Кенозеро милли паркы
Кенозеро милли паркы (рус. Кенозерский национальный парк)[2] — Архангельск өлкәһендәге милли парк. Идара итеүсе компанияһы — «Кенозеро» федераль дәүләт учреждениеһы.
Тарихы
Кенозеро милли паркы 139663 гектар майҙанда РСФСР Хөкүмәтенең 1991 йылдың 28 декабрендәге 84-се ҡарары менән ойошторолған[3][4]. Парк территорияһы Архангельск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Плесецк һәм Каргополь райондары тоташҡан урында урынлашҡан тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни комплекс булып тора. Уның көнбайыш сиге Карелия Республикаһы сиге буйлап үтә. Конфигурацияһы буйынса милли парк территорияһы — меридиональ йүнәлештә һуҙылған күпмөйөш. Көньяҡтан төньяҡҡа максималь алыҫлығы — 72, көнбайыштан көнсығышҡа — 27 км.
2004 йылда биосфера ҡурсаулығы статусы ала һәм ЮНЕСКО-ның биосфера резерваттары исемлегенә индерелә[5]. 2014 йылдан — Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат[6].
Кенозеро районында милли парк булдырыу идеяһы 1960 йылдарҙа уҡ белгестәр — тарихсылар, географтар, сәнғәт белгестәре, архитекторҙар, биологтар, урмансылар, урман төҙөүселәр тарафынан тәҡдим ителә. Был идея Кенозеро мәҙәниәтенең һәм тәбиғәтенең күп һанлы һөйөүселәренең әүҙем ярҙамы арҡаһында тормошҡа ашырыла.
Парк территорияһында каргополь археологик мәҙәниәтенә ҡараған неолит дәүере ҡомартҡылары (б.э.т. 4 мең йыллыҡтың 2-се яртыһы) асыҡланған[7]. Усть-Поча ауылы янында неолит дәүеренең беҙҙең эраға тиклем 4-3 мең йыллыҡ осорона ҡараған дротик йәки ҙур булмаған һөңгө осо[8].
2024 йылда милли парк Д. С. Лихачёв исемендәге музей эше өлкәһендә Милли премия лауреаты була[9].
Климаты
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кенозерский национальный парк. Общая информация. kenozero.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2018. Архивировано 9 август 2018 года.
- ↑ Кенозерский национальный парк (официальный сайт). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2011. Архивировано 19 март 2011 года.
- ↑ Постановление Правительства РСФСР от 28 декабря 1991 г. N 84. «О создании национального парка „Кенозерский“ Министерства экологии и природных ресурсов РСФСР в Архангельской области» (с изм. и доп. от 9 октября 1995 г.). pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2018. Архивировано 9 август 2018 года.
- ↑ Кенозерский национальный парк / Особо охраняемые территории Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2013. Архивировано 14 август 2014 года.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Mamayev Kurgan Memorial Complex "To the Heroes of the Battle of Stalingrad" - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2016. Архивировано 4 июль 2015 года.
- ↑ Культурный ландшафт Кенозерья в Поморье включен в список всемирного наследия, Интерфакс (27 июль 2024). 27 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Специалисты Кунсткамеры нашли в Кенозерье артефакты эпохи неолита. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2017. Архивировано 29 август 2017 года.
- ↑ Житель Кенозерья нашёл в огороде древний артефакт Архивная копия от 2 июль 2020 на Wayback Machine, 29 июня 2020
- ↑ «Интермузей»: главное о фестивале. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2024.
- ↑ Справочник «Национальные парки России». Москва: Изд-во Центра охраны дикой природы, 1996 г.
Һылтанмалар
- Экотуристский потенциал Кенозерского национального парка
- Край, где обязательно надо побывать!
- Кенозёрский национальный парк // Канцелярия конфискации — Киргизы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 574. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 13). — ISBN 978-5-85270-344-6.