Алатырь (йылға)

Алатырь (cыу. Улатăр, эрзя Ратор) — Рәсәй йылғаһы, Түбәнге Новгород өлкәһендә, Мордва Республикаһында һәм Сыуашстанда аға. Йылға тамағы Сура йылғаһының һул яр тамағынан 277 километрҙа ята. Оҙонлоғо 296 км, бассейн майҙаны 11 мең км².

Географияһы

Йылға башы Первомайск ҡалаһынан көнбайыштараҡ яҡынса 10 км алыҫлыҡта. Ағымдың төп юнәлеше — көнсығыш. Үрге ағымында Түбәнге Новгород һәм Мордва Республикаһы менән сик булдыра, аҙаҡ Түбәнге Новгород өлкәһенең Первомайск, Лукояновск һәм Починковск райондары, Мордва Республикаһының Ичалковск һәм Ардатовск райондары территорияһы аша аға, түбәнге ағымы Сыуашстандың Алатырь районында урынлашҡан. Алатырь ҡалаһының төньяҡ ситтәрендә Сура йылғаһына ҡоя.

undefined

Йылға Волга буйы ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөнда, урманлы урында аға. Төп урман массивтары һул яҡ яр буйҙарында урынлашҡан. Мадаево ауылынан түбәнге уң ярҙары урманһыҙ тиерлек[1].

Йылға үҙәнендә ултыраҡтар тығыҙ, йылға ярҙарында тораҡ пункттар күп, шуларҙан иң эре ҡалалар Алатырь (Сыуашстан) һәм Ардатов (Мордва); ҡала тибындағы ҡасаба Тургенево (Мордва); эре ауылдар Ахматово (Сыуашстан), Каласево, Луньга, Луньгинский Майҙан, Тарханово, Сыресь яр буйҙары, Яңы Ичалкалар, Кемля, Кергуды, Гуляево һәм Кендя (Мордва), Кочкурово, Ильинское, Байков, Пузская Слобода, Мадаево, Михайловка, Шутилово һәм Обухово (Түбәнге Новгород өлкәһе).

Гидрографияһы

Алатырь үҙенең башында— киңлеге 0,5-1 м, тәрәнлеге 0,3-0,5 м булған шишмә, йыш ҡына соҡорҙар һәм киңлеге 10 метр һәм тәрәнлеге 1,5-2 м тиклем участкалары осрай, һыубаҫар туғайҙары киң, ярҙары тәпәш (0,5-1 м). Йәйен үрге ағымы йыш ҡына ҡорой. Артабан Орловка ауылынан һуң йылға үҙгәрә: киңлеге 15 м тиклем, тәрәнлеге 2−2,2 м, ағым тиҙлеге 0,1 м/с., ярҙары текә, бейеклеге 3-5 м етә, тик ҡайһы саҡта кәмеп китә, ләкин ҡыуаҡлыҡтар ныҡ баҫҡан.

Урта ағымында ярҙар текә, бейек, 3-5 метр, текә ярҙары ла (20 м тиклем) һәм түбән урындары ла осрай. Киңлеге 25-50 метр, Тургенев һыуһаҡлағыс районында 80-100 метрға етә. Тәрән участкаһында йылғаның уртаса тәрәнлеге 2-3 метр, шаршыла — 0,2 — 0,4 (1,5 м тиклем). Тиҙлек ағымы 0,4-0,92 м/с бәләкәй йылға участкаларында, 0,36-0,55 м/с Тургенево ҡасабаһы янында һәм 0,1 м/с. һыуһаҡлағыста

Түбәнге ағымында йылға ағымы көсһөҙ, һыуы тоноҡ.

Эре ҡушылдыҡтары: Рудня, Инсар (икеһе лә — уң). Алатырь районының Чуварлей ауылы эргәһендәге һыубаҫар туғайҙа Шиблево күле бар.

Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Ноябрь айында туңа, апрель башында әрселә. Йылғала һал ағыҙалар.

Ҡушылдыҡтары

(тамағынан км) Ҡалып:Һаны

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Үрге Волга һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Алатырь йылғаһы башынан тамағына тиклем, йылға бассейны — Сура. Бәләкәй йылға бассейны — (Үрге) Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока бассейны ҡушылмай)[2].

Әҙәбиәт

Һылтанмалар