Воро́неж ҡурсаулығы (В. М. Песков исемендәге Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, рус.Воронежский государственный природный биосферный заповедник имени В. М. Пескова) — Воронеж һәм Липецк өлкәләрендәге ҡурсаулыҡ. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында[1].
Воронеж ҡурсаулығы Рәсәйҙең иң боронғо ҡурсаулыҡтарының береһе, Воронеж ҡалаһы үҙәгенән 40 км төньяҡта Краснолесный ауылы менән сиктәш урынлашҡан. 1923 йылда Воронеж губерна башҡарма комитетының 66-сы ҡарары менән ойошторола. 1927 йылда РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Һунарсылыҡ дәүләт ҡурсаулығы» тураһында положениены раҫлай. Майҙаны — 31 053 га.
2013 йылдың 23 авгусында Воронеж тәбиғәт ҡурсаулығы билдәле яҙыусы һәм журналист В. М. Песков исемен йөрөтә. Хәҙер ҡурсаулыҡ В. М. Песков исемендәге Воронеж дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы тип атала.
↑Воронежский заповедник(урыҫ). — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.). Дата обращения: 15 август 2023.
↑Животный мир (билдәһеҙ). ФГБУ «Воронежский государственный природный биосферный заповедник имени В.М. Пескова». Дата обращения: 3 июль 2018. Архивировано 3 июль 2018 года.
Л. С. Лавров, В. А. Семёнов, В. В. Трегубов. Воронежский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 164—187.