Алтай ҡурсаулығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алтай дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Оло Чульчин шарлауығы
Оло Чульчин шарлауығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны881 238 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1932 йыл 
Урынлашыуы
50°52′00″ с. ш. 88°57′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыАлтай Республикаһы
Яҡындағы ҡалаТаулы Алтай 

altzapovednik.ru
Рәсәй
Точка
Алтай дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Алтай Республикаһы
Точка
Алтай дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
ЮНЕСКО
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Ҡурсаулыҡ территорияһы

Алта́й ҡурсаулығы[1], рәсми атамаһы Алтай дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Алта́йский госуда́рственный приро́дный биосферный запове́дник) — Алтай тауҙарындағы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. 1932 йылда нигеҙ һалына[2], һуңынан бөтөрөлә һәм яңынан тергеҙелә. ЮНЕСКО-ның «Алтайҙың алтын тауҙары» бөтә донъя мираҫы объектының бер өлөшө. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1929 йылда Алтайға Тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса дәүләт ведомство-ара комитеты ҡарары менән ҙур ҡурсаулыҡ ойоштороу предметына территорияны тикшереү маҡсатында профессор В. И. Баранов етәкселегендәге ғилми экспедиция ебәрелә. Тәҡдим ителгән проект буйынса буласаҡ ҡурсаулыҡ Тыванан алып Катунь йылғаһына тиклем 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанды үҙ эсенә алырға тейеш була. Телец күле уртала булырға тейеш була. Проектҡа тормошҡа ашмай. Уны раҫламайҙар. Ҡурсаулыҡ ойоштороу тураһында ҡарар 1930 йылдың 4 майында СССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары менән ҡабул ителә.

Наркомпросҡа уның урынлашыу сиктәрен аныҡларға ҡушалар, ә 1931 йылда Ф. Ф. Шиллингер етәкселегендә икенсе экспедиция ойошторола. Эштәр көҙ башынан ҡыштың беренсе яртыһына тиклем бара. Ҡурсаулыҡтың буласаҡ сиктәре билдәләнә һәм нигеҙләнә. Һөҙөмтәлә 1931 йылдың 10 декабрендә Ойрот өлкә башҡарма комитеты һәм Хакас өлкә башҡарма комитеты 1931 йылдың 28 декабрендә махсус указдар менән ҡурсаулыҡты ойоштороуҙың маҡсатҡа ярашлылығын таныйҙар. 1932 йылдың 6 апрелендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы уның сиктәрен тулыһынса раҫлай. Был дата ҡурсаулыҡтың нигеҙ һалыныу көнө тип һанала.

1951 йылдың 10 сентябрендә РСФСР Министрҙар Советы «РСФСР Министрҙар Советы ҡарамағындағы ҡурсаулыҡтар буйынса Баш идаралыҡты бөтөрөү һәм айырым ҡурсаулыҡтарҙы, шул иҫәптән Алтай ҡурсаулығын бөтөрөү тураһында» Указ сығара. 1958 йылдың 24 майында РСФСР Министрҙар Советы 914 777 гектар майҙанлы Алтай ҡурсаулығын тергеҙеү буйынса 2943-р һанлы бойороҡ сығара. 1961 йылдың йәйендә Алтай ҡурсаулығы тағы тарҡатыла.

1965—1967 йылдарҙа Себерҙең һәм башлыса СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең ғилми берләшмәһе, СССР географик йәмғиәтенең Алтай бүлеге, Алтай өлкә тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте элек булған Алтай ҡурсаулығы сиктәрендә Алтай ҡурсаулығын ойоштороу маҡсатҡа ярашлылығы тураһында мәсьәлә күтәрә.

1967 йылдың 24 мартында Алтай өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы башҡарма комитеты Алтай ҡурсаулығын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылда РСФСР Министрҙар Советы Алтай дәүләт ҡурсаулығын ойоштороу тураһында ҡарар сығара, ул 1967 йылдың 7 октябрендә быға тиклем булған ҡурсаулыҡ сиктәрендә ойошторола[3]. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Себер тауҙарында, Алтай Республикаһының Турочак һәм Улаган райондарында урынлашҡан. 1981 йылдағы урман төҙөлөшө буйынса майҙаны 881 238 гектар тәшкил итә. Территорияның төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан оҙонлоғо — 230 км, киңлеге 30-40 км, 75 км тиклем.

Алтай һәм Катунь ҡурсаулығы территориялары ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫы исемлегенә «Алтайҙың алтын тауҙары» исеме аҫтында индерелгән (1998).

2009 йылдың 27 майында Халыҡ-ара координация советының һәм биосфера программаһының 21-се сессияһы барышында Алтай ҡурсаулығын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары селтәренә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурсаулыҡ климаты континенталь, таулы. Рельеф үҙенсәлектәренә бәйле. Телец күле ярында ҡыш — Себерҙә иң йомшаҡ ҡыштарҙың береһе, ул ваҡыттағы ғәҙәти булған көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш фёналарҙың йоғонтоһона бәйле. Төньяҡ-көнбайыш елдәр, киреһенсә, һыуыҡ килтерә. Көньяҡта ҡышҡы температура түбәнәйә. Йәй, ҡурсаулыҡтың бейектә урынлашыуына бәйле, һалҡын. Төньяҡта дымлы, көньяҡта ҡорораҡ[4].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 13,4 21,4 29,3 33,0 34,3 36,9 34,7 29,1 23,2 15,9 14,1
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −7,1 −2,3 4,0 10,1 14,2 17,3 15,7 10,2 4,5 −2 −6,1
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −38,7 −28,8 −24,3 −10,1 −1,3 1,6 0,1 −4,9 −18,7 −33 −33,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм {{{Янв_ср_осад}}} 14 26 75 115 131 147 132 98 71 46 29
Сығанаҡ: [5][6]

Флораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөжәктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөтимәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һөйрәлеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антропоген йоғонто[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:ГЕОСЛ
  2. Комиссия РФ по делам ЮНЕСКО. Дата обращения: 6 июль 2017. Архивировано 6 июль 2017 года.
  3. История создания заповедника на официальном сайте. Дата обращения: 13 март 2011. Архивировано 22 октябрь 2010 года.
  4. Описание климата на сайте Алтайского заповедника. 2016 йылдың 25 март көнөндә архивланған. Также использованы данные метеостанций «Яйлю» на севере заповедника и «Кош-Агач» к югу от него
  5. ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД" Архивная копия от 31 июль 2017 на Wayback Machine. Метеостанция Яйлю.
  6. Абсолютные максимумы и минимумы температуры за всё время наблюдения из справочника "Климат России" Архивная копия от 6 апрель 2017 на Wayback Machine

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]