Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре (рус. Всемирная сеть биосферных резерватов, ингл. UNESCO World Network of Biosphere Reserves) — ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә булдырылған һәм тәбиғәттең һәм кешенең баланслы үҙ-ара эш итеүен, тирә-яҡ мөхитте тотороҡло үҫтереү концепцияһын сағылдырыуға йүнәлтелгән махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен берләштерә. Халыҡ-ара ҡурсаулыҡтар селтәре белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу, белем биреү һәм тикшеренеү программалары, мониторинг һәм уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн үҙенсәлекле этәргес булып тора.

2010 йылға бөтә донъя буйынса 109 илдә 564 биосфера резерваты булдырылған[1], шул иҫәптән бер нисә халыҡ-ара, йәки милләт-ара, резерваттар бар.

undefined

Селтәр булдырыу тарихы

Биологик төрлөлөктө һаҡлау менән генә түгел, ә экологик процестарҙы күҙәтеү менән дә шөғөлләнергә мөмкин булған махсус зоналар булдырыу идеяһы бик тиҙ барлыҡҡа килә. Беренсе биологик резерватҡа АҠШ-та 1974 йылда нигеҙ һалына, уның төп эшмәкәрлеге оҙайлы тикшеренеүҙәр үткәреү була (программа мәғлүмәттәр базаһы буйынса тәүгеләре 1976 йылда барлыҡҡа килә[2]). 1976 йылда биосфера резерваты төшөнсәһе билдәләнә. Тәүге биологик ҡурсаулыҡтар махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, башлыса милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар базаһында асыла, унда МАБ эгидаһы аҫтында фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә башлай. Шуға күрә улар хеҙмәттәшлек функцияларын үтәй алмай, һәм уларҙың күсеү зонаһы булмай[3].

1983 йылда Минскиҙа, СССР-ҙа, биосфера резерваттары буйынса беренсе конгресс үтә, уның һөҙөмтәһендә ентекле үҫеш планы әҙерләнә. 1992 йылда Рио-де-Жанейрола Ер Планетаһы Саммитында биологик төрлөлөк тураһында конвенция ҡабул ителә. Ул социаль һәм иҡтисади проблемаларҙы тирә-яҡ мөхит проблемалары менән бергә глобаль анализлау кәрәклеген раҫлай. Конвенция экологик ҡараш һәм урындағы халыҡты урындағы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм үҫтереүгә йәлеп итеү идеяһын тәҡдим итә.

ЮНЕСКО-ның Севилья конференцияһында 1995 йылда Севилья стратегияһын төҙөй һәм биосфера резерваттары тураһында положение ҡабул итә. Положениела селтәрҙе формалаштырыу, номинациялар, резерваттарҙы раҫлау һәм унан сығарыу, эшмәкәрлекте ваҡытлыса ҡайтанан ҡарау процестары билдәләнә. Севилья стратегияһы программа эшендә төп документ булып тора.

Донъяла биосфера ҡурсаулыҡтары һаны үҙгәреү динамикаһы

Йыл Биосфера ҡурсаулыҡтары
иҫәбе
Ҡатнашыусы
илдәр иҫәбе
1976 59 8
1981 200 55
2009 533 107

Биосфера резерватын билдәләү

1970-се йылдарҙа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре биосфера резерваттары өсөн зоналар концепцияһын тәҡдим итә. Ул өс махсус зона булдырыуҙан ғибәрәт: төп, буфер зонаһы һәм күсеү зонаһы[3].

Төп территорияла экосистема аҙ боҙолған була. Ул оҙайлы ваҡытҡа һаҡлана һәм биологик төрлөлөктө һаҡларға мөмкинлек бирә. Бында тикшеренеүҙәр һәм тәбиғәткә ҙур зыян килтермәгән башҡа эшмәкәрлек, мәҫәлән, белем биреү эшмәкәрлеге алып барыла. Биосфера ҡурсаулығында бер йәки бер нисә төп биләмә булыуы мөмкин.

Буфер зонаһы төп зона тирәләй йәки уларға йәнәш урынлаша. Ул экологик яҡтан хәүефһеҙ эшмәкәрлек алып барыу, мәҫәлән, экотуризм, шулай уҡ ғәмәли һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла.

Күсмә зонала, йәки хеҙмәттәшлек зонаһында, тораҡ пункттарҙы урынлаша ала һәм ҡайһы бер ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә рөхсәт бирелә. Хеҙмәттәшлек зонаһында ресурстарҙы рациональ идара итеү һәм тотороҡло тергеҙеү маҡсатында урындағы хакимиәттәр һәм башҡа ойошмалар бергә эшләй[4].

Тәбиғәтте ҡәтғи һаҡлау режимы булған зонала биологик төрлөлөктө һаҡлау зоналаштырыуҙың төп һөҙөмтәһе булып тора. Буфер зонаһында тәбиғәтте файҙаланыуҙа буйынса сикләүҙәр ҡаты түгел. Хеҙмәттәшлек зонаһында сикләүҙәр биосфера резерваттары тарафынан һаҡланған тәбиғәт комплекстарына төҙәтелмәҫлек зыян килтерәүгән айырым эшмәкәрлек формаларына ғына ҡағыла. Резерват хеҙмәткәрҙәренә күсеү зонаһында ерҙе файҙаланыуҙы контролдә тотоу хоҡуғы бирелмәй. Һөйләшеүҙәр ирекле характерҙа була. Ҡаршылыҡтар килеп тыуған осраҡта, закондар сығарыу базаһы булмаһа, хеҙмәттәшлек зонаһында биосфера резерваттарын дәүләт яғынан яҡлап булмай. Хеҙмәттәшлек зонаһында килешеүҙәрҙең булмауы ҡайһы бер резерваттарҙың, шул иҫәптән Рәсәйҙекеләрҙең дә, бөтә донъя селтәренән сығыуы тураһында мәсьәләне күтәрә[5], из всемирной сети[6].

Номинациялау процесы

Положениеның 3-сө статьяһына ярашлы, халыҡ-ара селтәргә индереү өсөн һәр биосфера ҡурсаулығы бер-береһен тулыландырыусы функцияларҙы: һаҡлау, үҫтереү һәм фәнни-техник функцияларҙы үтәргә тейеш[4]. Биосфера резерваттарын «Кеше һәм биосфера» программаһының Халыҡ-ара координация советы тейешле дәүләттең ғаризаһы буйынса раҫлай[4][7].

Төбәк селтәрҙәре

«Кеше һәм биосфера» программаһы эшендә төбәк селтәрҙәре ярайһы уҡ роль уйнай. Бөтәһе 5 төбәк селтәре бар[8]. Уларҙың ҡәтғи сиктәре юҡ. Ҡайһы бер дәүләттәр бер нисә селтәрҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, программаның мәғлүмәт базаһында Алжирҙың биосфера резерваттары Ғәрәп дәүләттәре лигаһының төбәк селтәренә лә, Африка төбәк селтәренә лә индерелгән. Биосфера ҡурсаулыҡтары төбәк селтәрҙәренә түбәндәгесә бүленгән[2]:

ЮНЕСКО төбәге Биосфера[пр. 1]
ҡурсаулыҡтары һаны
Ҡатнашыусы
илдәр һаны
Африка 72 31
Ғәрәп дәүләттәре лигаһы 26 12
Азия һәм Тымыҡ океан төбәге 110 21
Европа һәм Төньяҡ Америка 261 31
Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны илдәре 108 19
  1. Бер төбәк сиктәрендә сик буйы ҡурсаулыҡтары бер тапҡыр иҫәпләнгән.

Африкала бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Африка селтәре 1996 йылда Дакарҙа, Сенегалда үткән биосфера резерваттары кооперацияһы буйынса төбәк конференцияһында ойошторола. Һуңғы осрашыу Кейптаунда (Көньяҡ Африка Республикаһы) 2007 йылдың 10 — 15 сентябрендә үтә. Төбәк селтәре эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн биосфера ҡурсаулыҡтарын зоналарға бүлеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу, биосфера ҡурсаулыҡтарының урындағы хакимиәттәр менән бәйләнеше, шул иҫәптән социаль һәм финанс яҡтан үҙ-ара эш итеү, сик-ара халыҡ-ара биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу, ҡурсаулыҡтарҙың эшмәкәрлегенә логистик ярҙам буйынса дүрт тематик ярҙамсы проект булдырыла[9].

Фотогалерея
Ilhas Bijagos, GUine Bissau.jpg
Mulanje.jpg
StellenboschVineyards.jpg
Болома-Бижагиш, Гвинея-Бисау Маунт-Муланже, Малави Кейп-Уайнлендс, КАР

Ғәрәп дәүләттәре лигаһында бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Ғәрәп биосфера резерваттары селтәре рәсми рәүештә 1997 йылда Амманда (Иорданияла) ойошторола. Төбәк селтәрен булдырыуҙың маҡсаты — ғәрәп дәүләттәре лигаһы илдәре милли комитеттарының биосфера резерваттарын булдырыу һәм берлектәге тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса көстәрен берләштереү. Унда ҡатнашыусылар ике йылға бер тапҡыр йыйыласаҡ координация советын ойоштора. Совет ултырыштарында шулай уҡ эксперттар һәм техник эшсе төркөмдәр кәңәшмәләре үтә. Координация советының иҫәп буйынса бишенсе һуңғы осрашыуы 2007 йылдың июнендә Шәрм-әш-Шәйехта (Мысыр) уҙа[10].

Фотогалерея
Socotra dragon tree.JPG
Djurjura enneige.jpg
Chouf mountains.jpg
Сокотра, Йәмән Джурджура, Алжир Шуф, Ливан

Азияла һәм Тымыҡ океан төбәгендә бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Азиялағы һәм Тымыҡ океан төбәгендәге биосфера ҡурсаулыҡтарының төбәк селтәре секцияларға бүленгән берҙән-бер селтәр булып тора[8]:

  • Көнсығыш Азия биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре;
  • Көньяҡ-Көнсығыш-Азия биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре;
  • Тымыҡ океан биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре;
  • Көньяҡ һәм Үҙәк Азия биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре.

Көнсығыш-Азия биосфера резерваттары селтәре 1994 йылда ойошторолған һәм үҙ эсенә Корея Халыҡ Демократик Республикаһы, Корея Республикаһы, Монголия, Япония кеүек илдәрҙе ала. 1998 йылда селтәргә Рәсәй ҡушыла. Илдең Азия өлөшөндә урынлашҡан 16 биосфера ҡурсаулығы хеҙмәттәшлек итә. Төбәк селтәрендә бер генә халыҡ-ара резерват та юҡ, әммә, мәҫәлән, Рәсәйҙә Даурия биологик ҡурсаулығы бер нисә йыл инде Монголияның (Монгол Дагуур) һәм Кореяның (Далай-нор) резерваттары менән хеҙмәттәшлек итә[11].

Көньяҡ-Көнсығыш Азия биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре 1998 йылда ойошторола һәм Камбоджа, Ҡытай, Индонезия, Япония, Лаос, Малайзия, Мьянма, Филиппин, Таиланд һәм Вьетнам кеүек илдәрҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш, кәңәшмәләргә йыш ҡына Австралия ҡушыла[12]. Селтәр ЮНЕКСО-ның Джакарталағы төбәк бюроһы сиктәрендә эшләй[13].

Тымыҡ океан биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре 2006 йылда ойошторола һәм Тымыҡ океандағы дүрт утрау дәүләтен үҙ эсенә ала: Микронезия Федератив Штаттары, Кирибати, Палау һәм Самоа. Әлеге ваҡытта төбәктә ике биосфера ҡурсаулығы булдырылған[13].

Көньяҡ һәм Үҙәк Азия биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре 1998 йылда ойошторолған һәм Бангладеш, Бутан, Һиндостан, Иран, Монголия, Непал, Пакистан һәм Шри-Ланка кеүек илдәрҙе үҙ эсенә ала[14].

Фотогалерея
Malaysia 250.jpg
Cat Ba national park.JPG
TonleSap3.jpg
Чини күле, Малайзия Кат Ба, Вьетнам Tonle Sap, Камбоджа

Европала һәм Төньяҡ Америкала бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Европа биосфера ҡурсаулыҡтары селтәре төбәк селтәрҙәре араһында иң ҙуры һәм иң боронғоһо булып тора. Ул Европаның50 илен, Канада һәм Американы үҙ эсенә ала һәм 262 биосфера ҡурсаулығынан тора. Вәкилдәренең осрашыуҙары 1986 йылдан алып ике йыл һайын үткәрелә[15]. Һуңғы конференция 2009 йылдың 26 октябренән 1 ноябренә тиклем Стара Лесна (Словакия) ҡасабаһында үтә. Конференцияла 22 илдән 113 делегат ҡатнаша[16].

Конференцияла ҡатнашыусылар ҡурсаулыҡтар араһында мәғлүмәт менән алмашыу һәм белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүҙе арттырыу, тәжрибә-күрһәтмәле тикшеренеүҙәр үткәреү, төбәк һәм милли иҡтисадтар менән интеграция, климат үҙгәреүенең кире эҙемтәләрен кәметеү мөмкинлектәрен комплекслы тикшереү кеүек йүнәлештәрҙең айырыуса мөһим булыуын билдәләп үтә. Белоруссияның Көнсығыш Полесье райондары менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерелә[16].

Фотогалерея
CyprusLake - Bruce Peninsula.jpg
Picos393.JPG
Subalpine Molasse.jpg
Ниагара-Эскарпмент, Канада Пик Европа, Испания Энтлебух, Швейцария

Латин Америкаһында һәм Кариб бассейны илдәрендә бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре

Латин Америкаһы төбәк селтәре эшмәкәрлеге Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны илдәрендә, шулай уҡ Испания һәм Португалияла милли комитеттарҙың хеҙмәттәшлек өлкәһендәге көстәрен туплау һәм яңы биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу аша программаны көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Төбәк селтәренең 14-се кәңәшмәһе беренсе Латин Америкаһы конференцияһы менән берлектә 2010 йылдың 9—14 ноябрендә Пуэро-Морелос ҡалаһында (Мексика) үтә[17].

Фотогалерея
Sian Ka'an.jpg
Palmar de Ocoa, Chile.jpg
Paraná Delta near Rosario.jpg
Sian Ka´an, Мексика La Campana-Pecuelas, Чили Paraná Delta, Аргентина

Илдәр буйынса биосфера резерваттары

Түбәндә биосфера ҡурсаулыҡтары урынлашҡан илдәр, уларҙың һаны һәм төбәге күрһәтелгән[2][18]:

Ил Биосфера
ҡурсаулыҡтары һаны
Регион
Австралия Австралия 15 Азия һәм Тымыҡ океан
Австрия Австрия 6 Европа һәм Төньяҡ Америка
Алжир Алжир 6 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Аргентина Аргентина 12 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Беларусь Беларусь 4[19] Европа һәм Төньяҡ Америка
Бенин Бенин 2 Африка
Болгария Болгария 16 Европа һәм Төньяҡ Америка
Боливия Боливия 3 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Бразилия Бразилия 6 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Буркина-Фасо Буркина-Фасо 2 Африка
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 9 Европа һәм Төньяҡ Америка
Венгрия Венгрия 5 Европа һәм Төньяҡ Америка
Венесуэла Венесуэла 2 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Вьетнам Вьетнам 8 Азия һәм Тымыҡ океан
Габон Габон 1 Африка
Гана Гана 1 Африка
Гватемала Гватемала 2 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Гвинея Гвинея 4 Африка
Гвинея-Бисау Гвинея-Бисау 1 Африка
Германия Германия 16 Европа һәм Төньяҡ Америка
Гондурас Гондурас 1 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Греция Греция 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Дания Дания 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Доминика Республикаһы Доминика Республикаһы 1 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Мысыр Мысыр 2 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Израиль Израиль 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Һиндостан Һиндостан 7 Азия һәм Тымыҡ океан
Индонезия Индонезия 7 Азия һәм Тымыҡ океан
Иордания Иордания 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Иран Иран 9 Азия һәм Тымыҡ океан
Ирландия Ирландия 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Испания Испания 34 Европа һәм Төньяҡ Америка
Италия Италия 8 Европа һәм Төньяҡ Америка
Йемен Йемен 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 4 Азия һәм Тымыҡ океан
Камбоджа Камбоджа 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Камерун Камерун 3 Африка
Канада Канада 15 Европа һәм Төньяҡ Америка
Катар Катар 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Кения Кения 6 Африка
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан 2 Азия һәм Тымыҡ океан
Ҡытай Ҡытай 28 Азия һәм Тымыҡ океан
Колумбия Колумбия 5 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Конго Республикаһы Конго Республикаһы 2 Африка
Конго Демократик Республикаһы Конго ДР 3 Африка
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КХДР 3 Азия һәм Тымыҡ океан
Корея Республикаһы Корея Республикаһы 3 Азия һәм Тымыҡ океан
Коста-Рика Коста-Рика 3 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Кот-д’Ивуар Кот-д’Ивуар 2 Африка
Куба Куба 6 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Латвия Латвия 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Ливан Ливан 3 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Маврикий Маврикий 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Мавритания Мавритания 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Мадагаскар Мадагаскар 3 Африка
Малави Малави 1 Африка
Малайзия Малайзия 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Мали Мали 1 Африка
Марокко Марокко 3 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Мексика Мексика 37 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Федеративные Штаты Микронезии Микронезия 2 Азия һәм Тымыҡ океан
Монголия Монголия 6 Азия һәм Тымыҡ океан
Нигер Нигер 2 Африка
Нигерия Нигерия 1 Африка
Нидерланд Нидерланд 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Никарагуа Никарагуа 2 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Пакистан Пакистан 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Палау Палау 1 Африка
Панама Панама 2 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Парагвай Парагвай 2 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Перу Перу 7[20] Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Польша Польша 9 Европа һәм Төньяҡ Америка
Португалия Португалия 4 Европа һәм Төньяҡ Америка
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 44 Европа һәм Төньяҡ Америка
Румыния Румыния 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Руанда Руанда 1 Африка
Сальвадор Сальвадор 3 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Сенегал Сенегал 4 Африка
Сербия Сербия 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Сүриә Сүриә 1 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Словакия Словакия 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Словения Словения 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Судан Судан 2 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 47 Европа һәм Төньяҡ Америка
Таиланд Таиланд 4 Азия һәм Тымыҡ океан
Танзания Танзания 3 Африка
Тунис Тунис 4 Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
Төркмәнстан Төркмәнстан 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Төркиә Төркиә 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Уганда Уганда 1 Африка
Үзбәкстан Үзбәкстан 1 Азия һәм Тымыҡ океан
Украина Украина 7 Европа һәм Төньяҡ Америка
Уругвай Уругвай 1 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Филиппин Филиппин 2 Азия һәм Тымыҡ океан
Финляндия Финляндия 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Франция Франция 10 Европа һәм Төньяҡ Америка
Хорватия Хорватия 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Үҙәк Африка Республикаһы ҮАР 2 Африка
Черногория Черногория 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Чехия Чехия 6 Европа һәм Төньяҡ Америка
Чили Чили 9 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Швейцария Швейцария 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Швеция Швеция 2 Европа һәм Төньяҡ Америка
Шри-Ланка Шри-Ланка 4 Азия һәм Тымыҡ океан
Эквадор Эквадор 4 Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны
Эстония Эстония 1 Европа һәм Төньяҡ Америка
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 5 Африка
Япония Япония 4 Азия һәм Тымыҡ океан

Әлеге ваҡытта 8 халыҡ-ара ҡурсаулыҡ бар[2][18]:

  • 'W' Region — Бенин, Буркина-Фасо, Нигер;
  • Krkonoše / Karkonosze — Польша, Чехия;
  • Vosges du Nord / Pfдlzerwald — Германия, Франция;
  • Delta du fleuve Senegal — Мавритания, Сенегал;
  • Intercontinental BR of the Mediterranean — Испания, Марокко;
  • East Carpathians — Польша, Словакия, Украина;
  • Tatra — Польша, Словакия;
  • Danube Delta — Румыния, Украина.

Иҫкәрмәләр

  1. ЮНЕСКО отобрала 13 новых биосферных заповедников (билдәһеҙ). Человек и биосфера (2 июнь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2012. Архивировано 18 июнь 2012 года.
  2. 1 2 3 4 Search the Biosphere Reserves Directory (ингл.). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  3. 1 2 История Концепции «Человек и биосфера» («Man and Biosphere»). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 4 сентябрь 2011 года.
  4. 1 2 3 Биосферные резерваты. Центр охраны дикой природы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 7 сентябрь 2011 года.
  5. О Программе ЮНЕСКО «Человек и биосфера» (МАБ) и перспективах её развития. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  6. Будущее биосферных резерватов в России. Экология и жизнь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  7. International Co-ordinating Council of the Man and the Biosphere (MAB) Programme: How does it work? (ингл.). ЮНЕСКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 23 май 2009 года.
  8. 1 2 MAB Regional Networks (ингл.). ЮНЕСКО. — Региональные сети. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 30 август 2009 года.
  9. AfriMAB (ингл.). ЮНЕСКО. — Африканская сеть биосферных заповедников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 2 май 2009 года.
  10. ArabMAB (ингл.). ЮНЕСКО. — Всемирная сеть биосферных резерватов в Лиге арабских государств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 2 май 2009 года.
  11. 11-е совещание Восточно-Азиатской сети биосферных резерватов. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  12. Southeast Asian Biosphere Reserve Network (ингл.). ЮНЕСКО. — Юго-Восточно-Азиатская сеть биосферных заповедников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 27 август 2009 года.
  13. 1 2 Pacific Man and the Biosphere Network (ингл.). ЮНЕСКО. — Тихоокеанская сеть биосферных заповедников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 27 август 2009 года.
  14. South and Central Asia MAB Network (ингл.). ЮНЕСКО. — Южно- и Центрально-Азиатская сеть биосферных заповедников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 27 август 2009 года.
  15. EuroMAB: Objectives and Actions (ингл.). ЮНЕСКО. — Европейская сеть биосферных заповедников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 29 апрель 2009 года.
  16. 1 2 ЕвроМАБ-2009. ЮНЕСКО в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  17. Outcomes of the first Ibero-American Biosphere Reserves Congress (ингл.). ЮНЕСКО. — Результаты первого латиноамериканского конгресса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2011. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  18. 1 2 The World Network of Biosphere ReservesB (ингл.). ЮНЕСКО. — Различные списки стран и биосферных резерватов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2010. Архивировано из оригинала 30 август 2009 года.
  19. В районе Августовского канала создаётся «Гродненская пуща». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  20. https://plus.google.com/+UNESCO. Biosphere reserves in Latin America and the Caribbean (ингл.). UNESCO (17 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 октябрь 2021. Архивировано 26 октябрь 2021 года.

Һылтанмалар

Категориялар