Кеше һәм биосфера

Кеше һәм биосфера (рус. Человек и биосфера, ингл. The Man and the Biosphere Programme, MAB) — ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара биологик программаһының дауамы. Программа кешенең тәбиғи мөхит менән үҙ-ара бәйләнешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән дисциплина-ара тикшеренеүҙәр өсөн эш планын тәҡдим итә. Программаның төп маҡсаты — биологик төрлөлөктө юғалтыуҙың экологик, социаль һәм иҡтисади эҙемтәләрен билдәләү, шулай уҡ бындай юғалтыуҙарҙы кәметеү. Үҙ эшендә программа Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәрен файҙалана[1].

Программа 1971 йылда булдырыла, ә 1974 йылда (программа мәғлүмәттәре буйынса 1976 йылда[2])) Америка Ҡушма Штаттарында беренсе биосфера ҡурсаулығы төҙөлә. 1983 йылда биосфера ҡурсаулыҡтары буйынса беренсе халыҡ-ара конгресс үткәрелә. Ул тикшереүҙәр һәм мониторинг, шулай уҡ урындағы берләшмәләр менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса эш планын билдәләй. 1995 йылда Севильяла (Испания) ЮНЕСКО конференцияһында әҙерләнгән һәм биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыуҙың һәм идара итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған Севилья стратегияһы Мадрид эш планында сағылыш таба. Ул 2008 йылда Мадридта үткән конференцияла раҫлана[3].

Тарихы

undefined

1960-сы йылдар аҙағында биологик төрлөлөктө һаҡлау проблемаһына фәнни ҡараш ҡулланыу идеяһы популярлыҡ ала. Ул тәбиғәтте һаҡлау зоналарының бөтә донъя селтәрен булдырыуҙа сағылыш таба, уның нигеҙендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм алмашыу программалары үҫешә башлай. 1970 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль Конференцияһында оҙайлы ваҡытлы хөкүмәт-ара һәм дисциплина-ара «Кеше һәм биосфера» программаһын булдырыу хуплана. Программа менән идара итеүсе Халыҡ-ара Координация Советының беренсе ултырышы 1971 йылдың ноябрендә үткәрелә һәм нигеҙ һалыныу көнө тип иҫәпләнә[3].

undefined

Биологик төрлөлөктө һаҡлауҙан тыш, экологик процестарҙы күҙәтеү менән шөғөлләнергә мөмкин булған махсус зоналар булдырыу идеяһы шунда уҡ тиерлек барлыҡҡа килә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре биосфера ҡурсаулыҡтары өсөн зоналаштырыу концепцияһын тәҡдим итә. Ул «төп», буфер зонаһы һәм күсмә зона, йәки урындағы халыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү зонаһын булдырыуға ҡайтып ҡала.

1974 йылда АҠШ-та беренсе биологик ҡурсаулыҡҡа нигеҙ һалына, уның төп эшмәкәрлеге оҙайлы тикшеренеүҙәр үткәреү була. Тәүге биологик ҡурсаулыҡтар махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре нигеҙендә асыла, унда фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә башлай. Улар хеҙмәттәшлек функцияларын үтәмәй, сөнки уларҙың күсмә зонаһы булмай[3].

СССР-ҙа биосфера ҡурсаулыҡтарының эш принциптары СССР ФА Президиумы ҡарамағындағы Биосфера проблемалары буйынса ғилми совет тарафынан эшләнә[4]. 1977 йылда ғилми совет рәйесе А. П. Виноградов И. П. Герасимов, В. Е. Соколов һәм Ю. А. Израэлгә СССР-ҙа биосфера ҡурсаулыҡтары селтәрен ойоштороу тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡуша. А. П. Виноградовтың бойороғо 1974 йылдың 7 июлендә совет-америка хөкүмәтенең ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһын үтәү буйынса килешеүенә таяна. Уға ярашлы СССР һәм АҠШ биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу өсөн территориялар бүлеү тураһында килешеү төҙөй. Биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың ҡиммәтле генетик линияларын һаҡлауға һәм сәнәғәт бысратыуҙарының биотаға тәьҫире буйынса фәнни тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелә[5].

Тикшеренеүҙәр

Экосистема ҡиммәттәрен һаҡлау программаның төп бурысы булып тора. Был контекста кеше системаның агрессив элементы булып тора. 1970 йылдар башында уҡ кешенең тәбиғәт системаларына тәьҫире дәрәжәһен билдәләүсе, пестицидтар ҡулланыу, урбанизация проблемаларын өйрәнеүсе һәм башҡа төрлө тикшеренеүҙәр, дөйөм алғанда 13 тикшеренеү программаһы үткәрелә[3].

undefined

ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы «Кеше һәм биосфера» программаһы эшмәкәрлеген түбәндәгесә күҙаллай[6]:

  • ҡарарҙар ҡабул иткәндә тейешле фәнни белемдәрҙе файҙаланыу иҫәбенә биологик төрлөлөк юғалтыуҙарын мөмкин тиклем кәметеү;
  • халыҡ-ара биосфера ҡурсаулыҡтары йәки резерваттары селтәрен булдырыу иҫәбенә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кимәлен күтәреү;
  • мәҙәни һәм биологик төрлөлөк араһындағы үҙ-ара бәйләнеште арттырыу.

Биотөрлөлөк юғалтыуҙарын кәметеү маҡсатында дисциплина-ара фәндәрҙең киң спектрына, шул иҫәптән юғалтыуҙарҙы һәм уларҙы кәметеү ысулдарын экологик, социаль һәм иҡтисади баһалауға баҫым яһала. Бындай ҡараштың нигеҙе булып экосистемалар менән интеграцияланған идара итеү өсөн ғилми үҙәктәр селтәрен булдырыу тора. Программа юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми-тикшеренеү институттарында тотороҡло үҫешкә күп яҡлы ҡарашты пропагандалауға һәм әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлә[6].

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кимәлен арттырыу биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм социаль-иҡтисади үҫеш араһында үҙ-ара бәйләнеш булдырыу юлы менән тормошҡа ашырыла. Биосфера ҡурсаулыҡтарының халыҡ-ара селтәре төбәк комитеттары менән берлектә был осраҡта белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу, белем биреү һәм тикшеренеү программалары һәм мониторинг, уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн үҙенсәлекле этәргес булып тора. Был йүнәлеш сиктәрендә халыҡ-ара биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу, фәнни базаны нығытыу (атап әйткәндә, биосфера ҡурсаулығының комплекслы мониторингы программаһы), программа сиктәрендә төбәк һәм тематик селтәрҙәргә ярҙам итеү бара[6].

Мәҙәни һәм биологик төрлөлөк араһында үҙ-ара эш итеүҙе арттырыу сиктәрендә мәҙәни ландшафттарға һәм тарихи объекттарға, атап әйткәндә, бөтә донъя мираҫы объекттарына айырым иғтибар бирелә[6].

Етәкселек

undefined

«Кеше һәм биосфера» программаһы менән Халыҡ-ара Координация советы һәм милли комитеттар идара итә[3]. Ул 34 ағзанан тора, улар ике йылға бер тапҡыр ЮНЕСКО Генераль конференцияһына һайлана[7]. Генераль конференцияның һәр сессияһында совет ағзаларының яртыһы үҙ вәкәләттәрен һала һәм шул уҡ төбәк төркөмдәренән яңы ағзалар һайлана. Совет ағзалары ҡабаттан һайлана ала. Бынан тыш, совет башлығы һәм уның биш урынбаҫары һайлана[8].

Ултырыштар ике йылға бер тапҡыр ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтә . Һәр вәкилдең бер тауыш хоҡуғы бар, әммә ул сессияла ҡатнашыу өсөн эксперттар ебәрерә ала. Бынан тыш, ултырыштарҙа ЮНЕСКО-ның советҡа инмәгән ағзалары, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм ЮНЕСКО эгидаһы аҫтындағы бер нисә халыҡ-ара ойошма вәкилдәре ҡатнаша ала[8]. Совет ултырыштары араһындағы тәнәфестәрҙә программа менән махсус бюро идара итә, уның составына ЮНЕСКО-ның бөтә геосәйәси төбәктәре вәкилдәре инә[7].

undefined

Советтың бурыстары[8]:

  • «Кеше һәм биосфера» программаһына етәкселек итеү һәм уны күҙәтеү;
  • программа эше һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан үҙгәрештәргә күҙәтеү (милли комитеттарҙың отчёттары нигеҙендә);
  • тикшеренеү төркөмдәренә тәҡдимдәр, төбәк һәм халыҡ-ара төркөмдәр булдырыу буйынса тәҡдимдәр;
  • программа сиктәрендә өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләү;
  • ҡатнашыусы илдәрҙең халыҡ-ара тикшеренеү төркөмдәре эшен координациялау;
  • башҡа халыҡ-ара ғилми программалар менән хеҙмәттәшлекте координациялау;
  • фәнни һәм техник мәсьәләләр буйынса халыҡ-ара хөкүмәт ҡарамағында булмаған ойошмалар менән консультациялар уҙғарыу.

Халыҡ-ара Координация Советы яңы биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә һәм ғәмәлдәге ҡурсаулыҡтарҙың эшмәкәрлеге тураһында ваҡытлыса отчеттар нигеҙендә тәҡдимдәр бирә[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. UNESCO's Man and the Biosphere Programme (MAB) (ингл.) (недоступная ссылка — история). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  2. Search the Biosphere Reserves Directory (ингл.). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  3. 1 2 3 4 5 История Концепции «Человек и биосфера» («Man and Biosphere»). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 4 сентябрь 2011 года.
  4. Снытко В. А., Собисевич А. В. Деятельность Научного совета по проблемам биосферы Академии наук СССР // II Всероссийская научная конференция с международным участием Мониторинг состояния и загрязнения окружающей среды. Экосистемы и климат Арктической зоны. 25-27 ноября 2020 г. М., 2020. — С. 202—206.
  5. Снытко В. А., Собисевич А. В. Система экологического мониторинга в научном наследии академиков И. П. Герасимова и Ю. А. Израэля // Труды V Международной научно-практической конференции Индикация состояния окружающей среды: теория, практика, образование. М., 2017. С. 393—398.
  6. 1 2 3 4 UNESCO's Man and the Biosphere Programme (MAB): Objectives and Actions (ингл.) (недоступная ссылка — история). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  7. 1 2 International Co-ordinating Council of the Man and the Biosphere (MAB) Programme (ингл.) (недоступная ссылка — история). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  8. 1 2 3 4 International Co-ordinating Council of the Man and the Biosphere (MAB) Programme: How does it work? (ингл.) (недоступная ссылка — история). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 апрель 2012 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар