Катунь

Кату́нь[1] (көн. алт. Кадын) — Рәсәйҙең Алтай Республикаһында һәм Алтай крайында аҡҡан йылға, Обьтың һул һәм төп өлөшө. Йылға оҙонлоғо — 688 км[2]. Бассейн майҙаны — 60 900 км²[2].

Физик-географик характеристика

undefined

Катунь йылғаһы (алт.Ҡадын) Катунь һыртының көньяҡ битләүендә, Белуха тауы (Ҡадын Башы, Үч-Сумер- Өс Башлы тау) итәгендә, Геблер боҙлоғоноң көньяҡ сигендә башлана[3].

Үҙәненең дөйөм характеры буйынса, йылға өс участкаға бүленә: Үрге Катунь — башынан алып Кокса (Көк Суу)йылғаһына тиклем, оҙонлоғо 186 км[4]; Урта Катунь - Коксанан Оло Сумультаға тиклем, оҙонлоғо 206 саҡрым; Түбәнге Катунь - Оло Сумультанан алып Бия менән ҡушылыуға тиклем, оҙонлоғо 296 км.

Өҫкө өлөшөндә йылға көньяҡ һәм көнбайыш яҡтан Катунь һыртын урап үтә һәм 1000 м тиклем дөйөм түбәнәйеүгә һәм иң ҙур тайпылыштарға эйә. Был участкала Катуньға Катунь һыртының көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәренән, шулай уҡ Листвяга (Ҡыҙылҡарағай жотасы) һәм Холзун һырттарынан бик күп ҡушылдыҡтар ҡушыла. Урмандар бында ҡараңғы тайганан тора.

Урта Катунь, Коксанан Оло Сумультаға тиклем, бейек тау һырттары өлкәһендә үтә. Был участкала дөйөм түбәнәйеүе — 400 метр самаһы. Бында йылғаға боҙлоҡло туҡланыуы булған иң мөһим ҡушылдыҡтары ҡоя: Мульта, Кураган һәм башҡалар. Тюнгур ҡасабаһынан (алт.«Түнур»- бубен) түбәндәрәктән алып Аргут (алт.Арҡыт) йылғаһына тиклем Катунь (Ҡадын) йылғаһы һикәлтәле тарлауыҡ аша аға. Урман үҫемлектәренең составы буйынса Катуньдың урта өлөшөндә ҡарағас өҫтөнлөк итә.

Түбәнге Катунь, Оло Сумульта тамағына тиклем, урта тауҙар һәм тәпәш тауҙар өлкәһендә ята. Йылғаның дөйөм түбәнәйеүе - 400 метр самаһы. Үҙәндең өҫтөнлөк итеүсе характеры - киртләстәрҙең киңерәк үҫеше. Был участкала ҡушылдыҡтарҙан иң ҙуры булып Чемал һәм Сема йылғалары һанала. Тау битләүҙәренең баштарын башлыса ҡарағас биләй. Сумульта тамағынан башлап ҡарағайҙар күренә башлай.

Майма ауылынан түбәндәрәк Катунь дала йылғаһының характерына эйә була. Ағымдың инешенән алып тамағына тиклем дөйөм түбәнәйеү 2000 м тәшкил итә, шуға ла ағымдың тиҙлеге ҙур — 5-6 м/сек[5].

Бийск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 19 км алыҫлыҡта Бия менән тоташҡан урында Себерҙең иң ҙур йылғаларының береһе — Обь барлыҡҡа килә. Йылға көньяҡтан төньяҡҡа төрлө климат шарттары аша үтә. Йылға үҙәнендә дөйөм климат тенденцияһы көньяҡта климаттың һалҡыныраҡ һәм ҡорораҡ, ә төньяҡта яуым-төшөмдөң күберәк һәм йылыраҡ булыуы менән характерлана. Йылға үҙәндәре елгә дусар, унда йыш ҡына юлдарҙы көрт баҫа. Тау һырты тирәһендә ҡыш тыныс һәм ҡарлы. Урман битләүҙәрендә ҡарҙың ҡалынлығы метр ярымға етеүе ихтимал.

Ҡушылдыҡтары

undefined

Катуньдың дөйөм оҙонлоғо 708 км булған 254 ҡушылдығы бар. Иң күп һыулы ҡушылдыҡтар Алтай Республикаһы территорияның үрге һәм урта ағымында ҡабул ителә. Төп ҡушылдыҡтары:

Торама пункттар

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. Катунь (№ 0154182) / Реестр наименований географических объектов на территорию Алтайского края // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
  2. 1 2 «Катунь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Лист карты M-45-78 Кокколь. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
  4. Лист карты M-45-64. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1979 год. Издание 1985 г.
  5. Гидрография. abratsev.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2019. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.

Әҙәбиәт

  • Сапожников, В. В. Катунь и её истоки: путешествия 1897-1899 годов. — Томск: Паровая типо-литография П. И. Макушина, 1901. — 271 с.
  • Катунь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Катунь // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Һылтанмалар