Тирмә (торлаҡ)

ТирмәXIX быуаттағы йәйге кейеҙ башҡорт өйө.

Тирмәләргә йәшәргә башҡорттар яҙ, йылы йыл миҙгеле башланғас, күсеп сыҡҡандар. Башҡорт тирмәләре далала  лагерь рәүешендә урынлашҡан. Тирмәләрҙә йәшәү маҡсаты — көтөүҙәге малдарға күҙ-ҡолаҡ булыу, утын киҫеү, бесән әҙерләү.

Тирмә ағас рәшәткәләрҙән яһалып, өйрөлтөп кейеҙ менән көпләнгән. Тирмәнең түбәһендә төтөн сығыу өсөн тишек эшләнгән. Тирмә уртаһында — аш-һыу әҙерләү өсөн усаҡ булған.

Тирмәләрҙә башлыса бай башҡорттар йәшәгәндәр. Ярлы башҡорттар аласыҡтарҙа, ҡыуыштарҙа йәшәгәндәр.

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа

Һылтанмалар

Категориялар