Паанаярви (милли парк)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Паанаярви
Дәүләт
Майҙаны
  • 1044,73 км²
Нигеҙләү датаһы 1992
Рәсем
Рәсми сайт paanajarvi.onego.ru
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Паанаярви (фин. Paanajärven kansallispuisto) — Карелия Республикаһының Лоухи районында дәүләт милли паркы, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй хөкүмәтенең 1992 йылдың 20 майындағы 331-се ҡарары менән «Паанаярви күленең һәм Оланга йылғаһы бассейнының уникаль тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, тәбиғәтте һаҡлау, рекреация, ағартыу һәм фәнни ҡулланыу маҡсаттарында» төҙөлә.

Рәсәй Федерацияһы Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы булып тора. Был федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы[1].

Административ һәм йәмәғәт ойошмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телефон бәйләнеше коды 814-239

  • Дирекция: Лоухи районы, Пяозерский <u>ҡасабаһы</u>, Дуҫлыҡ урамы, 31-се йорт, т. 3-87-43
  • Элемтә бүлеге: 3-83-57 (йәкшәмбе, шәмбенән тыш).
  • Дауахана: Пяозерский ҡасабаһы, Дуҫлыҡ урамы, 22-се йорт, т. 3-83-49

Парк территорияһында тотороҡло радиоэлемтә ойошторолған. Туристик төркөмд инструкторҙарына радиостанциябирелә. Бөтә парк сик режимы зонаһына эләгә.

Парк географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кивакка тауынан Пяозероға күренеш

Милли парк Карелия Республикаһының төньяҡ-көнбайышында Төньяҡ поляр әйләнәһе янында, Лоухи районы территорияһында урынлашҡан. көнбайыш сиге Финляндияның дәүләт сиге менән тап килә. Фин сиге яғынан «Паанаярвиға» Финляндияла 1956 йылда ойошторолған «Оуланка» милли паркы йәнәш тора.

Милли парктың майҙаны 103,3 мең гектар тәшкил итә. Урман ерҙәре 78 мең гектар (75,5 %), шул иҫәптән урман менән ҡапланған ерҙәр — 77,5 мең гектар (75,0 %). Урманһыҙ ерҙәр майҙаны 25,3 мең гектар (24,5 %), шул иҫәптән: һыу — 10,9 мең гектар (10,6 %), һаҙлыҡ — 13,0 мең гектар (12,6 %), юлдар һәм ҡырҡынты — 0,2 мең га (0,2 %), башҡалары 1,2 мең га (1,1 %) — башҡа ерҙәр. Парк территорияһында тораҡ пункттар юҡ.

Функциональ зоналаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл күренеш Паанаярви

Проект ҡарарҙарына ярашлы парк биләмәләре төрлө һаҡлау һәм ҡулланыу режимдары менән 5 функциональ зонаға бүленә:

  • Махсус режим зонаһы — 6,9 мең гектар (дөйөм майҙандың 7 % ) — был сик һыҙығы;
  • Ҡурсаулыҡ режимы зонаһы — 19,0 мең гектар (18 %);
  • Туризм зонаһы — 5,2 мең гектар (5 %);
  • Рекреацион файҙаланыу зонаһы — 71,6 мең гектар (69 %);
  • Килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү зонаһы — 0,8 мең гектар (1 %).

Климат. Ҡыш елдең өҫтөнлөклө йүнәлеше — көньяҡ-көнбайыш, ә йәйен — төньяҡ-көнсығыш. Паанаярви һалҡын, ҡаты һәм оҙайлы ҡыш һәм ҡыҫҡа һыуыҡ булмаған осорға ҡарай. Уртаса йыллыҡ температура 0 °C, яуым-төшөм күләме 500-520 мм тәшкил итә. Иң йылы ваҡыт — июль (+ 15 °C), иң һалҡын — ғинуар-февраль (-13 °C). Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 70-80 см самаһы, әммә йыш ҡына метрҙан күберәк.

Парк территорияһында бер нисә тау бар, улар Карелияның иң бейек унлығы исемлегенә инә: Лунас тауы — 495,4 м, Кивакка тауы — 499,5 м, Мянтютунтури − 550,1 м. Парктың иҫтәлекле урыны: фьельд Нуорунен — 576,7 м — бөтә Карелияла иң бейек тау. Текә тауҙар битләүҙәрендә «аҫылмалы» һаҙлыҡтар — райондың иҫтәлекле урындарҙың береһе осрай.

Парк территорияһында 15 геология объекты һәм 54 айырым ҡомартҡы урынлашҡан.

Киваккакоска шарлауығынан Кивакка тауына күренеш

Паанаярви күле — уникаль тәбиғәт объекты. Уның күләме: оҙонлоғо 24 км, максималь киңлеге 1,4 км, тәрәнлеге 128 м. Ул донъяның иң тәрән бәләкәй күлдәренә ҡарай. Күл үҙәне сағыштырмаса бейек тауҙар менән уратып алынған, был айырым микроклимат булдыра. Ҡыш һалҡын һауа массалары тауҙарҙан күл үҙәндәренә ағып төшә, көслө һалҡындар мәлендә температура айырмаһы 20° етергә мөмкин. Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын полюсына яҡын Кире температура ла теркәлгән. Тик апрелдән сентябргә тиклем бында тирә-яҡтарға ҡарағанда һиҙелерлек йылы.

Ҡыш яҡты көндәр ҡыҫҡа, күп «төньяҡ балҡышы» күҙәтелә. Йәй ҡояш 2-3 сәғәткә горизонтҡа китә.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Паанаярви» территорияһында 623 төр ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек теркәлгән, шуларҙың 70-тән ашыуы Фенноскандия, Финляндия Һәм Карелияның Ҡыҙыл китаптарына индерелгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ККиваккакоска шарлауығы (Кивакка тупһаһы)

Паанаярвила беренсе кешеләр беҙҙең эраға тиклем 5-6 -сы мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Боронғо Паанаярви халҡы емеш-еләк йыйыу, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Был турала Паанаярви һәм Пяозеро күлдәре буйында табылған таш ҡоралдар һәм балсыҡ һауыт-һаба һөйләй. XIX быуат аҙағында крәҫтиәндәр тапҡан ҡасау Хельсинкиҙың Милли музейында һаҡлана. Һуғыштан һуңғы осорҙа Пяозеро ярҙарында төрлө дәүерҙең тиҫтә ярым боронғо тораҡтары табылған (таш быуаттан алып тимер быуатҡа тиклем).

XII—XIV XIV быуаттарҙа Паанаярви районы, бөтә төньяҡ Лапландия һымаҡ, Бөйөк Новгород ерҙәре составына инә. 1595 йылда Паанаярви, Иван IV тарафынан Новгород ҡыйратылғас, Швеция короллеге составына инә

1673 — Швеция короле Карл XII указы менән Лапландия бөтә күскенселәр өсөн асыҡ була һәм бөтә һалымдарҙан 15 йылға азат ителә.

1769 — Паанаярвила беренсе фин ауылы барлыҡҡа килә.

1809 — Рәсәй һәм Швеция араһындағы тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Паанаярви ҡалған бөтә Финляндия менән Рәсәй империяһының өлөшөнә әүерелә.

1849 йылда Рәсәй һәм Бөйөк Финляндия кенәзлеге араһында тулы сиктәр асыҡлана, һөҙөмтәлә Паанаярви күле тулыһынса Финляндия территорияһында була. XIX быуат аҙағында ауылда 450 самаһы кеше йәшәй.

1890 — Русановтың Рәсәй урман сәнәғәте компанияһы урман киҫеү эшен башлай. Оланг йылғаһы буйлап ағас ағыҙыу бара

XIXXX быуаттар сигендә Паанаярви популяр туристик үҙәккә әүерелә.

1917 — Финляндия бойондороҡһоҙлоҡ ала. Сиктәр бикләнә, Беломорье менән традицион сауҙа өҙөлә.

1937 — сиркәү төҙөлә.

Совет-фин ҡышҡы һуғыш тамамлағандан һуң Паанаярви тирә-яғындағы 165 340 гектар территорияһы СССР-ға китә. 1941 йылда, совет-фин һуғышы башланғандан һуң, территорияны Финляндия һәм немец вермахты ғәскәрҙәре биләй. 1944 йылда, ваҡытлыса тыныслыҡ килешеүенән һуң, территория яңынан СССР-ға күсә.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рябинкин А. В. Национальный парк Паанаярви. Препринт доклада на заседании Президиума КНЦ АН СССР: — Петрозаводск: Карельский научный центр АН СССР. 1991. — 56 с. (в соавторстве)
  • Антонова Р. Ф. Пространственная структура ландшафтов Карелии // Труды Карельского научного центра РАН. Сер. Б. «Биология». Вып. 2. «Биогеография Карелии». Петрозаводск, 2001
  • Вампилова Л. Б. Региональный историко-географический анализ. Книга 1. Ландшафты Карелии. СПб: Изд. РГГМУ, 1999.
  • Елина Г. А., Кузнецов О. Л., Девятова Э. И., Лебедева Р. М., Максимов А. И., Стойкина Н. В. Современная и голоценовая растительность национального пака Паанаярви (северо-западная Карелия) // Ботанический журнал. 1994. Т. 79, № 4. С. 13-31.
  • Елина Г. А., Янковска В., Кузнецов О. Л. Реконструкции растительности и природных условий голоцена Паанаярвского национального парка (Карелия) по данным палинологического и планктонного Algae, Fungi, Phizopoda, Rotatioria анализов. // Ботанический журнал. 1998. Т. 83, № 7.
  • Научно-исследовательская работа на территории национального парка «Паанаярви». Сост. Р. Ф. Антонова, С. Б. Потахин. Петрозаводск: Изд. КГПУ, 2000.
  • Паанаярвский национальный парк. Ред. Л. Коутаниеми. Куусамо, 1993

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Паанаярвский Национальный Парк = Paanajärven Kansallispuisto / Ред. Л. Коутаниеми. — Куусамо: Б. и., 1993. — 159 с.: ил. — Текст парал.: рус., фин.
  • Хохлова Т. Ю., Антипин В. К., Токарев П. Н. Особо охраняемые природные территории Карелии. — (издание второе, переработанное и дополненное). — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2000. — С. 32—35. — 312 с. — 1300 экз. — ISBN 5-9274-0003-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Официальный сайт национального парка «Паанаярви» (рус.). Дата обращения: 29 июня 2009. Архивировано 24 августа 2011 года.
  • Паанаярви: история, маршруты, полезная информация для путешественников 2020 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
  • Национальный парк «Паанаярви» (рус.) (недоступная ссылка). — на сайте Особо охраняемые природные территории Российской Федерации. Дата обращения: 29 июня 2009. Архивировано 2 мая 2010 года.
  • Национальный парк «Паанаярви» (рус.). — На сайте ООПТ России. Информационно-справочная система. Дата обращения: 29 июня 2009.
  • Фотогалерея «Паанаярви» (рус.) (недоступная ссылка). Дата обращения: 25 сентября 2010. Архивировано 24 августа 2011 года.
  • Фото: Национальный парк «Паанаярви» (рус.) (недоступная ссылка). Дата обращения: 03 марта 2010. Архивировано 24 августа 2011 года.
  • ООПТ России. Государственный национальный парк «Паанаярви»