Сохондо ҡурсаулығы
Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 210988 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1973 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
49°41′37″ с. ш. 111°05′27″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Байкал аръяғы крайы |
sokhondo.ru | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Сохондо дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Сохонди́нский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — 1973 йылдың 11 декабрендә ойошторола. Сохондо ҡурсаулығы биосфера ҡурсаулығы статусын 1985 йылда ала. Ул Байкал аръяғының көньяғында урынлашҡан. Хэнтей-Чикой таулығының иң бейек өлөшөн биләй. Сохондо яланғас тау массивтары Хэнтей-Чикой таулығы периферияһы буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 20 км самаһы һуҙылған, киңлеге 14 км-ға тиклем етә. Ике түбәһе: диңгеҙ кимәленән 2505 м бейеклектәге Ҙур Сохондо һәм Кесе (2404 м) түбәләре бар, улар араһындағы артылыш 2000 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта күлдәр күп, улар башлыса боҙлоҡ сығышлы. Дөйөм майҙаны 210988 гектар. Һаҡланыусы зонаһы — 36 060 гектар.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климаты — киҫкен континенталь. Ҡышы ҡоро һәм ҡарлы. Тотороҡло ҡар япмаһының оҙайлығы — 130—145 көн.
Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
923 төр көпшәле үҫемлек асыҡланған, һөтимәрҙәрҙең 67 төрө, ҡоштарҙың 250-гә яҡын төрө, 3 төр амфибия, һөйрәлеүселәрҙең 4 төрө асыҡланған, тау йылғаларында һәм күлдәрендә 8 төр балыҡ бар. Шулай уҡ 1200-ҙән ашыу төр бөжәк теркәлгән, шуларҙың 1107 төрө — тәңкә ҡанатлылар йәки күбәләктәр[1].
Ҡурсаулыҡ өсөн хас булған хайуандар: кеш, һоро айыу, изюбрь, себер ҡоралайы, мышы, ҡабан, кабарга, һуйыр, аҡ ағуна, сел, ҡор, һаҡаллы ағуна, альп сөрәкә турғайы һәм башҡалар.
Сохондоның көнбайыш дала битләүҙәрендә табылған эндемиктар араһында Sibiracanthella sohondo коллемболалары бар[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дубатолов В. В., Дудко Р. Ю., Мордкович В. Г., Корсун О. В., Чернышёв С. Э., Логунов Д. В., Марусик Ю. М., Легалов А. А., Василенко С. В., Гришина Л. Г., Золотаренко Г. С., Баркалов А. В., Петрова В. П., Устюжанин П. Я., Гордеев С. Ю., Зинченко В. К., Пономаренко М. Г., Любечанский И. И., Винокуров Н. Н., Костерин О. Э., Маликова Е. И., Львовский А. Л., Максименко Е. А., Малков Е. Э., Стрельцов А. Н., Рудых С. Г., Милько Д. А. Биоразнообразие Сохондинского заповедника. Членистоногие. — Новосибирск-Чита, 2004. — 416 с.
- ↑ Potapov, M. & Stebaeva, S., 1993—1994 (1995). Sibiracanthella and Sahacanthella new genera of Anurophorinae (Collembola, Isotomidae) with anal spines from continental Asia. — Misc. Zool., 17: 129—139.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Штильмарк Ф. Сохондо // Вокруг света : журнал. — 1973, март. — № 3 (2570).
- Штильмарк Ф. Р. Таёжные дали. Очерки биолога-охотоведа. — 2-е изд., перераб.. — М.: Мысль, 1976. — 240 с.
- Штильмарк Ф. Чудо, которое нельзя потерять // Вокруг света : журнал. — 1979, июнь. — № 6 (2465).
- Галанин А. В., Беликович А. В., Малков Е. Э. и др. Растительный и животный мир Сохондинского биосферного заповедника. — Чита: Биолого-почвенный институт ДВО РАН, 2002.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт Сохондинского государственного природного биосферного заповедника
- Сохондинский биосферный заповедник на сайте «ООПТ России»
- Сохондинский заповедник на лихенологическом сайте