Рус Төньяғы милли паркы

Рус Төньяғы милли паркы (рус. Национальный парк «Русский Север») — Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Кирилловский районы биләмәһендәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.

1992 йылдың 20 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 182-се указы менән Вологда күлдәренең уникаль тәбиғи комплекстарын һәм төбәктең бай тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Был ерҙәр бай тарихҡа эйә, архитектура-тарихи ҡомартҡылары күп һанлы[1].

Географияһы

Парк майҙаны 168 000 гектар тәшкил итә, шуларҙың 116 100 гектары — урман. Хужалыҡ файҙаланыуынан алынмаған ерҙәр территорияның 54,4 процентын биләй.

Парк Белозерск-Кириллов һыртындағы Белое, Воже, Кубенский күлдәре араһында, өлкә үҙәге Вологданан төньяҡ-көнбайышҡа табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Милли парк территорияһы аша аҡҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылғалар, күлдәр, шишмәләр, каналдар Каспий диңгеҙе бассейнына, ә Порозовица һәм Модлона йылғалары ҡушылдыҡтары менән Аҡ диңгеҙ бассейнына ҡарай.

Транспорт инфраструктураһы

Милли парк территорияһы аша түбәндәге юлдар үтә:

Вологда — Медвежьегорск А119 федераль автомобиль юлы,
Кириллов — Чарозеро,
Кириллов — Белозерск,
Кириллов — Череповец.

Волга-Балтик һыу юлы һәм Төньяҡ Двина шлюз системаһы ҙур әһәмиәтенә эйә[1]. 1825—1828 йылдарҙа төҙөлгән һәм парк аша үткән Төньяҡ Двина һыу системаһы инженерлыҡ эше ҡомартҡы булып тора, уға 5 яһалма канал һәм 7 шлюз инә.

Туризм

Парк территорияһында 8 туристик үҙәк, 5 балалар ял лагеры һәм үҫмерҙәр өсөн йәйге хеҙмәт лагеры эшләй; 4 һунарсылыҡ һәм Балыҡ тотоу базаһы урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Национальный Парк "Русский Север". Общие сведения. ООПТ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2010.
  2. Национальный Парк "Русский Север". Коротко об ООПТ. ООПТ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2010.

Тема буйынса өҫтәмә