Нора ҡурсаулығы
Нора ҡурсаулығы (рус. Норский заповедник) — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышындағы тәбиғәт ҡурсаулығы.
Нора ҡурсаулығы 1998 йылда ойошторолған. Ул Амур өлкәһендә Сельдж һәм Нора йылғалары араһында урынлашҡан. Майҙаны — 211 168 га. Һаҡлау зонаһының майҙаны — 9868 гектар, һыу майҙаны — 1952 гектар[1]. Рельефы тәпәш[1]. Ҡурсаулыҡтың абсолют бейеклеге 370 метрға етә.
Ииң ҙур йылғалары — Нора, Селемджа һәм Бурунда.
Климаты
Климаты ҡырҡа континенталь. Ҡыш 5 — 5,5 ай дауам итә. Йылы осор — 50 — 90 көн.
Флора һәм фаунаһы
Ҡурсаулыҡ территорияһында көпшәле үҫемлектәрҙең 513, лишайниктарҙың 300-ҙән ашыу төрө үҫә. Һөтимәрҙәрҙең 38, ҡоштарҙың 184, балыҡтарҙың 30 төрө бар. Ҡара һәм япон торналары, ҡара һәм Алыҫ Көнсығыш ҡауҙылары, аҡ ҡойроҡло бөркөт, кәлмәргән, балыҡсы өкө оя ҡора[2]. Нора ҡурсаулығы иң ҙур күсеп йөрөүсе Себер ҡоралайҙарының (5 — 7 меңгә тиклем баш) йәшәү урыны булып тора. Амур юлбарыҫының үтеп инеүе билдәләнгән. Ҡурсаулыҡ майҙанының 54 процентын урман биләй. Урман барлыҡҡа килтереүсе төп төрҙәре — аҡ ҡайын һәм Гмелин ҡарағасы[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Норский | ООПТ России. oopt.aari.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2022. Архивировано 12 май 2022 года.
- ↑ ООПТ России - Норский заповедник. oopt.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
- ↑ Заповедник «Норский». naturerussia.travel. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
Һылтанмалар
- Норский заповедник Страничка на лихенологическом сайте Алексея Пчелкина
- Лишайники Норского заповедника
- «Первый маревый» Научно-популярный фильм о Норском заповеднике