Тиҙәк
Ҡулланылышы
Тиҙәк һалам, бесән һәм башҡа тәбиғи нәмәләр менән ҡатнашып серегән осраҡта тиреҫ килеп сыға. Уны һәм тиҙәк һарҡындыһын йыш ҡына органик ашлама итеп ҡулланалар.
Киптерелгән йәки эшкәртелгән тиҙәкте яғыулыҡ итеп тә ҡулланалар.
Башҡорттар йыш ҡына ат тиҙәген кирбес һуҡҡанда, һыларға балсыҡ әҙерләгәндә ҡушалар[1].
Һиндостандың һәм Пакистандың ауыллы төбәктәрендә тиҙәк электр станцияһына яғыулыҡ сифатында ҡулланыла, ул тотороҡло электр энергияһын тәьмин итә.
Үҙәк Африкалағы ауыл йорттарында тиҙәк яндырып, серәкәй өркөтәләр. Һалҡын урындарҙа арзан сеймал булараҡ һыйыр тиҙәге өйҙәрҙең стеналарын һылау өсөн файҙаланыла, ул йылы тота.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 353-сө бит
- ↑ Your Home Technical Manual — 3.4d Construction Systems — Mud Brick (Adobe) 2007 йылдың 6 июль көнөндә архивланған. (инг.) 2007 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Кизяк // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Werner Nachtigall: Lebensräume. Mitteleuropäische Landschaften und Ökosysteme. BLV Verlagsgesellschaft, München, 1986 (нем.) ISBN 3-405-13254-1
- Alain Raveneau: Le livre de la vache. Paris, Rustica, 1996 (фр.) ISBN 2-84038-136-2