Олёкма ҡурсаулығы
Олёкма ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Олёкминский») — Лена йылғаһының урта ағымынан көньяҡтараҡ, ҙурлығы буйынса икенсе ҙурлыҡтағы Олекма йылғаһының уң ярында, Саха Республикаһының Олекмин районындағы Алдан яҫы таулығы һәм Лена яны яҫытаулығында урынлашҡан ҡурсаулыҡ[1].
1984 йылда ойошторолған. Дөйөм майҙаны — 847108 гектар, һаҡланыусы зона майҙаны — 78600 гектар[2]. Тайганың ҡурсаулыҡ сигенән 80 саҡрым алыҫлыҡта булыуы, шулай уҡ тораҡ пункттарҙан алыҫ булыуы арҡаһында ҡурсаулыҡ кеше эшмәкәрлегенән зыян күрмәгән.
Климаты
Ҡурсаулыҡта климат ҡырҡа континенталь. Даими ҡар япмаһы уртаса 18 октябрҙә ята һәм яҡынса 210 көн дауам итә, уртаса бейеклеге 30 — 40 см, көньяҡта — 70 — 80 см. Йәйен эҫе[3]. Ҡурсаулыҡтың төньяҡ өлөшөндәге Лена яны яйлаһында, Туолба һәм Амга үҙәндәрендә һауаның максималь температураһы +37 40 °C, көньяҡ өлөшөндә +33-35 °C етә.
Ҡурсаулыҡ мәңгелек туңлыҡ зонаһында урынлашҡан. Туңған ҡатламдың ҡалынлығы — 100—200 см, температураһы −3 °-4 °C. Йылы осорҙа төньяҡ битләүҙәрҙә — 0,4 метр, көньяҡ битләүҙәрҙә 1,5 — 2,0 м тиклем ирей.
Флора һәм фаунаһы
Ҡурсаулыҡтың бөтә территорияһы тиерлек (87,9 %) башлыса ылыҫлы урман менән ҡапланған. Көпшәле үҫемлектәрҙең 650-нән ашыу төрө бар.
Бында һөтимәрҙәрҙең 40-тан ашыу төрө, яҡынса 180 төр ҡош йәшәй, шуларҙың 100-ҙән ашыу төрө ҡурсаулыҡта оя ҡора, һөйрәлеүселәрҙең 2 төрө, ер-һыу хайуандары 3 төр һәм 18 төр балыҡ бар[4].
Ҡурсаулыҡ территорияһында археологик ҡомартҡылар — ҡая сәнғәте урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ООПТ РОССИИ - Олекминский заповедник. oopt.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2022. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
- ↑ История. olekmazap.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2022. Архивировано 10 декабрь 2021 года.
- ↑ ОЛЁКМИНСКИЙ ЗАПОВЕДНИК • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2022. Архивировано 12 февраль 2022 года.
- ↑ Описание. olekmazap.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2022. Архивировано 10 декабрь 2021 года.
Һылтанмалар
- Олёкминский заповедник. ООПТ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2021. Архивировано 15 октябрь 2007 года.