Водлозеро милли паркы
Водлозеро милли паркы | |
---|---|
![]() | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 4683 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1991 йыл |
Урынлашыуы | |
62°30′00″ с. ш. 36°55′00″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекттары | Архангельск өлкәһе, Карелия |
Райондар | Онега районы, Пудога районы |
Яҡындағы ҡала | Пудож |
vodlozero.ru | |
![]() |
Водлозеро милли паркы (рус. Водлозе́рский национальный парк)[1] — Рәсәйҙең Карелия Республикаһының Пудога районында һәм Архангельск өлкәһенең Онега районында урынлашҡан милли парк[2].
Дөйөм мәғлүмәттәр
Водлозеро паркының дөйөм майҙаны — 468,3 мең гектар, шул иҫәптән Карелия Республикаһында — 130,6 мең гектар һәм Архангельск өлкәһендә — 337,6 мең гектар[3].
Парктың ҡурсаулыҡ зонаһына (99,4 мең га) килеүселәргә инеү тыйылған. Айырыуса һаҡланған зона (185,9 мең гектар) ойошҡан килеү өсөн тәғәйенләнгән. Хужалыҡ тәғәйенләнешендәге зонала (1,2 мең гектар) парк эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыла. Рекреацион зона (51,2 мең га) экологик туризмды ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән. Урман хужалығы зонаһы (54,1 мең га) урман тергеҙеү өсөн бүленгән. Тәбиғәттән традицион файҙаланыу зонаһы (76,3 мең га) урындағы халыҡҡа тәбиғәттән файҙаланыу өсөн бүленгән.
Тарихы
Водлозеро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Водлозеро — Рус Төньяғының боронғо мәҙәни районы. Бында яҡынса 8—9 мең йыл элек кеше күсеп ултырған. Уның территорияһында бик күп археологик ҡомартҡылар, шул иҫәптән мезолит һәм неолит осоро ҡомартҡылары бар.
XX быуат башында Водлозерола 2628 кеше йәшәгән 40 ауыл иҫәпләнә. 2005 йылда Водлозеро паркы территорияһында биш тораҡ пунктында 547 кеше йәшәгән.
Милли парк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Водлозеро күле һәм Илекса йылғаһы бассейнында тәбиғәт комплексын һаҡлау өсөн Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары менән 1991 йылдың апрелендә милли парк булдырыла. Zapoved.ru сайтында раҫлауынса, парктағы кеше ҡулы теймәгән урмандар майҙаны Көнбайыш Европаның барлыҡ урмандары майҙанынан ҙурыраҡ[3].
2001 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән паркҡа биосфера ҡурсаулығы статусы бирелә[4]. Ул Рәсәйҙә милли парктар системаһында тәүгеһе[5].
Парк администрацияһы
Дирекция һәм милли парктың административ үҙәге Петрозаводскиҙа урынлашҡан. Водлозеро филиалы хакимиәте Карелияның Куганаволок ауылында урынлашҡан, ә Онега филиалы хакимиәте — Онега ҡалаһында[6].
Парк территорияһы өс урмансылыҡҡа бүленә:
- Водлозеро — үҙәге Куганаволок ауылында
- Илек — үҙәге Онега ҡалаһында
- Пудога — үҙәге Валдай ҡасабаһында
Үҫеше
Водлозеро паркында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып экотуризм үҫешенең генераль һәм бизнес-планы эшләнә, экотуризмдың халыҡ-ара принциптары ғәмәлгә индерелә[7].
Ун йылдан ашыу ҡырағай тәбиғәттә эшләү өсөн гид-юл күрһәтеүселәр әҙерләү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, ул Финляндияның Тампере колледжы ҡарамағындағы Куру урман хужалығы бүлеге менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Фәнни тикшеренеүҙәр өс йүнәлеш буйынса алып барыла:
- Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш Европа тәбиғи тайга ландшафттары стандарты булараҡ, Водлозеро милли паркының экосистема, флораһы һәм фаунаһы биотөрлөлөгөн өйрәнеү һәм һаҡлау;
- Водлозерье һәм Поилексье халҡының хәҙергеһе һәм үткәне;
- Рус Төньяғының изгеләрен һәм изге урындарын өйрәнеү[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Карелияның һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлеге
- Архангельск өлкәһенең һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлеге
Иҫкәрмәләр
- ↑ Формальное название по официальным документам: федеральное государственное бюджетное учреждение «Национальный парк „Водлозерский“»
- ↑ Положение о федеральном государственном учреждении «Национальный парк «Водлозерский» . docs.cntd.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 13 ноябрь 2019 года.
- ↑ 1 2 Водлозерский национальный парк . www.zapoved.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 13 ноябрь 2019 года.
- ↑ UNESCO — MAB Biosphere Reserves Directory — Vodlozersky Biosphere Reserve (ингл.). Дата обращения: 9 октябрь 2009. Архивировано 7 июль 2020 года.
- ↑ Национальный парк «Водлозерский» . oopt.aari.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 29 март 2016 года.
- ↑ Национальный парк Водлозерский . vodlozero.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 29 октябрь 2019 года.
- ↑ Водлозерский национальный парк . www.culture.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 13 ноябрь 2019 года.
- ↑ Научно-исследовательская деятельность (недоступная ссылка — история). www.zapoved.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.
Әҙәбиәт
- Хохлова Т. Ю., Антипин В. К., Токарев П. Н. Особо охраняемые природные территории Карелии1300 экз. — ISBN 5-9274-0003-5. . — (издание второе, переработанное и дополненное). — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2000. — С. 35—39. — 312 с. —
- Национальный парк «Водлозерский»: Природное разнообразие и культурное наследие / Науч. ред. О. В. Червяков. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2001. — 313 с.
- Природное и культурное наследие Водлозерского национального парка. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 1995. — 245 с.
- Аверьянов К. А. Водлозерье — заповедный край Русского Севера // Труды Института российской истории. Вып. 9. М., 2010. С. 490—503.
- Линник Ю. В. «Водлозерье в моей картине мира». Карельский педагогический институт. Карельский экологический журнал «Зелёный лист»; 2011 г., июнь, № 1. С. 28-29.
Һылтанмалар
- ООПТ России. Национальный парк «Водлозерский» . oopt.aari.ru. Дата обращения: 13 август 2022.
- Национальный парк «Водлозерский» . Архивировано из оригинала 9 май 2016 года.
- Официальный сайт Парка . www.vodlozero.ru. Дата обращения: 13 август 2022.
- Дорога на Водлозеро. Что такое национальный парк? Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.