Хинган ҡурсаулығы
Хинган ҡурсаулығы — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Амур өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында Архара уйһыулығы һәм Кесе Хинган һырты армыттары сиктәрендә урынлашҡан. 1963 йылдың 3 октябрендә булдырылған. Дөйөм майҙаны — 97 073 га, һаҡлау зонаһының майҙаны — 27 025 га[1]. Биләмәмәләр һаны: 3.
Ҡурсаулыҡтың тигеҙ өлөшө уның дөйөм майҙанының 70 процент самаһын тәшкил итә, ҡалғаны Кесе Хингандың армыттарына тура килә. Ҡурсаулыҡтың тигеҙлектәр өлөшөндә ҙур булмаған күлдәр күп, уларҙың иң ҙуры — Долгое, Лебединое һәм Перешеечное күлдәре. Климаты континенталь, муссон һыҙаттары бар. Ҡыш ҡарлы, әммә көслө һыуыҡтар була. Уның территорияһы халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләренә индерелгән. Көньяҡ Амурҙың урман-дала ландшафттарын, шулай уҡ Уссурия (япон) һәм Даурия торналары ояларын һаҡлау Хинган ҡурсаулығын ойоштороуҙың төп маҡсаты булып тора.
Флораһы һәм фаунаһы
Юғары үҫемлектәр — 964 төр, һөтимәрҙәр — 47 төр иҫәпләнә, ә ҡоштарҙың 290 төрө бар. Хинган ҡурсаулығы Алыҫ Көнсығышта әлегә тиклем янут эттәренә иң ҡулай йәшәү урыны булған берҙән-бер ҡурсаулыҡ булып тора. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һәм Амур өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән ҡара һәм Уссурия торналары кеүек һирәк ҡоштар йәшәй.
Штаттан тыш хәлдәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хинганский | ООПТ России. oopt.aari.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2022.
- ↑ В Амурской области горит Хинганский заповедник