Тюфяков Сергей Михайлович

Сергей Михайлович Тюфяков (1949 йылдың 1 апреле, Өфө) — совет, Рәсәй баянисы, педагог, профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986)[1].

Биографияһы

1949 йылдың 1 апрелендә Өфөлә тыуған.

1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын баян класы буйынса (уҡытыусылары -В. Ф. Беляков һәм В. К. Моисеев) тамамлай.

1975—1979 йылдарҙа Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтында биш йыллыҡ стажировка үтә.

1974 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы уҡытыусыһы, 1991 йылдан музыка факультеты деканы, 2006—2015 йылдарҙа институттың ситтән тороп уҡыу-уҡытыу буйынса проректоры була.

1973—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-музыканты.

Башҡарыу оҫталығы

Сергей Михайлович Тюфяковтың репертуарында сит ил, ватан һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре, ү шулай уҡ башҡорт, татар, урыҫ халыҡ йырҙарының эшкәртеүҙәре.

«Эмоционаллеге менән айырылып башҡарыу сәнғәте тәрән уның, темперамент, виртуоз техника, артистизм, ансамблде нескә хистәре», — тип билдәләй башҡорт энциклопедияһы[2].

1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары В. В. Грачев һәм В. В. Фильчев менән берлектә баянсылар триоһы составында сығыш яһай. Гастролдәр менән Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея буйлап йөрөй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986);
  • Волга буйы йәш баянсылар конкурсы лауреаты;
  • И. Я Паницкий исемендәге I конкурс-фестивале лауреаты;
  • халыҡ-ара «Фогтлад музыка көндәре» (Клингенталь ГДР) Халыҡ-ара конкурсы лауреаты (1978, Клингенталь, ГДР).

Иҫкәрмәләр

  1. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова 2019 йылдың 12 декабрь көнөндә архивланған.
  2. Исполнит. иск‑во Т. отличается глубокой эмоциональностью, темпераментом, виртуозной техникой, артистизмом, тонким чувством ансамбля.

Һылтанмалар