» йәки «Орион Билбауы» исеме аҫтында билдәле булған өс иң сағыу йондоҙҙо күҙ уңында тотола. Әммә бор. йәһүд תובשומ — «билбау» һүҙе мәғәнәһенә тура килә микән.[18]
Византия сиркәү яҙыусылары, фарсыларҙың, Орион күккә бығауланған Нимрод алпамыша, тигән фекерен килтерә. Бының менән сүриә ғәрәптәренең Арҡысаҡты — gabbârun (бор. йәһүд רובג — «алпамыша», сағыштыр: Тәүрат, 10:8, 9) Нимродҡа ҡулланылған һүҙ[18].
Урта быуат йәһүд ғалимдары (Гаон Саадия, Исаак ибн-Джикатилла, Абульвалид Мерван ибн-Джанах) фекеренсә, бор. йәһүд ליםב ғәрәпсә «Suhêl» — Сириус (Ҙур Эт йондоҙлоғона ҡараған күк йөҙөндә иң яҡты йондоҙ) йәки Канопус тигәнде аңлата[18].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тимерҡаҙыҡ (йондоҙлоҡ)
- Оло Етегән (йондоҙлоҡ)
- Өлкәр
- Арҡысаҡ йондоҙлоғо йондоҙҙары исемлеге
- Орионидтар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Dolan, Chris Orion. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2011. Архивировано 7 декабрь 2011 года.
- ↑ Ҡалып:Cite EB1911
- ↑ Зигель Ф. Ю. Сокровища звездного неба: Путеводитель по созвездиям и Луне. — 5-е изд. — М: Наука, 1987. — С. 119. — 296 с.
- ↑ Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре, «Тамаша» журналы, 8 июль 2020 й.
- ↑ 1 2 Antonio de la Calancha. Corónica moralizada del orden de San Augustín en el Perú. (Barcelona, 1639). — Tomo 3. — p. 15.
- ↑ Rappenglück, Michael (2001). “The Anthropoid in the Sky: Does a 32,000 Years Old Ivory Plate Show the Constellation Orion Combined with a Pregnancy Calendar”. Symbols, Calendars and Orientations: Legacies of Astronomy in Culture. IXth Annual meeting of the European Society for Astronomy in Culture (SEAC). Uppsala Astronomical Observatory. pp. 51—55.
- ↑ The Decorated Plate of the Geißenklösterle, Germany. UNESCO: Portal to the Heritage of Astronomy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2022 года.
- ↑ Whitehouse, David. 'Oldest star chart' found, BBC (January 21, 2003). 13 февраль 2022 тикшерелгән.
- ↑ Сах — созвездие и бог Архивная копия от 15 апрель 2015 на Wayback Machine.
- ↑ J. H. Rogers. Origins of the ancient constellations: I. The Mesopotamian traditions (инг.) // Journal of the British Astronomical Association. — British Astronomical Association, 1998. — February (vol. 108, no. 1). — P. 9—28. — ISSN 0007-0297. — . Архивировано 9 август 2017 года.
- ↑ Срезневский И. И. Материалы для словаря древнерусского языка по письменным памятникам. Т. 1. СПб. 1893. С. 294—295, 1334.
- ↑ Д. Чураков. Загадки матриархата: Антропогенез, история, миф: монография (болг.). — Прометей, 2017. — С. 69. — ISBN 978-5-04-095765-1.
- ↑ Pablo José de Arriaga. La extirpación de la idolatría en el Pirú. — Lima: Geronimo de Contreras, 1621. — p. 130.
- ↑ Карпенко Ю. А. Названия звездного неба. — М.: Наука, 1985. Стр.45-46.
- ↑ Oldest European calendar 'deciphered'. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2015. Архивировано из оригинала 1 декабрь 2008 года., 22 May 2001, Independent Online.
- ↑ А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- ↑ Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Орион // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
Һылтанмалар
- Орион на wikisky.org (инг.)
- Орион. Астромиф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2013. Архивировано 15 ғинуар 2021 года.
- Йондоҙлоҡтар исемлеге.
- Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре, «Тамаша» журналы, 8 июль 2020 й.
- А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии
- Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна
