Шәрм-әш-Шәйех
Географияһы
Шәрм-әш-Шәйех Мысыр ривьераһының Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйында, Синай ярымутрауының көньяҡ осонда урынлашҡан. Көньяҡ Синай губернаторлығындағы район үҙәктәренең береһе.
Оттоман империяһы осоронан билдәле, 1967-1982 йылдарҙа Израиль баҫҡан осорҙа Офира тип атала. 1970-се йылдарға тиклем бәләкәй генә ҡасаба була.
Уңайлы урында урынлашҡан, климаты яҡшы, бай тәбиғәтле, сифатлы һәм тиҙ үҫеш алыуы арҡаһында туристар араһында ҙур абруй ҡаҙана бара. Шул уҡ ваҡытта ул Мысырҙың башҡа ҡалаларынан ныҡ ҡына айырыла һәм Европаның Урта диңгеҙ буйындағы курорттарын хәтерләтә.
Ҡаһирәнән алыҫлығы автомобиль юлы буйынса 500 км, авиатрасса оҙонлоғо 385 км
Тарихи рәүештә ҡала бер юлы төҙөлмәгән, шуға күрә күп төрлө архитектуралы "оазистар" булып булып үҫә. Улар аша төп магистраль - Peace Road проспекты үтә һәм ҡаланы бер бөтөнгә тоташтыра.
40 км. төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Наама ҡултығы ҡушыла, унда ҡунаҡхана төҙөп, халыҡ-ара һәм күңел асыу программаһы тәҡдим ителә.[5]
Этимологияһы
Ғәрәп теленән Шәрм-әш-Шәйех — « шәйех бухтаһы (ҡултығы)» тип тәржемә ителә. Ҡайһы бер урындағы гидтар уны «шәйех яры» тип атай.
Халҡы
1996 һәм 2006 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[6].
| |||||||||
Галерея
Шулай уҡ ҡара
Путеводитель «Шарм-эш-Шейх» в Викигиде
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
- ↑ 1 2 3 https://www.citypopulation.de/Egypt-Cities.html
- ↑ Египет // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 145. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Письмо Росреестра о написании названия города на русском языке.
- ↑ Тураһында файҙалы мәғлүмәт Наама Бей
- ↑ Arab Republic of Egypt