Салаир милли паркы

Салаир милли паркы (рус. Национальный парк «Салаир») — Алтай крайындағы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. 2020 йылдың 11 сентябрендә «Экология» милли проекты[1][2] сиктәрендә Салаир теҙмәһендәге тәпәш тауҙарҙың тәбиғи комплекстарын боҙлоҡҡа тиклемге осорҙағы реликт үҫемлектәре менән һаҡлап ҡалыу маҡсатында булдырылған. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.

Физик-географик шарттары

Милли парк Көнбайыш Себерҙең көньяғында урынлашҡан, Алтай крайының көнсығыш өлөшөндә Кемерово өлкәһе сигтәш. Үҙ эсенә крайҙың Зарин, Тогульский, Эльцовский һәм Солтон райондары территорияһының бер өлөшөн ала. Ул Рәсәй, Ҡаҙағстан, Монголия һәм Ҡытай территорияһындағы Алтай-Саян тауҙарының иң төньяҡ өлөшө, ул планетаның биологик төрлөлөгө (хайуандар һәм үҫемлектәр һаны) иң юғары булған 200 төбәге исемлегенә индерелгән.

Парк территорияһы 6 кластерҙан тора: «Тогул», «Ачигус», «Антроп», «Сары-Чумыш», «Сунгай» и «Чумыш», дөйөм майҙаны 161 220,8 га[3].

Парк территорияһының рельефы — тәрән йылға үҙәндәре менән йырғыланған. Тайга менән ҡапланған, уға көнбайыштан кеше тарафынан тулыһынса үҙгәртелгән дала һәм урман-дала ландшафтары тоташа. «Тогул», «Ачигус», «Антроп» и «Сары-Чумыш» кластерҙарына инеү бөтә миҙгелдәрҙә лә ауыр, шуға күрә уларҙа урман биләмәләре аҙ үҙгәргән.

Парк биләмәһендә 700-гә яҡын төр көпшәле үҫемлектәр иҫәпләнә. 29 төр үҫемлек, бәшмәк һәм лишайник Алтай крайының Ҡыҙыл китабына индерелгән, уларҙың 9-ы — Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына.

Милли паркта умыртҡалы хайуандарҙың 231 төрө йәшәй, уларҙың 44 төрө Алтай крайының Ҡыҙыл китабына һәм 12 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление Правительства Российской Федерации от 11.09.2020 № 1399 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2022. Архивировано 24 ғинуар 2022 года.
  2. Салаир (Тогул). — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  3. Представители турсообщества Алтайского края вошли в Общественный совет по развитию национального парка «Салаир». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.
  4. Год с создания первого нацпарка Алтайского края - Салаир: перспективы развития ООПТ обсудили на Общественном совете. www.mnr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә