Бурея ҡурсаулығы
Бурея дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 356,99 тыс. га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 12 август 1987 йыл |
Урынлашыуы | |
51°55′46″ с. ш. 134°35′44″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Яҡындағы ҡала | Софийск |
zapbureya.ru | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бурея ҡурсаулығы (рус. Буреинский заповедник) — Көнсығыш БАМ зонаһының тау тайгаһындағы резерват. Хабаровск крайының Верхнебуреинск районы территорияһында Һул һәм Уң Бурея йылғалары бассейнында урынлашҡан. Коородинаталары: төньяҡ киңлектең 51°40° һәм 52°30° һәм 134°20' һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 135º10′.
Ҡурсаулыҡҡа яҡын тораҡ пункт — Софийск ауылы, ул ҡурсаулыҡтың көнбайыш сигенән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Рельефы — таулы: ҡурсаулыҡтың иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 2241 м, түбәне — 550 метр бейеклектә. Ҡурсаулыҡ 252 км аралыҡта диңгеҙ кимәленән 1100 метрҙан алып 2300 метрға тиклем бейеклектәге һырттар менән сикләнгән. Көньяҡ сиге Лан-Балаган һыу айырғысы (48 км) һәм Һул Бурея йылғаһы буйлап (яҡынса 20 км) үтә.
Ҡурсаулыҡ майҙаны — 356,99 мең гектар, буфер зонаһы — 53,3 мең гектар.
Эшмәкәрлек йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғилми
- Биләмәне һаҡлау
- Экологик белем биреү
- Экотуризм
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- zapbureya.ru — Буреинского заповедника рәсми сайты