Угра милли паркы

Угра милли паркы (рус. Национальный парк «Угра») Калуга өлкәһененең Угра, Жиздра, Высса һәм Ока йылғалары үҙәндәрендә урынлашҡан. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1997 йылдың 10 февралендәге 148-се ҡарары менән ойошторола. 2002 йылдан ЮНЕСКО-ның биосфера резерваты.

Географияһы

Милли парк Калуга өлкәһенең алты административ районында: Юхнов, Износков, Дзержинск, Перемышль, Бабынин һәм Козель райондарында урынлашҡан.

Парктың дөйөм майҙаны — 98 623 га (шуның 43 922 га — урман фонды ерҙәре, 1 326 га — һыу фонды, 53 375 га — тейелгеһеҙ ерҙәр).

Парк өс участканан — Угор (64 184 га), Воротын (3171 га) һәм Жиздрин(31 268 гектар), өс айырым кластерҙан тора. Парк тирәләй буфер зонаһы 46 109 гектар тәшкил итә.

Климаты

Милли парктың климаты уртаса континенталь. Февраль айында уртаса температура — 7—8 °C, июлдә — 18 °C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме яҡынса 650—700 мм тәшкил итә[1].

Тарихы

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Угра йылғаһы буйында совет һәм немец ғәскәрҙәре һуғыша.

Инфраструктураһы

Парк биләмәһе күптән инде туристик район булып тора, Угра, Жиздра һәм Ока буйлап һыу маршруттары ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Иҫкәрмәләр

  1. Климат (ингл.). Национальный парк «Угра». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2022.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә