Троица сиркәүе (Гергети)

Гергетила Троица сиркәүе (груз. გერგეტის წმინდა სამება, Гергетис Цминда Самеба) Казбек итәгендә, диңгеҙ кимәленән 2170 м бейеклектә ята, Хәрби-Грузин юлы буйында, Гергети ауылында Чхери йылғаһының (Терек ҡушылдығы) уң ярында, Степанцминда. ҡасабаһының өҫтөндә урынлашҡан.

XIV быуатта төҙөлгән Хеви өлкәһендәге берҙән-бер тәре -көмбәҙле ҡорам. Ғибәҙәтхана янында урта быуат манараһы һаҡланып ҡалған. Ҡорам эстән биҙәлмәгән, фрескалар юҡ, диуарҙары таш блоктан һалынған. Ҡорам эсендә ҡараңғы, электр үткәрелмәгән, ә тәҙрәләре тар. Металл ҡулсаларҙан торған тимер ишеге иғтибарға лайыҡ.

Совет осоронда сиркәү ябыла, хәҙер Грузин православ сиркәүе тарафынан кире ҡайтарылған. Июль айында Гергетоб байрамына бында күп халыҡ йыйыла. Туристар араһында популяр.

Һылтанмалар