Томск дәүләт идара итеү һәм радиоэлектроника системалары университеты
Томск дәүләт идара итеү һәм радиоэлектроника системалары университеты — Томск ҡалаһында университет. СССР МИнистрҙар Советы ҡарарына ярашлы 1962 йылдың 21 апрелендә нигеҙ һалынған.
Томск дәүләт университеты көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаһының 13 факультетын, радиотехника, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, электрон һәм иҫәпләү техникаһы, программалау, идара итеү системалары, мәғлүмәт технологиялары, иҡтисад һәм социаль эш өлкәһендә 140 һөнәр буйынса уҡытыуҙы үҙ эсенә ала.
Тарихы
1962 йылдың 21 апрелендә Томскиҙа радиоэлектроника һәм электрон техника институты (ТИРиЭТ) ойошторола. Ул Томск политехник институтының (ТПИ) - РТФ (радиотехник факультетының) һәм ЭРӨФаның (электр радиоидара итеү факультеты) ике факультеты базаһында ойошторола
Исемдәре
- 1962-1971 — Томск радиоэлектроника һәм электрон техника институты
- 1971-1993 — Томск радиоэлектроника һәм автоматлаштырылған идара итеү системалары институты
- 1993-1997 — Томск дәүләт идара итеү һәм радиоэлектроника системалары академияһы
- 1997 — Әлеге ваҡытта - "Томск дәүләт идара итеү системаһы һәм радиоэлектроника университеты"
Ректорҙары
- Шелупанов Александр Александрович (2014—2019)
- Шурыгин Юрий Алексеевич (2009—2014)
- Кобзев Анатолий Васильевич (1999—2009)
- Пустынский Иван Николаевич (1984—1999)
- Перегудов Феликс Иванович (1981—1984)
- Чучалин Иван Петрович (1972—1981)
- Зубарев Григорий Семенович (1962—1972)
2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы сығарылыш уҡыусыларын әҙерләүҙең "юғары кимәле" билдәһе менән юғары уҡыу йортона "С" рейтинг класын бирә[2].
Факультеттары
|
Уҡыу үҙәктәре
- Томск вуз-ара дистанцион белем биреү үҙәге
- Профессиональ әҙерләү үҙәге (ЦПП ТУСУР)
- Сит ил граждандарын уҡытыу үҙәге
- Халыҡ-ара IT-әҙерлек үҙәге
- Cisco академияһы селтәре
- Профессиональ әҙерләү үҙәге
- Фәнни-мәғариф үҙәге «ТУСУРА-Keysight»
- Студенттар менән уҡыуҙан тыш эш үҙәге (ЦВР)
- Рус-француз үҙәге (РФЦ)
- Сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге (ЦСТВ)
Институттар һәм ғилми бүлексәләр
- Автоматика һәм электромеханика ғилми-тикшеренеү институты (АЭМ илми-тикшеренеү институты)
- Радиотехник системалар ғилми-тикшеренеү институты (РТС ғилми-тикшеренеү институты)
- Электр элемтәһе системалары ғилми-тикшеренеү институты (ЭСС ғилми-тикшеренеү институты)
- Сәнәғәт электроникаһы ғилми-тикшеренеү институты (ПрЭ ғилми-тикшеренеү институты)
- Яҡтылыҡ-диодлы технологиялар ғилми-тикшеренеү институты
- Космик технологиялар ғилми-тикшеренеү институты (Ғилми-тикшеренеү инсьтиуты-КТ)
- Элемтә саралары һәм электрон ҡорамалдар (ЭТОСС ғилми-тикшеренеү институты) ғилми-тикшеренеү институты 2021 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
- Хәүефһеҙлек һәм системалы интеграция институты
- Инноватика институты 2020 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
- Өҫтәмә белем биреү институты (ИДО) 2020 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- Махсус конструкторлыҡ бюроһы «Смена»
- «Нанотехнология» фәнни-белем биреү үҙәге (НОЦ НТ)
Фәнни эштәр
- Фәнни-техник эшләнмәләр каталогы
- TALGATMusabaev системаһы — Үткәргес һәм диэлектриктар ҡатмарлы структураларҙы компьютер моделләштереү системаһы. Электр магнит берләшмәһен иҫәпләү өсөн тәғәйенләнгән. Нигеҙендә ғалимдар эше ята
Башҡа ҡалаларҙа вәкиллектәре
- Ҡабул итеү комиссияларына сығыу пункттары
Университет кампусы
- Төп корпус
- УЛК (уҡыу-лаборатор корпусы)
- СБИ (студенттарҙың бизнес-инкубаторы)
- Башҡа корпустар (РК, һ. б. ФЭТ)
- Ғалимдар йорто
- Ишкәкле бассейн
- Спорт комплексы
- Спорт-белем биреү комплексы
- Студенттар ҡаласығы
Әҙәбиәт
Томский государственный университет систем управления и радиоэлектроники // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 363. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений стран СНГ
Һылтанмалар
- Официальный сайт ТУСУРа
- Сайт абитуриентов ТУСУРа
- Сайт магистрантов ТУСУРа
- Научно-образовательный портал ТУСУРа
- Электронное расписание студентов ТУСУРа
- Успеваемость студентов ТУСУРа
- Журнал «Доклады ТУСУР»
- Библиотека ТУСУРа
- Телефонный справочник ТУСУРа
- Центр обучения иностранных граждан ТУСУРа 2019 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған.
- Газета «Радиоэлектроник»
- ТУСУР на towiki.ru