Тәзәпир мәсете

Тәзәпир мәсете (әзерб. Təzəpir məscidi) — Баҡылағы мәсет.

Тарихы

Тәзәпир мәсетенең тышҡы күренеше

Мәсет төҙөлөшө 1905 йылда башланған, уны хәйриә менән шөғөлләнгән Нәбәт-ханум Ашурбәкова ярҙамында архитектор Зивәр бәк Әхмәдбәков төҙөгән. Меценат вафат булғандан һуң төҙөлөш туҡтап ҡала. Әммә бер аҙҙан уның улы аҡсаһына эш дауам итә һәм 1914 йылда төҙөлөш тамамлана.

Өс кенә йыл эшләп ҡалған мәсет Октябрь революцияһы арҡаһында 1917 йылда ябыла. Төрлө йылдарҙа мәсетте кинотеатр һәм амбар итеп файҙаланалар, һәм 1943 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем мәсет булараҡ эшләп килә. Мәсет ахуны булып Шәйх-үл-ислам Һәжи Аллаһшөкөрр Паша-задә хеҙмәт итә. Мәсет биләмәһендә Кавказ мосолмандары назараты урынлашҡан.

Архитектураһы

Мәсет интерьеры 1400 м² майҙанды биләй, Әзербайжан рәсем сәнғәте һәм һирәк осрай торған шәреҡ шамаилдары шәкелендә биҙәлгән. Миһрабы һәм көмбәҙе мәрмәрҙән эшләнгән. Ир-ат залында 52 люстра, ҡатын-ҡыҙ яғында — 5. Ҡатын-ҡыҙ намаҙ бүлмәһе фисташка ағасынан эшләнгән, тимер баҫҡыстар тимер-бетондан эшләнгәненә алмаштырылған, уларға ағас баҫҡыстар беркетелгән. Намаҙға килеүселәр өсөн кейенер-сисенер урын бар.

Мәсеттең биғәктәре, манараның өҫкө өлөшө һәм яҙмалар алтындан эшләнгән. 6 тапҡыр «Лә Илаһа Илләлаһ» тип яҙылған көмбәҙ — Ҡыҙылғая ташынан. Көмбәҙ метр ярым бейеклектә. Тәҙрәләр һәм ишектәр ҡыҙыл ағастан яһалған. Мәсет иҙәне 30 см-ға түбәнәйтелеп, унда йылытҡыс һалып ҡалдырылған. Иҙәненә әзербайжан келәме «намаҙлыҡ» итеп һалынған, ул 72 кешелек.

Галерея

Һылтанмалар