Трояновский Сергей Викторович
Трояновский Сергей Викторович (9 июнь 1969 йыл — 15 июль 2024 йыл) — Рәсәй тарихсыһы һәм археологы; «Новгород дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығы» ФГБУК-ының мәҙәни мираҫын мираҫын өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса эксперт, «Боронғолоҡто яратыусыларҙың Новгород йәмғиәте» (НОЛД) төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
Бөйөк Новгород ҡала думаһының V саҡырылыш депутаты («Яблоко» фракцияһы)[2]. Депутат вәкәләттәрен 2015 йылда һала.
Биографияһы
Сергей Викторович Трояновский 1969 йылдың 9 июнендә Новгородта журналист В. С. Трояновский (1937—2019)[3] ғаиләһендә тыуа, шунда 1986 йылда 1-се урта мәктәпте тамамлай. 1987—1989 йылдарҙа Байкал аръяғы хәрби округында хәрби хеҙмәт үтә.
1993 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын археология һөнәре буйынса тамамлай. 1993—2004 йылдарҙа Новгород дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығында өлкән һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Новгород кремле, Бөйөк Новгород ҡалаһы, Новгород өлкәһе территорияһында археологик тикшеренеүҙәр үткәрә.
2004—2006 йылдарҙа Новгород өлкәһенең Мәҙәнитә, кино һәм туризм комитетында эшләй, рәйес урынбаҫары була һәм мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы бүлеген етәкләй. 2006—2007 йылдарҙа «Новгород» гәзит редакцияһы хеҙмәткәре була.
2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербург Тарих институтына өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм Новгород тарихы төркөмөнөң ғалим-секретары итеп алына. 2009 йылдың мартында Новгород музей-ҡурсаулығының археологик тикшеренеүҙәрен ойоштороу һәм тәьмин итеү буйынса үҙәк мөдире итеп тәғәйенләнә (ике урында эшләй).
1996—2000 йылдарҙа ВООПИиК өлкә советы президиумы составына инә.
2000 йылдан Боронғолоҡто яратыусыларҙың Новгород йәмғиәте рәйесе урынбаҫары була, 2011 йылда рәйес итеп һайлана.
2013 йылдың сентябрендә «Яблоко» партияһының исемлеге буйынса Новгород ҡала думаһының V саҡырылыш депутаты итеп һайлана
2013 йылдың ноябренән — «Яблоко» партияһы ағзаһы.
2024 йылдың 15 июлендә кинәт вафат булды[4][5][6][7].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ҡыҙы бар.
Фәнни эшмәкәрлеге
2001 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәү-ләт университетының Археология кафедраһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ватан һәм сит ил баҫмаларында 90-дан ашыу фәнни публикация авторы.
Һайланма хеҙмәттәре
- Трояновский, С. В. О некоторых результатах раскопок в Новгородском кремле // Новгород и Новгородская Земля: История и археология. — 1998. — № 12.
- Трояновский С. В. Великий Новгород: Седмицы истории. 859—1990-е годы. — М.: Весь мир, 2015. — 544 с. — ISBN 978-5-7777-0660-7.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- ВООПИиК Үҙәк советының почет билдәһе (1998)
- Киң мәғлүмәт сараларында «Рәсәй патриоты» патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға арналған Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2007, 2008)
- «Бөйөк Новгородтың 1150 йыллығына» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Депутаты Думы Великого Новгорода. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2013. Архивировано 8 октябрь 2013 года. 2013 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Не стало новгородского журналиста Виктора Трояновского
- ↑ Сегодня скоропостижно скончался новгородский учёный, археолог и журналист Сергей Трояновский (рус.). gazetanovgorod.ru (15 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
- ↑ Умер известный новгородский историк Сергей Трояновский (рус.). ria.ru (15 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
- ↑ Клавдия Гроцкая. Болезнь забрала новгородского историка и археолога Трояновского (рус.). moika78.ru (15 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
- ↑ Скончался Сергей Викторович Трояновский (рус.). novgorodmuseum.ru (15 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2024.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |