Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы (рус. Дальневосточный морской заповедник) — Япон диңгеҙенең Бөйөк Петр ҡултығында 1978 йылдың 24 мартында ойошторолған һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, диңгеҙ тәбиғәт мираҫы объекты.
Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 64316,3 гектар, дүрт һаҡлау режимы бар, шул иҫәптән 63 000 гектар диңгеҙ акваторияһы, диңгеҙ сиктәре тирәләй 3 миль, ҡоро ер сиктәре тирәләй киңлеге 500 метр булған һаҡлау зонаһы раҫланған.
Ул Рәсәйҙә майҙанының 98 процентын һыу тәшкил иткән берҙән-бер ҡурсаулыҡ. Унда 5000-дән ашыу төр үҫемлек һәм хайуан иҫәпләнә.
2003 йылдың сентябрендә Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһына инә һәм биосфера ҡурсаулығы статусы ала.
Ҡурсаулыҡтың төп эшмәкәрлеге:
- хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең генофондын, шулай уҡ мәҙәни-тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау;
- һыу майҙанын һәм территорияһын һаҡлау;
- диңгеҙ һәм утрау биогеоценоздарын һаҡлау һәм тергеҙеүҙең фәнни нигеҙҙәре һәм диңгеҙҙе һаҡлау буйынса фәнни тәҡдимдәр әҙерләү;
- хайуандар һәм үҫемлектәрҙең диңгеҙ һәм утрау биоценоздарын өйрәнеү һәм күҙәтеү;
- экологик-ағартыу эшмәкәрлеге һәм танып-белеү туризмы.
2021 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 18.10.2019 2467-р указына ярашлы Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡарамағына тапшырыла.
Һаҡлау, фәнни эшмәкәрлек
Ҡурсаулыҡтың төп проблемаһы бөтә Рәсәй ғилми һәм тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары һәм учреждениелары өсөн уртаҡ — бюджет финанслауы етешмәй. Шуға ла флоты һәм транспорт саралары түбән ҡеүәтле һәм аҙ һанлы, ҡорамалдар етешмәй һәм башҡалар. Әммә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең энтузиазмы һәм фиҙакәрлеге арҡаһында ҡурсаулыҡты һаҡлау һәм тикшереү туҡталмай[1][2]. Һаҡлауҙа сик һаҡсылары һәм полиция ярҙам күрһәтә, әммә һуңғы йылдарҙа браконьерлыҡтың артыуы техник ҡорамалдарҙы камиллаштырыуҙы талап итә.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
- биотөрлөлөктө өйрәнеү;
- антропоген һәм тәбиғи факторҙарҙың йоғонтоһон күҙәтеү һәм баһалау;
- һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған төрҙәрҙең биологияһын өйрәнеү.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Охранная деятельность. DVmarin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2022. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2017 года.
- ↑ Научная деятельность. «Дальневосточный морской заповедник». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2022. Архивировано 12 март 2022 года.
Әҙәбиәт
- Дальневосточный морской биосферный заповедник. Исследования Отв. ред. А. Н. Тюрин. Владивосток: Дальнаука Т. 1. 848 с. 2004
- Дальневосточный морской биосферный заповедник. Биота Отв. ред. А. Н. Тюрин. Владивосток: Дальнаука Т. 2. 848 с. 2004
- Тюрин А. Н. Дальневосточный государственный морской заповедник. www.fegi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2022.