Шор милли паркы
Шор милли паркы (рус. Шорский национальный парк) — Кемерово өлкәһенең көньяғындағы милли парк.
РСФСР Министрҙар Советының 1989 йылдың 27 декабрендәге 386-сы һанлы «Кемерово өлкәһендә Шор дәүләт тәбиғәт паркын ойоштороу тураһында»ғы ҡарары нигеҙендә 1990 йылда ойошторола.
Шор милли паркы Таштағол административ районы территорияһында урынлашҡан. Парк биләмәһенең оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа 110 км, көнсығыштан көнбайышҡа — 90 км. Хакимиәте Таштағол (шор. Таштағол) ҡалаһында.
Почта адресы: 652992, Кемерово өлкәһе, Таштағол ҡалаһы, Макаренко урамы, 16-сы йорт.
2000 йылда урман төҙөлөшө эштәре мәғлүмәттәре буйынса, парктың майҙаны 413843 гектар тәшкил итә. Милли парк составында 5 урман хужалығы иҫәпләнә.
Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһында ағза булып тора.
Милли парк структураһы
| Урмансылыҡ | Административ район | Дөйөм майҙаны, га. | Контораһының почта адресы |
|---|---|---|---|
| 1. Усть-Анзасское | Таштағол | 66004 | Усть-Анзас ҡасабаһы |
| 2. Чилису-Анзасское | Таштағол | 115823 | Усть-Кабырза ҡасабаһы |
| 3. Верхне-Кабырзинское | Таштағол | 117115 | Усть-Кабырза ҡасабаһы |
| 4. Чулешское | Таштағол | 51631 | Ключевой ҡасабаһы |
| 5. Верхне-Мрасское | Таштағол | 63270 | Мрассу ҡасабаһы |
Тарихы
1989 йылда ойошторолған. 2022 йылдың 20 октябрендә парк Сергей Дмитриевич Тивяков исемен йөрөтә[1].
Биләмәһенә ҡылыҡһырлама
Рельефы
Милли парк биләмәһе йылға үҙәндәре менән ныҡ йырғыланған. Тауҙары бейек, диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 500—800 метр, айырым түбәләре 1600—1800 метрға етә (шул иҫәптән Кубез — 1555 м һәм Лысуха — 1648 м).
Климаты
Климаты — ҡырҡа континенталь һәм ҡырыҫ, сөнки парк Азия континентының үҙәгендә тиерлек урынлашҡан. Бейек һырттар үҙенсәлекле климат режимын булдыра. Ғинуарҙың уртаса температураһы − 20-22 °C, июлдә − +17-18 °C. Бейек тауҙарҙа уртаса температура ҡырҡа түбәнәйә.
Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 900 мм, тауҙарҙың елгә ҡаршы битләүҙәрендә 1500—1800 мм тиклем. Ҡар ярты йылдан ашыу, октябрҙән апрелгә тиклем ята. Ҡар ҡатламы 200—250 сантиметрға етә, тау уйпаттарында — 400 сантиметрҙан ашыу. Елдәр көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан йыш иҫә.
Һыу ятҡылыҡтары
Милли парктың биләмәһендә йылғалар һәм шишмәләр күп. Төп йылғаһы — Мрас-Су. Ул парк аша төньяҡтан көньяҡҡа аға һәм уны яҡынса ике тигеҙ өлөшкә бүлә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шорскому национальному парку присвоили имя профессора Сергея Дмитриевича Тивякова. shorskynp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
Һылтанмалар
- Шорский национальный парк. Министерство природных ресурсов Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2012. Архивировано из оригинала 29 декабрь 2013 года.
- Карта Шорского национального парка. Информационный портал Заповедная Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2012. Архивировано из оригинала 27 октябрь 2011 года.
- Федеральное государственное бюджетное учреждение "Шорский национальный парк". Федеральное государственное бюджетное учреждение "Шорский национальный парк". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2012. Архивировано из оригинала 17 июнь 2012 года.