Оло Етегән (йондоҙлоҡ)
| Большая Медведица | |
|---|---|
| Лат. исеме | Ursa Major (в род. п.: Ursae Majoris) |
| Ҡыҫҡа исеме | UMa |
| Символ | Большая Медведица |
| Тура күтәрелеш | от 7h 58m до 14h 25m |
| Ауышлыҡ | от +29° до +73° 30′[1] |
| Майҙаны | 1280 кв. градустар (3 урыны) |
| Иң яҡты йондоҙҙар (Йондоҙҙоң күренгән дәүмәле < 3m) |
|
| Метеор ағымды | |
| Күрше йондоҙлоҡлар | |
| Йонлоҙлоҡ +90° -тан −16°.-ҡа тиклем киңлектәрҙә күренә Рәсәйҙә күҙәтеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — март. | |
Оло Етегән (лат. Ursa Major) — күктең төньяҡ ярымшарындағы йондоҙлоҡ. Оло Етегәндең ете йондоҙо һаплы сүмескә оҡшаған фигура барлыҡҡа килтерә. Иң яҡты ике йондоҙо — Алиот һәм Дубхе — күренгән йондоҙ дәүмәленең 1,8 яҡтылығына эйә. Был фигураның ике ситке йондоҙо (α һәм β) буйынса Тимерҡаҙыҡ йондоҙон табырға мөмкин. «UMa» йондоҙлоғоноң өс хәрефле билдәләмәһе Халыҡ-ара астрономия союзы (МАС) тарафынан 1922 йылда ҡабул ителә[2]. Майҙаны буйынса урыны — 3.
Оло Етегән һигеҙ башҡа йондоҙлоҡ менән сиктәш: төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Аждаһа, көнсығышта Волопас, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Ау Эттәре, көньяҡ-көнсығышта Вероника Сәстәре, көньяҡта Арыҫлан һәм Кесе Арыҫлан, көньяҡ-көнбайышта Һеләүһен һәм төньяҡ-көнбайышта Жираф. Оло Етегән 1279,66 квадрат градус йәки бөтә күк йөҙөнөң 3,10 %-ын биләй, был уны ҙурлығы буйынса өсөнсө йондоҙлоҡ итә. 1930 йылда Эжен Жозеф Дельпорт МАС йондоҙлоғоноң, уны 28 яҡлы дөрөҫ булмаған күпмөйөш тип, рәсми сиктәрен билдәләй.
Күҙәтеү
Март-апрелдә иң яҡшы күренә. Йондоҙлоҡ Бөтә Рәсәй территорияһында (Рәсәйҙең көньяғында Оло Етегән горизонтҡа түбән төшкән, ә иң көньяҡ өлөшө хатта офоҡҡа ышыҡланған көҙгө айҙарҙан тыш) йыл әйләнәһенә күренә.
Яҙын төн уртаһында булған өҫкө кульминацияла Йондоҙлоҡ Рәсәй территорияһында зенит өлкәһендә урынлаша. Йондоҙлоғоноң төп фигураһы — Ҙур Сүмес Рәсәйҙең урта һыҙатында яҡынса +49° һәм +62°киңлектәр араһында Зенит өлкәһендә кульминациялана. Яҡынса +62° киңлектән төньяҡтараҡ Ҙур Сүмес көньяҡта кульминациялана, ә +49° киңлектән көньяҡтараҡ ул һәр ваҡыт күктең төньяғында тора.
Йондоҙҙар һәм астеризмдар
Оло Етегән — майҙаны буйынса (Гидра (киҫкән башы яңынан үҫеп сығып торған күп башлы йылан) һәм Ҡыҙҙан һуң) өсөнсө йондоҙлоҡ, уның ете сағыу йондоҙо билдәле Ҙур Сүмес һынланышын барлыҡҡа килтерә; был астеризм борон-борондан күп халыҡтарҙа төрлө исемдәр менән: Көйәнтә (Коромысло), Һабан (Плуг), Мышы (Лось), Арба (Повозка)[3], Ете Аҡыл эйәһе булараҡ билдәле[4] и т. п. Сүместең бөтә йондоҙҙарының да үҙ ғәрәп исемдәре бар:
- Дубхе (Оло Етегән α) «айыу»;
- Мерак (β) — «бил»;
- Фекда (γ) — «бот, янбаш»;
- Мегрец (δ) — «ҡойроҡ башы»;
- Алиот (ε) — мәғәнәһе асыҡ түгел (ләкин, моғайын, был атама это название обозначает «көрлөк» тигәнде аңлаталыр);
- Мицар (ζ) — «ҡушаҡ» йәки «янбаш бәйе».
- Сүмес тотҡаһындағы һуңғы йондоҙҙо Бенетнаш йәки Алькаид (η) тип атайҙар; ғәрәп телендәге «әл-ҡаид банат наш» тигән һүҙбәйләнеш «илаусыларҙы етәкләүсе» тигәнде аңлата. Был шиғри образ ғәрәп халҡының Оло Етегән йондоҙлоғон фәлсәфәүи яҡтан аңлауынан алынған.
Йондоҙҙарҙы грек хәрефтәре менән билдәләү системаһында хәрефтәр тәртибе йондоҙҙар тәртибенә тап килә.
Астеризмды аңлатыуҙың икенсе варианты Катафалк һәм Илаусылар альтернатив атамаһында сағылыш таба. Бында астеризм һуңғы юлға оҙатыу процессияһы күҙ алдына килтерә: алда - етәксе артынан илаусылар, улар артынан — ерләү носилкалары. Был η Оло Етегән йондоҙоноң «илаусылар етәксеһе» тигән атамаһына аңлатма бирә.
Етегәндең 5 эске йондоҙо (ситке α һәм η йондоҙҙарынан тыш) ысынлап та Күк йөҙөндәге арауыҡта тиҙ хәрәкәт итеүсе Оло Етегән иләүе — берҙәм төркөмгә ҡарай; Дубхе һәм Бенетнаш икенсе яҡҡа хәрәкәт итә, шуға күрә яҡынса 100 000 йыл эсендә Сүместең формаһы һиҙелеп үҙгәрә.
Сүмес стенаһын барлыҡҡа килтергән Мерак һәм Дубхе йондоҙҙарын Күрһәткестәр тип атайҙар, сөнки улар аша үткәрелгән тура һыҙыҡ (Бәләкәй Етегән йондоҙлоғонда) Тимерҡаҙыҡ йондоҙона барып терәлә. Сүместең алты йондоҙо 2-се йондоҙ дәүмәлендәге, һәм тик Мегрец ҡына — 3-сө балҡышҡа эйә.
Мицар 1650 йылда итальян астрономы Джованни Баттиста Риччоли телескоп аша тапҡан икеләтә йондоҙҙар араһында икенсе була. Әммә, чех астрономы Леош Ондра (Leos Andra) тикшеренеүҙәренә ярашлы, Мицарҙы, моғайын, 1617 йылда уҡ Галилео Галилей тарафынан икеләтә йондоҙ булараҡ күҙәтелгәндер[5]. Шул йылда Бенедетто Кастелли ул ваҡытта йондоҙҙарҙы күҙәтеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән Галилейға яҙған үҙенең хатында Мицарға ҡарарға тәҡдим итә; Галилейҙың Мицарҙы икеләтә йондоҙ булараҡ күҙәтеүе тураһында датаһыҙ тасуирламаһы һаҡланған[5]. Үткер күҙ Мицар янында 4-се дәүмәл Алкор (Оло Етегән 80) йондоҙон күрә, был ғәрәпсә «онотолған» йәки «мөһим булмаған» тигәнде аңлата. Алкор йондоҙон айырыу һәләте боронғо замандарҙан уҡ күҙҙең үткерлеген тикшереү тип иҫәпләнгән. Мицар һәм Алкор пары йыш ҡына «Ат һәм Һыбай» астеризмы булараҡ йондоҙҙар интерпретирланған.
Үҙенсәлекле астеризм ғәрәп сығышлы Ғәзәлдең өс һикереүе яҡын урынлашҡан өс пар йондоҙҙан тора, өҫтәүенә парҙар бер тура һыҙыҡта һәм тигеҙ арауыҡҡа айырылып тора. Һикереп хәрәкәт иткән ғәзәлдең тояҡ эҙҙәренә оҡшаған. Түбәндәге йондоҙҙарҙы үҙ эсенә ала:
- Төньяҡ Алула һәм Көньяҡ Алула (ν һәмנ, беренсе һикереү),
- Төньяҡ Танийа һәм Көньяҡ Танийа (λ һәм μ, икенсе һикереү),
- Төньяҡ Талита һәм Көньяҡ Талита (ι һәм κ, өсөнсө һикереү).
Алиот, Мицар һәм Бенетнаш Арктурға — күк экваторынан төньяҡта урынлашҡан иң сағыу йондоҙға күрһәтеүсе оҙон дуға барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ яҙ көнө Рәсәйҙең урта киңлектәрендә күренгән иң сағыу йондоҙ булып тора. Был дуғаны көньяҡҡа табан оҙайтҡанда Ул Ҡыҙ йондоҙлоғоноң иң сағыу йондоҙо Спикаға күрһәтә. Алькаид Оло Етегәндең сағыулығы буйынса өсөнсө йондоҙо булып тора[6][7].
Лаланд 21185, Алула Төньяҡ районында урынлашҡан һәм ябай күҙ менән күҙәтеү мөмкин булмаған ҡыҙыл кәрлә, Ергә иң яҡын йондоҙ системаларының береһе булып тора, унан да яҡыны — тик Центавр Альфаһы, Барнард йондоҙо һәм Вольф 359 ғына яҡын. Шулай уҡ бинокль аша күҙәтеү мөмкин булған Грумбридж 1830 йондоҙо бар, ул хәрәкәте буйынса Барнард һәм Каптейн йондоҙҙарынан ғына ҡалыша, йөҙ йыл эсендә ул ай дискының яҡынса өстән бер өлөшөнә күсә[8].
Оло Етегән майҙаны буйынса йондоҙлоҡтар араһында өсөнсө урында тора, әммә унда үҙгәреүсән йондоҙҙар бик аҙ табылған — 2011 йылда ул был күрһәткес буйынса тәүге ун йондоҙлоҡтар рәтенә инмәй.
Башҡа объекттар
Оло Етегән өлкәһендә галактикалар һәм уларҙың иләүҙәре күп. М 101 спираль галактикаһы йәйенке күренә, ә 38' мөйөшөнә генә айырылған М 81 спираль һәм сәнскеле М 82 орсоҡҡа оҡшаған галактика алыҫлығы яҡынса 7 миллион яҡтылыҡ йылына тиң беҙгә иң яҡын галактикалар төркөмөнөң ядроһын барлыҡҡа килтерә. Ә бына деталдәрһеҙ тиерлек «Өкө» (М 97), иң ҙур планетар томанлыҡтарының береһе, беҙҙең Галактика (Ҡош юлы) сиктәрендә йөҙ тапҡырға яҡыныраҡ урынлашҡан. 2002 йылда Арлингтондағы Техас университеты астрономдары 47 Оло Етегән йондоҙо тирәләй әйләнгән ике экзопланета аса. Был йондоҙға 2001 һәм 2003 йылдарҙа Ерҙәге халыҡтың Ерҙән ситтәге цивилизацияларға радиохәбәрҙәре ебәрелә.
1995 йылдың декабрендә Оло Етегән йондоҙлоғо өлкәһендә Мегрец йондоҙо янында 1/12 ай дискыһы ҙурлығында Хаббл йыһан телескобы ярҙамында 3000 галактиканың Hubble Deep Field һүрәте алына. Был һүрәт галактикаларҙы ул ваҡытҡа билдәле булған () иң юғары космологик ҡыҙыл тайпылышлы галактикаларҙы табырға мөмкинлек бирә. Был галактикаларҙың иң алыҫ яҡтылығы беҙҙең көндәргә тиклем 12 миллиард йыл самаһы дауам итә. Был галактикаларҙың иң алыҫ яҡтылығы беҙгә 12 миллиард йыл самаһы дауамында килгән.
2013 йылдың октябрендә Оло Етегән йондоҙлоғонда ҡыҙыл тайпылышлы z8 GND 5296 Галактикаһы табыла, табылған ваҡытта ул иң алыҫ галактика булған, уның яҡтылығы 13,02 миллиард йыл дауамында килгән. 2016 йылдың 1 мартында Оло Етегән йондоҙлоғонда ҡыҙыл тайпылышлы GN-z11 галактикаһы табыла. Асылған мәлдә Ғаләмдең Ерҙән иң алыҫ объекты була, уның яҡтылығы 13,4 миллиард йыл дауамында килә.
Тарих, мифтар
Боронғо йондоҙлоҡ. Моғайын, башта Оло Етегәндең сағыу астеризмына ғына оҡшатылғандыр. Боронғо гректарҙа Гелика («раковина»)[9], Арктос («айыу», «инә айыу»)[10], Арба (Колесница) атамалары ҡулланылған. Тикшеренеүселәр Арктос атамаһын иң боронғо һунар осорона барып тоташа, тип иҫәпләй. Грек авторҙары раҫлауынса (мәҫәлән, Арат Солийский, «Явления и предсказания» («Күренештәр һәм күрәҙәлек»), б. э. т. III быуат), йондоҙлоҡ боронғо гректар тарафынан навигация өсөн ҡулланылған[11].
Грек мифы бәйән иткәнсә, Зевс, Гераның үс алыуынан ҡотҡарыу өсөн, бик матур нимфа Каллистоны Инә Айыуға әйләндерә. Сиракуздан Филемон һөйләгән икенсе миф, шулай уҡ сабый-Зевс, Кроностан йәшереп, ике крит нимфаһын да Инә айыуға әйләндерә, ә һуңынан Оло Етегән һәм Бәләкәй Етегән рәүешендә күккә күсерә.
Клавдий Птолемейҙың «Альмагест» йондоҙло күк каталогына индерелгән.
Санскритса йондоҙлоҡ «Сапта Риши», йәки «Ете Риши (Аҡыл эйәһе)» тип аталған.
Ҡаҙаҡ күскенселәрендә йондоҙлоҡ «Жетіқарақшы» тип атала һәм «Ете юлбаҫар» тип тәржемә ителә. Легенда буйынса, Тәңре үҙенең аттары Акбоз (Фекда) һәм Кокбозды (Кохаб) (уның янында күренгән йондоҙҙар) Тимер ҡаҙыҡҡа — Темирқазық (Поляр йондоҙ) — бәйләй, ә ете юлбаҫар был аттарҙы урларға теләй һәм улар тирәләй әйләнә. Күскенсе халыҡ борон-борондан Поляр йондоҙҙо (Темирқазық) йүнәлеш һайлағанда ҡулланған һәм шуның өсөн йондоҙло күк йөҙөн күҙәтеүгә ҙур иғтибар бүлгән.
Ҡытай астрономияһында Сүместең ете йондоҙо Төньяҡ Сүмес (ҡыт. 北斗|Běidǒu|Бэйдоу) исемен йөрөтә. Боронғо заманда ҡытайҙар сүместе ваҡыт иҫәпләү өсөн ҡулланған. «Путешествие на Запад» романының 30-сы бүлегендә дәлил бар:
Оло Етегәнгә ҡарап, ул хәҙер 3-нсө стража (ваҡыт үлсәме) булырға тейешлеген билдәләй[12].
Оригинал текст (ҡыт.)他见那星移斗转,约莫有三更时分。
Хәҙерге ҡытай телендә ваҡыт үтеү менән процестың үҙгәреүен аңлатҡан (ҡыт. ябайл. 斗转星移, пиньин: dǒu zhuǎn xīng yí, палл.: доу чжуань син и) «сүмес боролдо һәм йондоҙҙар ситкә тайпылды» чэнъюй бар[13].
Эвенктарҙа йондоҙлоҡ йыһан мышыһы Хэглен образы менән тиңләштерелә, урыҫ халыҡ традицияһында йондоҙлоҡ ҡайһы берҙә «Лосем» тип тә атала[14]. Совет археологы һәм тарихсыһы, Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы Б.А. Рыбаков үҙенең билдәле хеҙмәтендә былай тип яҙа: «Беҙҙең төньяҡ ярымшарының иң мөһим йондоҙлоғо — Ҙур Инә Айыу — урыҫ төньяғында "Лосем", "Сохатый" тип аталған… Поляктарҙа Поляр йондоҙ "Лосиная звезда" (Gwiazda Łosiowa) тип атала. Эвенктарҙа Оло Етегән йондоҙлоғо (Ursus Major) „Инә Мышы Хэглен“» тип атала[15].
Боронғо Рустә был йондоҙлоҡ шулай уҡ «Бәйҙә торған Ат» тип аталған.
Башҡорт мәҙәниәтендә йондоҙлоҡтар
Башҡорт халҡының мифологик һәм космогоник ҡараштарын өйрәнеү өсөн «Урал батыр» эпосы төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Был эпоста башҡорт ата-бабаларының космогоник ҡараштары тулыраҡ һәм бөтөн килеш һаҡланған.
Башҡорттарҙа Йондоҙлоҡ «Ете ҡыҙ» башҡорт легендаһы буйынса «Етегән» йәки рус теленә тәржемә иткәндә «Ете ҡыҙ» тип атала[16]. Ете һаны башҡорттарҙың донъяның арауыҡ төҙөлөшө тураһындағы космогоник күҙаллауҙарын сағылдыра. Ышаныуҙар буйынса, ер һәм күк ете ҡатламдан тора: «ете ҡат ер» «ете ҡат күк».
Етегән йондоҙлоғо сакраль «ете» һаны менән бәйле. Был билдәле төркиәтсе Э. Р. Тенишевтың тикшеренеүҙәрендә раҫлана. Башҡорттарҙа: «Етегән йондоҙ тип ете рапҡыр әйтһәң сауап була» тигән ышаныу һаҡланған. Балаларҙы был фразаны бер һулышта әйтергә өйрәтәләр. «Йондоҙлоҡто ете тапҡыр иҫәпләү һәм был һүҙбәйләнеште тын алмай әйтеү йолаһы йондоҙҙарға табыныу реликты булып тора».
Оло Етегән һәм Тимерҡаҙыҡ йондоҙлоғоноң килеп сығышы тураһында башҡорт мифологик риүәйәттәрендә «яҙыу» (май яҙыу мәғәнәһендә) («сайҡау» — пахтанье) мотивы бар. Борон заманда ер ҡалаҡ ҙурлығында, ә күк туҫтаҡ ҙурлығында булған, тип риүәйәттә донъяның тәүге барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһында бәйән ителә. Ваҡыт үтеү менән кешеләр күбәйә һәм ер киңәйә. Кешеләр, бөтәһенә лә аҙыҡ етерлек булһын өсөн, ҙур ҡаҙан һәм сүмес (ижау) эшләргә ҡарар итә. Ҡаҙанды көмөштән, ә сүместе алтындан эшләгәндәр. Шунда ҡайҙандыр Алып баһадир килеп сыға, сүместе ҡулында әйләндереп, күккә ырғыта, һәм сүмес күктәге йондоҙҙар араһында тороп ҡала. Әлегә тиклем төнгө күктә, ете сағыу йондоҙ, Алып сүмесе әйләнә[17][18][19].
Геральдикала
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тимерҡаҙыҡ (йондоҙлоҡ)
- Орион (йондоҙлоҡ)
- Өлкәр
- Оло Етегән йондоҙлоғо йондоҙҙары исемлеге
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ursa Major, Constellation Boundary // The Constellations. — International Astronomical Union. Архивировано 5 июнь 2013 года.
- ↑ The Constellations. International Astronomical Union. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2019. Архивировано 4 июнь 2013 года.
- ↑ Mandelbaum, Allen; translator. The Odyssey of Homer. — New York City: Bantam Dell, 1990. — ISBN 978-0-553-21399-7.
- ↑ Капалин В. И. Шаманизм и культура Востока. — Нота Бене, 2007, С. 85.
- ↑ 1 2 Leos Ondra. A New View Of Mizar (ингл.) (1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2016. Архивировано 10 июнь 2020 года.
- ↑ Mark R. Chartrand. Skyguide, a Field Guide for Amateur Astronomers. — Golden Press, 1982. — ISBN 978-0-307-13667-1.
- ↑ Ridpath, at p. 136.
- ↑ Ф. Ю. Зигель. Сокровища звёздного неба: Путеводитель по созвездиям и Луне. — 5-е изд. — М.: Наука, 1987. — С. 75. — 296 с.
- ↑ Историко-астрономические исследования, Том 15. — Наука, 1980. С. 359.
- ↑ Малолетко А. М. Географическая ономастика: учебное пособие для студентов специальности «география». — Изд-во Томского университета, 2001. С. 185.
- ↑ Homer, Odyssey, book 5, 273 Архивная копия от 2 декабрь 2019 на Wayback Machine
- ↑ У Чэн-энь. Путешествие на Запад / Перевод с китайского, вступ. ст. и прим. А. Рогачева; перевод стихов под ред. А. Адалис и И. Голубева. — М.: Государственное издательство художественной литературы, 1959. — Т. 2. — С. 77. — 30 000 экз.
- ↑ См. словарную статью 斗转星移 dǒu zhuǎn xīng yí в источнике: 现代汉语词典 (Сяньдай ханьюй цыдянь) (ҡыт.). — 5-е изд. (2005). — Пекин: Шану иньшугуань, 2010. — С. 331. — ISBN 9787100043854.
- ↑ Мифы народов мира, энциклопедия под редакцией С. А. Токарева.
- ↑ Б. А. Рыбаков. Язычество древних славян. — 2-е изд. — М.: Наука, 1994. — С. 54.
- ↑ Етегән йондоз
- ↑ Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии
- ↑ А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- ↑ Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна
- ↑ Jeff Goodman. Magnetic North Pole vs. Geographic North Pole. Reich College. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 31 декабрь 2008 года.
- ↑ Пашков А.М. Гербы и флаги Карелии. — Петрозаводск: КАРЭКО, 1994. — 352 с. — 30 000 экз. — ISBN 5-88129-010-0.
Әҙәбиәт
- Медведица Большая // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Большая Медведица на wikisky.org
- Созвездие Большая Медведица (Ursa Major). На основе материала, опубликованного в журнале «Наука и жизнь», подготовленного к.п.н. Е. Левитаном.
- Фотографии Большой медведицы (инг.)
- AAVSO: Мифы Большой медведицы (инг.)
- Йондоҙлоҡтар исемлеге.
- А. Г. Салихов. Знания о звёздах в традиционной культуре башкир
- Закирьян Аминев. Основы башкирской мифологии
- Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре. Названия звезд у башкир. Турумтаева Рамиля Юлаевна
- Башҡорттарҙа йондоҙ исемдәре — «Тамаша», 8 июль 2020 йыл