Витим ҡурсаулығы

Витим ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Вити́мский») 1982 йылдың 20 майында ойошторола. Ҡурсаулыҡ территорияһы Саян-Байкал тау районында Витим йылғаһы буйлап Бодайбо ҡалаһынан 240 км өҫтә урынлашҡан. Майҙаны — 585 838 гектар[1]. Ҡурсаулыҡтың йылға селтәре Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Бында күлдәр күп: айырыуса Орон күле фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Климаты

Ҡурсаулыҡтың уртаса зона сиктәрендә урынлашыуы, океандарҙан һәм таулы ерҙәрҙән ҙур алыҫлығы климаттың төп үҙенсәлеген — климат шарттарының киҫкен континентальлеген һәм бейеклек бүлкәтлеген — билдәләй. Абсолют температура минимумы −60 °C етә. Ҡыш октябрь башында башлана һәм яҡынса 7 ай дауам итә. Дөйөм алғанда, йылы осорҙоң оҙайлығы (0 °C-тан юғары) йылына яҡынса 145 көн тәшкил итә.

Фауна һәм флораһы

Урман ҡурсаулыҡ майҙанының яҡынса 12 процентын биләй. Үҫемлектәрҙең 1085 һәм лишайниктарҙың 9 төрө асыҡланған.

Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән көпшәле үҫемлектәргә алһыу алтын тамыр, наяда, һуғанбашлы калипсо, Байкал бородинияһы ҡарай.

Ҡурсаулыҡта 220-нән ашыу ҡош, балыҡтарҙың — 23, амфибия — 3, һөйрәлеүселәрҙең — 1, һөтимәрҙәрҙең 35 төрө теркәлгән. Ҡуш тояҡлыларҙан болан, кабарга, мышы киң таралған. Шулай уҡ әлгәнйәк күп.

Топографик карталар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә