Төньяҡ Видземе биосфера ҡурсаулығы

Төньяҡ Видземе биосфера ҡурсаулығы (латыш. Ziemeļvidzemes biosfēras rezervāts) — Латвияның бындай төрҙәге берҙән-бер һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Видземе тарихи төбәгендә урынлашҡан.

Тарихы

1990 йылдың мартында Латвия хөкүмәте тарафынан илдең төньяғында хәҙерге биосфера ҡурсаулығы сиктәрендә Төньяҡ Видземе төбәк тәбиғәтте һаҡлау комплексын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Төньяҡ Видземе биосфера ҡурсаулығы рәсми рәүештә 1997 йылдың 11 декабрендә булдырыла һәм 15 декабрҙә үк ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә халыҡ-ара әһәмиәтендәге һаҡланыусы территория тип таныла.

Һылтанмалар