Джергин ҡурсаулығы

Джергин дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Джерги́нский») — Бүрәт Республикаһының Курумкан районындағы ҡурсаулыҡ.

Үҙәк усадьба Майский ауылында, ҡурсаулыҡтың көньяҡ сиктәренән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Географияһы

Баргузин йылғаһы үрендә өс ҙур тау массивы — Баргузин, Икат һәм Көньяҡ-Муй һырттары тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Көньяҡта сик — Сея йылғаһы үҙәне, көнбайышта Баргузиндың һул яры буйлап үтә.

Ҡурсаулыҡтың майҙаны 238 088 гектар тәшкил итә; шуның 894 гектары һыу менән ҡапланған. Уның тирәләй дөйөм майҙаны яҡынса 7,5 миллион гектар тәшкил иткән 2 саҡрымлыҡ һаҡ зонаһы булдырылған. Рельефы таулы һәм барып етеүе ауыр булыуы арҡаһында ҡурсаулыҡ территорияһыны кеше эшмәкәрлеге зыян килтермәгән тиерлек.

Климаты

Климаты киҫкен континенталь, ҡырыҫ һәм ҡоро булыуы менән характерлана. һыуыҡ булмаған осоро уртаса 83 көн тәшкил итә.

Флора һәм фаунаһы

Урман бүлкәтендә ҡарағас урмандары өҫтөнлөк итә. Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡта 650-нән ашыу төр көпшәле үҫемлек, 29 төр һирәк һәм эндемик үҫемлек асыҡланған. Умыртҡалыларҙың 201 төрө теркәлгән: балыҡтар — 6 төр, ер-һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 4, ҡоштар — 145, һөтимәрҙәр — 43. Ҡурсаулыҡта мышы, ҡабарга, изюбрь, ҡабан, себер ҡоралайы, һирәкләп төньяҡ боланы тереклек итә.

Галерея

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә