Тимер (тау)
Тимер (рус. Железная (гора)) — Кавказ Минераль Һыуҙары төбәгендәге Пятигорьела ҡалдыҡ магматик (палеовулканик) тау. Бейеклеге — 853 м. Тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Железноводск ҡалаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. Диаметры 1,8 км, бейеклеге 200 м² булған майҙанлы конус формаһында. Өҫкө өлөшө бештауниттар һәм үрге аҡбур эзбизташтарынан тора, ә һөҙәк түбәнге өлөшөндә — палеоген таш ишелмәләре менән ҡапланған ултырмалар.
Тауҙың төп байлығы — 23 минераль һыу сығанағы, шуларҙың 16-һы сәләмәтләндереүҙә ҡулланыла.
Тау крайҙың геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ КПСС-тың Ставрополь край комитеты бюроһы һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының край советы башҡарма комитетының 1961 йылдың 15 декабрендәге 676-сы «Крайҙа тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар тураһында» ҡарары
Һылтанмалар
- РФ һыу реестры: Железная 2023 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
Был — география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.