Смольный милли паркы
Смольный милли паркы (рус. Госуда́рственный национа́льный па́рк «Смо́льный») — Мордва Республикаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән 1995 йылда[1] урман-дала зонаһының айырыуса әһәмиәтле тәбиғәт комплекстарын һаҡлау һәм уларҙы тәбиғәтте һаҡлау, рекреация һәм башҡа маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн булдырыла.
Милли парк Алатырь йылғаһының һул ярында, Ичалков һәм Оло Игнатов райондарына ҡараған биләмәләрҙә урынлашҡан. Парктың майҙаны — 365 км². Уның күпселек өлөшө (яҡынса 30 мең гектар) урман менән ҡапланған.
Рельефы һәм тупраҡтары
Климаты
Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — 3,5—4 °C. Ғинуарҙа — −11 °C, июлдә — +19 °C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме яҡынса 500 мм. Ҡырауһыҙ осоро — уртаса 137 көн[3].
Гидрографиһы
Милли парк территорияһында Алатырҙың дөйөм оҙонлоғо 40 км ашыу тәшкил итә. Ҡалғандары бәләкәй (Язовка һәм Калыш) һәм бик бәләкәй йылғалар категорияһына ҡарай (яҡынса 80). Бөтәһе лә тигеҙлек йылғалары, яй ағымлы[2][4].
Күлдәре (Песчаное, Дубовое-1, Дубовое-2, Митряшка, Полунзерка, Липерки) ҡылылар булып тора һәм Алатырь йылғаһының һыубаҫар туғайында тупланған. Күлдәр ағымһыҙ йәки яй ағымлы. Йәйгеһен өҫкө ҡатламда температураһы 20 °C етә, һайлыҡтарҙа 25—30 °C тиклем йылына, тәрәндә 10 °C тиклем төшә. Күл һыуы сөсө, уларҙың минералләшеүе көсһөҙ (200 мг/л тиклем) йәки уртаса (500 мг/л тиклем). Химик составы буйынса углеводород класына ҡарай. Биологик үҙенсәлектәре буйынса — эвтрофлы, үҫемлектәргә бай (һай, яҡшы йылына)[5].
Һаҙлыҡтар башлыса Алатырь йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында, тигеҙлеклектәрҙә тупланған. Бейек урындарҙа аҙ һанлы. Шишмәләре күп (30-ҙан ашыу).
Хайуандар донъяһы
Милли парк территорияһында имеҙеүселәрҙең 50, ҡоштарҙың 206, һөйрәлеүселәрҙең 6, ер-һыу хайуандарының 11, балыҡтарҙың 27 төрө осрай. Умыртҡаһыҙҙар фаунаһы әлегә тулыһынса өйрәнелмәгән, әлеге ваҡытта 28 ер өҫтө моллюскылары һәм 970 төр бөжәк теркәлгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Правительства РФ № 229 от 07.03.1995 г. «О создании в Республике Мордовия национального природного парка „Смольный“»
- ↑ 1 2 Астрадамов В. И., Альба Л. Д., Силаева Т. Б., Рыбин Ю. И., Талалаевский Л. М., Филимонов В. Б., Якушкина М. Н. Особо охраняемые природные территории Мордовии / Под общ. ред. В. И. Астрадамова: Монография. — Саранск: Мордовское кн. изд-во, 1997. — 169 с.
- ↑ Национальный парк Смольный » Заповедники и национальные парки мира. Заповедники и национальные парки мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2023.
- ↑ 1 2 Национальный парк «Смольный». Архивировано 24 ноябрь 2011 года. на сайте «Природа Республики Мордовия»
- ↑ Ручин А. Б., Артаев О. Н., Клевакин А. А. и др. Рыбное население бассейна реки Суры: видовое разнообразие, популяции, распределение, охрана. — Саранск: Мордов. ун-та, 2016. — 272 с. — ISBN 978-5-7103-3217-7. Архивная копия от 12 март 2017 на Wayback Machine Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2017. Архивировано из оригинала 12 март 2017 года.
Әҙәбиәт
- Ковшов В. П., Масляев В. Н. «Смольный» // Мордовия : Энциклопедия : в 2 т. / гл. ред. А. И. Сухарев. — Саранск : Институт гуманитарных наук при Правительстве Республики Мордовия, 2004. — Т. 2 (М—Я). — С. 340. — 704 с. — ISBN 5-900029-08-5.
- Мордовский национальный парк «Смольный» / А. А. Ямашкин, Т. Б. Силаева, Л. Д. Альба и др.; НИИ регионологии при Мордов. ун-те. — Саранск, 2000. — 88 с. — ISBN 5-88608-059-7.
Һылтанмалар
- Национальный парк «Смольный». — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).