Түбәнге Кама милли паркы
«Түбәнге Кама» милли паркы"' — Рәсәй субъекты Татарстан Республикаһы территорияһында урынлашҡан милли парк. 1991 йылдың 20 апрелендә нигеҙләнгән.
Географияһы
Йәнлектәр донъяһы
Милли паркта имеҙеүселәрҙең 41 төрө: (мышы, ҡоралай, ҡабан, һеләүһен, бурһыҡ, урман һыуһары, тейен, йәтсә, ҡондоҙ, ондатра, ҡама, янут һымаҡ эт, һ.б.), ҡоштарҙың 180 төрө (ҡара төйлөгән, көртлөк ҡарсыға, ҡыр өйрәге, һоро селән, ҙур тумыртҡа, күл аҡсарлағы, һоро ябалаҡ, суҡ турғай), ер-һыу хайуандарының 10 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 6 төрө (ҡара йылан, еҙ йылан, һ.б.), балыҡтарҙың 16 төрө (суртан, һаҙан, шырт балыҡ, алабалыҡ, ҡорман, балыҡ, шамбы, йәйен һ.б.), умыртҡаһыҙҙарҙың меңдән артыҡ төрө йәшәй[2]..
Флораһы
Парк өс тәбиғәт климаты киҫешкән сиктә урынлашыуы тәбиғәт-ландшафт комплекстары һәм парк флораһының (бында япраҡлы, ылыҫлы урмандар, болон далалары үҫемлектәре үрсей) күп төрлөлөгөнә шарт тыуҙырған [3].