Магадан ҡурсаулығы
Магадан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Рәсәй Федерацияһы Магадан өлкәһенең көньяғында, Ола һәм Среднеканск районындарында, Охот диңгеҙенең төньяҡ ярҙары эргәһендә урынлашҡан ҡурсаулыҡ.
Ҡурсаулыҡ 1982 йылда ойошторолған, майҙаны 883 817 гектар тәшкил итә[1].
Ҡурсаулыҡ дүрт өлөштән тора: Кава-Челомджинский (624 456 га), Ольский (103 425 га), Ямский (38 096 га), Сеймчанский (117 839 га). Бар участкаларҙа бер-береһенән алыҫ ара урынлашҡан, уларҙың территорияһында бер ниндәй ҙә тораҡ пункттар һәм юлдар юҡ. Ҡурсаулыҡтың үҙәк йорты Магадан ҡалаһында урынлашҡан (участкаларҙан 100-650 саҡрым). 2005 йылдан алып ҡурсаулыҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә кандидат булып тора[2].
Флораһы һәм фаунаһы
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 729 төр көпшәле үҫемлектәр билдәләнгән. Төп урман яһаусы тоҡом — ҡарағас. Икенсе киң таралған тоҡом — кедр стланигы, себер шыршыһының реликты. Бөтәһе 32 төр балыҡ, 180-дән ашыу төр ҡоштар, 40-ҡа яҡын төр ер өҫтө имеҙеүселәр йәшәй. Бөтә ерҙә тейен, әлгәнйәк, кеш, аҫ, ҡуян, ҡыр сысҡаны, һуҫар йәшәй. Диңгеҙ мылтыҡтарында имеҙеүселәр ҙә бар. Дингеҙ буйында дингеҙ имеҙеүселәре ятҡылыҡтары бар.
Иҫкәрмә
- ↑ Информация с официального сайта заповедника
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Magadansky State Nature Reserve - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2016.