Биосфера ҡурсаулығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Биосфера ҡурсаулығы
Хеҙмәтләндереүсе ЮНЕСКО
Логотип
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Биосфера ҡурсаулығы (рус. Биосфе́рный запове́дник, рус. биосферный резерват) — төбәктең тәбиғәт экосистемаларын һәм генофондын һаҡлау, ундағы һәм уға яҡын урынлашҡан биләмәләрҙәге тәбиғәт мөхитен өйрәнеү һәм мониторинглау маҡсатында булдырылған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Биосфера ҡурсаулыҡтарын халыҡ-ара һәм милли программалар нигеҙендә ЮНЕСКО булдыра[1][2]. ЮНЕСКО ойошмаһы берҙәм бөтә донъя селтәренә 669 милли тәбиғәт биосфера ҡурсаулығын индергән[3].

Биосфера ҡурсаулыҡтарын ойоштороу тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1972 йылда БМО-ның Тирә-яҡ мөхит проблемалары буйынса конференцияһынан һуң биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу «Ер патруле» программаһының бер өлөшөнә әйләнә. Ул БМО-ның тирә-яҡ мөхит буйынса «ЮНЕП» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һуңынан ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә биосфера ҡурсаулығы концепцияһы әҙерләнә. 1974 йылдың майында Советтар Союзына АҠШ президенты Ричард Никсон килә, һәм 1974 йылдың 7 июлендә совет-америка хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тирә-яҡ мөхитте бергәләп һаҡлау тураһында бүлеккә ярашлы, Советтар Союзы һәм АҠШ үҙ биләмәләрендә биосфера ҡурсаулыҡтарын булдырыу өсөн урындар бүлеп бирә[4]. Был ҡарарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса аҙымдар 1976 йылдың майында Мәскәүҙә биосфера ҡурсаулыҡтары буйынса беренсе совет-Америка симпозиумында тикшерелә. Ике илдә лә тәбиғәт-климат шарттары оҡшаш булған тигеҙ һандағы ҡурсаулыҡтар булдырыу күҙаллана. Был тирә-яҡ мөхит мониторингын үткәрергә һәм кешенең антропоген эшмәкәрлегенең хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына йоғонтоһон баһаларға мөмкинлек бирә.

Был симпозиум һөҙөмтәләре буйынса СССР Фәндәр академияһының Биосфера проблемалары буйынса ғилми советы рәйесе А. П. Виноградов ғалимдар И. П. Герасимов, В. Е. Соколов һәм Ю. А. Израэлгә Советтар Союзында биосфера ҡурсаулыҡтары селтәрен ойоштороу тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡуша. Ғалимдар әҙерләгән яҙмала башта биш биосфера ҡурсаулығын булдырырға тәҡдим ителә: Үҙәк урман-дала (СССР Фәндәр академияһы География институтының Курск баҫыу станцияһынан һәм Үҙәк ҡара тупраҡлы ҡурсаулыҡтан барлыҡҡа килә), Урта Азия сүллеге (Ҡараҡом сүлендә урынлаша), Көньяҡ Себер тайгаһы (Байкал күле янында), Көнсығыш Себер тайгаһы (Яҡутстан территорияһында) һәм Арктика (Франц-Иосиф Ере) тайгаһы. Советтар Союзында булдырылған биосфера ҡурсаулыҡтарының һаны һәм уларҙың урынлашыуы Америка һәм ЮНЕСКО вәкилдәре менән килешелә.

1978 йылдың октябрендә АҠШ-та үткән яуап осрашыуында совет ғалимдары америка коллегалары менән биосфера ҡурсаулыҡтарын урынлаштырыу тураһында килешеү төҙөй. Америка ғалимдары совет коллегаларының биосфера ҡурсаулыҡтарын урынлаштырыу өсөн тәүге урындарын хупламай. Килешеү һөҙөмтәһендә Советтар Союзы территорияһында тәүге ете биосфера ҡурсаулығын булдырырға ҡарар ителә: Березина биосфера ҡурсаулығы, Кавказ ҡурсаулығы, Сары-Челек ҡурсаулығы, Сихотэ-Алин ҡурсаулығы, Репетек ҡурсаулығы, Ока буйы-Террас ҡурсаулығы һәм Үҙәк-Ҡара тупраҡ ҡурсаулығы[5].

Биосфера ҡурсаулығы концепцияһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре тураһында Положениеға ярашлы, «Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм уның компоненттарын тотороҡло файҙаланыу ҡоралы булып тора, шулай итеп, Биологик төрлөлөк тураһында конвенцияның һәм башҡа тейешле конвенцияларҙың һәм акттарҙың маҡсаттарына өлгәшеүгә өлөш индерә»[6].

Биосфера ҡурсаулыҡтары тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, милли тәбиғәт парктары базаһында булдырыла. Уларҙың составына тәбиғәт-ҡурсаулыҡ фондының башҡа категориялы биләмәләре, объекттары һәм ерҙәр инә.

Биосфера ҡурсаулығының төрлө территориялары өсөн дифференциаль һаҡлау режимы билдәләнә. Уларҙың үҙ-ара бәйләнгән өс зонаһы бар. Зоналар бер-береһен аһәм көсәйтә һәм өс функция башҡара[7]:

  • ҡурсаулыҡ (төп), ул иң әһәмиәтле тәбиғәт комплекстарын һәм антропоген факторҙар тарафынан минималь боҙолған тәбиғәт комплекстарын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының генофондын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән;
  • буфер зонаһы, ул ҡурсаулыҡ зонаһын уратып ала йәки уға йәнәшә, тирә-яҡ биләмәләрҙә хужалыҡ эшмәкәрлегенең ҡурсаулыҡ зонаһына кире йоғонтоһон булдырмау маҡсатында ойошторола;
  • Күсмә (йәки антропоген ландшафтар) ҡурсаулыҡтың бер өлөшө булып тора һәм ер, урман, һыу менән файҙаланыу, торамалар, рекреация һәм башҡа хужалыҡ эшмәкәрлеге төрҙәре булған территорияларҙы берләштерә.

Биосфера ҡурсаулыҡтары көйләнгән ҡурсаулыҡ режимы булған территорияларҙы (төбәк ландшафт парктары, заказниктар, ҡурсаулыҡ биләмәләре) үҙ эсенә алырға мөмкин.

Биосфера ҡурсаулыҡтарының үҙенсәлеге шунда: фәнни тикшеренеүҙәр, тирә-яҡ мөхит торошон күҙәтеүҙәр һәм башҡа эшмәкәрлек халыҡ-ара кимәлдә алып барыла.

Төрлө илдәрҙәге биосфера ҡурсаулыҡтары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы 120 илдә 669 биосфера ҡурсаулығы, шул иҫәптән 16 сик-ара объект бар[7]. Улар түбәндәгесә бүленгән:[8]:

  • Африканың 28 илендә — 70
  • Ғәрәп илдәренең 11 илендә — 30
  • Азия һәм Тымыҡ океандың 24 илендә — 142
  • Европаның һәм Төньяҡ Американың 36 илендә — 302
  • Латин Америкаһының һәм Кариб бассейнының 21 илендә −125.

Рәсәйҙең биосфера ҡурсаулыҡтары[9][10]:

  1. Алтай дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
  2. Әстерхан биосфера ҡурсаулығы, 1984
  3. Байкал биосфера ҡурсаулығы, 1986
  4. Баргузин биосфера ҡурсаулығы, 1986
  5. Брянск урманы, дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
  6. Висим дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, 2001
  7. Волга-Кама дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
  8. Воронеж биосфера ҡурсаулығы, 1984
  9. Дарвин дәүләт биосфера тәбиғәт ҡурсаулығы, 2002
  10. Даур биосфера ҡурсаулығы, 1997
  11. И. И. Спрыгин исемендәге Жигулев дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
  12. Кавказ дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 1978
  13. Катунь биосфера ҡурсаулығы, 2000
  14. Керженец дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
  15. Командор дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 2002
  16. Кронот дәүләт биосфера ҡурсаулығы, 1984
  17. Лапландия тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, 1984
  18. Ока биосфера ҡурсаулығы, 1985
  19. Печора-Илыч биосфера ҡурсаулығы, 1984
  20. Ока буйы-Террас биосфера ҡурсаулығы,
  21. Саян-Шушенск биосфера ҡурсаулығы, 1984
  22. Сихотэ-Алин биосфера ҡурсаулығы, 1978
  23. Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы,
  24. Таймыр биосфера ҡурсаулығы, 1996
  25. Теберҙе дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, 1997
  26. Убсунур соҡоро, 1997
  27. Үҙәк урман биосфера ҡурсаулығы, 1985
  28. Үҙәк ҡара тупраҡлы биосфера ҡурсаулығы, 1978
  29. Үҙәк Себер биосфера ҡурсаулығы, 1986
  30. Ҡара тупраҡлы биосфера ҡурсаулығы, 1993
  31. Ханкай ҡурсаулығы
  32. Башҡорт Уралы
  33. Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы
  34. Кедровая Падь
  35. Кенозеро милли паркы
  36. Смоленск күле милли паркы

АҠШ биосфера ҡурсаулыҡтары:

Үзбәкстан биосфера ҡурсаулыҡтары:

  1. Биологический энциклопедический словарь. 2-е изд.М.: Советская Энциклопедия, 1986
  2. Биология. Современная иллюстрированная энциклопедия. М.: Росмэн (2006). Дата обращения: 11 февраль 2016. Архивировано 10 август 2016 года.
  3. Биосферные заповедники России, основные сведения. Дата обращения: 11 февраль 2016. Архивировано 9 февраль 2019 года.
  4. Советские учёные первоначально предлагали создать «биосферные наблюдательные станции», подчеркивая их роль в научных исследованиях по изменению природной среды, но из-за необходимости придерживаться официального перевода резолюции Стокгольмской конференции по защите окружающей среды им пришлось использовать термин «биосферный заповедник»
  5. Собисевич А. В., Снытко В. А. Создание биосферных заповедников и национальных парков для развития научных исследований и экологического туризма (на примере опыта СССР) // Вестник Московского государственного областного университета. — Серия: Естественные науки. — 2018. — № 4. — С. 56.
  6. Положение о Всемирной сети биосферных резерватов. Дата обращения: 11 февраль 2016. Архивировано 29 ғинуар 2019 года.
  7. 1 2 Biosphere Reserves — Learning Sites for Sustainable Development. Дата обращения: 7 июнь 2016. Архивировано 5 февраль 2019 года.
  8. World Network of Biosphere Reserves. Дата обращения: 13 июнь 2016. Архивировано 12 апрель 2018 года.
  9. Каталог ООПТ на сайте Министерства природных ресурсов и экологии РФ. Дата обращения: 11 февраль 2016. Архивировано 6 август 2016 года.
  10. Биосферные резерваты. Дата обращения: 8 июнь 2016. Архивировано 19 март 2016 года.
  11. Нижне-Амударьинский биосферный резерват Архивная копия от 21 июнь 2019 на Wayback Machine в Узбекистане.
  • Герасимов И. П., Израэль Ю. А., Соколов В. Е. Об организации биосферных заповедников (станций) в СССР // Всесторонний анализ окружающей природной среды: Труды 2 Советско-американского симпозиума: [Гонолулу, 20—26 октября 1975 года]. — Л.: Гидрометеоиздат, 1976. — С. 29—34.
  • Герасимов И. П. Биосферные станции-заповедники, их задачи и программа деятельности // Известия АН СССР. — Серия географическая. — 1978. — № 2. — С. 5—17.
  • Соколов В. Е., Сыроечковский Е. Е. Географическая сеть биосферных заповедников, закономерности и перспективы развития. // Биосферные заповедники, современное состояние и перспективы развития. — Пущино, 1981.
  • Герасимов И. П. Роль геосистемного мониторинга в биосферных заповедниках // Экологический мониторинг в биосферных заповедниках социалистических стран: Сборник научных трудов. — Пущино, 1982. — С. 36—46.
  • Герасимов И. П. Геосистемный мониторинг и его реализация в биосферных заповедниках // Охраняемые природные территории Советского Союза, их задачи и некоторые итоги исследований. — М., 1983. — С. 88—94.
  • Соколов В. Е. Биосферные заповедники: цели и проблемы // Лекции лауреатов Демидовской премии (1993—2004). — Екатеринбург, 2006.