Туусула

Туусула[6],тәүҙә Тусула[7](фин. Tuusula [ˈtuːsulɑ], швед.Tusby [ˈtʉːsbyː]) — Финляндия муниципалитеты, Уусимаа провинцияһында урынлашҡан.

2007 йылдың 7 ноябрендә Туусула муниципалитетының Йокела ҡаласығында мәктәптә күпләп үлтереш була.

Географияһы

Хельсинкинан төньяҡта урынлашҡан. Күрше муниципалитеттар: Вантаа, Нурмиярви, Хювинкяа, Мянтсяля, Сипоо, Ярвенпяа һәм Керава.

Туусула һуҙылып киткән Туусуланъярви күленең көньяҡ ярында урынлашҡан — төньяҡ өлөшөндә Ярвенпяа ҡалаһы урынлашҡан.

Халҡының һан яғынан үҫеше буйынса Туусула үҙенең Хельсинки агломерацияһында урынлашыуы менән бурыслы.

Туусула муниципалитетында өс ауыл үҙәге:

  • Хюрюля, муниципалитет үҙәге, 20 меңгә яҡын кеше йәшәй.
  • Йокела, 6 100 яҡын кеше йәшәй.
  • Келлокоски, 4 400 яҡын кеше йәшәй.

һәм бер нисә бәләкәй ауыл бар.

XIX быуатта барлыҡҡа килгән Хюрюляла хакимиәт бинаһы урынлашҡан.

Иҡтисады

2015 йылдың декабрендә Hetzner[en] немец компанияһы ҡалала Дата-үҙәк төҙөү өсөн яҡынса 200 миллион евро инвестициялау тураһында ниәтен белдерә[8]

Туғандаш ҡалалар

Халҡы

96 проценттан ашыу халҡы фин телендә, ә 2 % швед телендә һөйләшә

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
1980198519871990199720002002200420052010
22 412▲25222▲26234▲27328▲29957▲31957▲33377▲34513▲34890▲37214

Билдәле кешеләре

  • Эйно Лейно
  • Алексис Киви

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 http://www.geopostcodes.com/Tuusula
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  3. ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
  4. ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  5. ↑ 1 2 3 4 5 6 Ystävyyskunnat — Туусула.
  6. ↑
    Финляндия. Белешмә картаһы. Масштабы 1:2000000. — М.: Роскартография, 1994.
  7. ↑
    Генштаб Топокарта 2016 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған.
  8. ↑ Финляндия претендует на членство в Совете ООН по правам человека. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 9 декабрь 2015. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2015)

Һылтанмалар

Категориялар