Рәсәйҙең «Кеше һәм биосфера» программаһы комитеты
Рәсәйҙең «Кеше һәм биосфера» программаһы буйынса комитеты (рус. Российский комитет по программе «Человек и биосфера») ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә булдырылған бөтә донъя биосфера резерваттары селтәрен үҫтереүҙә ҡатнаша. Комитеттың эшмәкәрлеге программа сиктәрендә Европала һәм Көнсығыш Азия төбәктәрендә хеҙмәттәшлекте нығытыуға, комплекслы мониторинг булдырыуға, мәғлүмәттәр базаһын унификациялауға һәм ғилми эштәрҙе программа проекттары буйынса баҫтырып сығарыуға йүнәлтелгән. Комитетҡа 1975 йылда нигеҙ һалына[1].
Рәсәйҙең биосфера резерваттары
Етәкселек
Әлеге ваҡытта комитет рәйесе — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Большаков Владимир Николаевич, уның урынбаҫарҙары — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Павлов Дмитрий Сергеевич һәм к.г.н. Неронов Валерий Михайлович, ғилми секретарь — к.б.н. Лущекина Анна Анатольевна[1].
Комитет эшмәкәрлеге
Рәсәй комитеты программаның ике төбәк селтәрендә эшләй: Европа биосфера ҡурсаулыҡтары Европа төбәк селтәренә[2], шул уҡ ваҡытта Уралдың көнсығышындағы 16 ҡурсаулыҡ Азия төбәк селтәренә ҡарай[2].
Комитет эшмәкәрлегенең төп проблемаһы — резерваттарҙың зоналаштырылған структураһын булдырыуҙа һәм бөтә өс нигеҙҙең: ядроның, буфер зонаһының һәм хеҙмәттәшлек зонаһының эшләүендә ҡатмарлыҡтар. Рәсәйҙең биосфера ҡурсаулыҡтарының күбеһендә зона структураһы булдырылмаған, урындағы халыҡ һәм хакимиәттәр менән хеҙмәттәшлек итеү ойошторолмаған. Комитет рәйесе Большаков проблеманы хәл итеүҙе халыҡ-ара әһәмиәткә эйә тәбиғәт участкаларына тейешле ҡануни ярҙам күрһәтеүҙә, шулай уҡ комитеттың ведомство-ара орган принцибы буйынса эшләү мөмкинлегендә күрә. Академик Испанияны миҫалға килтерә, уның Комитетында төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан юғары кимәлдәге белгестәр бар. Испания бик күп төбәк һәм халыҡ-ара саралар уҙғарып, программаны үҫтереүгә тос өлөш индерә. Рәсәй Программа комитеты 2011 йылда Рәсәйҙә төрлө саралар үткәрелеүгә өмөтләнә[3].
Рәсәй территорияһындағы биосфера резерваттары
Бөгөнгө көнгә (2010 йыл) донъяның 107 илендә 553 биосфера резерваты иҫәпләнә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы территорияһында 41 биосфера резерваты[4]:
- Кавказ биосфера ҡурсаулығы, 1978
- Ока биосфера ҡурсаулығы, 1978
- Ока-Террас биосфера ҡурсаулығы, 1978
- Сихотэ-Алин биосфера ҡурсаулығы , 1978
- Үҙәк Ҡара тупраҡ биосфера ҡурсаулығы, 1978
- Әстерхан биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Воронеж биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Кронок дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Лапландия дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Печора-Илыч биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Саян-Шушенск биосфера ҡурсаулығы, 1984
- Сохондо ҡурсаулығы, 1984
- Үҙәк Урман ҡурсаулығы, 1985
- Байкал биосфера ҡурсаулығы, 1986
- Баргузин биосфера ҡурсаулығы, 1986
- Үҙәк Себер биосфера ҡурсаулығы, 1986
- Ҡара тупраҡтар биосфера ҡурсаулығы, 1993
- Таймыр биосфера ҡурсаулығы, 1995
- Убсунур соҡоро биосфера ҡурсаулығы, 1997
- Даур биосфера ҡурсаулығы, 1997
- Теберде дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, 1997
- Катунь биосфера ҡурсаулығы, 2000
- Висим биосфера ҡурсаулығы, 2001
- Водлозеро биосфера ҡурсаулығык, 2001
- ru:Биосферный резерват Неруссо-Деснянское Полесье, 2001
- Дарвин дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, 2002
- Түбәнге Новгород биосфера резерваты, 2002
- Командор дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 2002
- ru:Национальный парк Смоленское Поозерье, 2002
- Угра милли паркы, 2002
- Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ биосфера ҡурсаулығы, 2003
- Валдай биосфера ҡурсаулығы, 2004
- Биосферный заповедник Кедровая Падь, 2004
- Кенозеро биосфера ҡурсаулығы, 2004
- Ханкай диңгеҙ буйы биосфера ҡурсаулығы, 2005
- Урта Волга комплекслы биосфера ҡурсаулығы, 2006
- Ҙур Волга-Кама биосфера ҡурсаулығы, 2007
- Ростов биосфера ҡурсаулығы, 2008
- Алтай биосфера ҡурсаулығы, 2009
- Волга-Аҡтүбә һыубаҫар туғайы, 2011
- Башҡортостан Уралы, 2012
Баҫтырылған әҙәбиәт
Түбәндә «Кеше һәм биосфера» программаһы буйынса Рәсәй комитеты эше сиктәрендә нәшер ителгән эштәр тәҡдим ителә[5]:
- Московское бюро ЮНЕСКО. Российские биосферные резерваты на современном этапе. Часть1. Европейская территория РФ. — Москва, 2006.
- Биосферные резерваты России в XXI веке, вклад в устойчивое развитие и сохранение биологического и этнокультурного разнообразия в России в контексте глобальных изменений. — Ханты-Мансийск, 2007.
- В.В. Бобров, А.А.Варшавский, Л.А.Хляп. Чужеродные виды млекопитающих в экосистемах России. — Москва, 2008.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Российский комитет по программе ЮНЕСКО «Человек и биосфера» (МАБ). ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 ЕвроМАБ-2009. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ О Программе ЮНЕСКО «Человек и биосфера» (МАБ) и перспективах её развития. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ Search the Biosphere Reserves Directory (ингл.). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
- ↑ Основные публикации РК МАБ. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
- Российский комитет по программе ЮНЕСКО «Человек и биосфера» (МАБ). ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.