Тунгус ҡурсаулығы

Тунгус ҡурсаулығы (рус. Тунгу́сский запове́дник) — тәбиғәт ҡурсаулығы, Красноярск крайының Эвенк районы биләмәһендә, Урта Себер яйлаһының үҙәк өлөшөндә, мәңге туңлыҡтың көньяҡ сигендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1995 йылдың 9 октябрендәге Ҡарарына ярашлы булдырылған. Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә. Үҙәк усадьбаһы Ванавара ҡасабаһында.

Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 296 562 гектар. Буфер зонаһының майҙаны — 20 241 гектар. Иң юғары нөктәһе ҡурсаулыҡтың төньяҡ-көнбайыш сигендә — диңгеҙ кимәленән 602,5 м бейеклектә урынлашҡан[1].

Климаты

Район юғары континенталь климат өлкәһенә ҡарай. Көндәлек һәм миҙгел һауа һәм тупраҡ температураһы ныҡ тирбәлә, яуым-төшөм бигерәк тә йәй көндәре аҙ. Ҡурсаулыҡта уртаса йыллыҡ һауа температураһы минус 6 °C. Вегетация осоро 110—120 көн дауам итә.

Йылдың берҙән-бер йылы айы — июль, уның уртаса температураһы 16°, айырым осраҡта көндөҙ һауа торошо яҡшы булғанда 30° һәм унан да юғарыраҡ күтәрелеүе мөмкин. Ҡышын температура минус 55 — 58°-ҡа етә. Кире температуралы көндәр һаны — 255.

1908 йылда метеорит төшөүе һөҙөмтәһендә тайга 2000 км² ашыу майҙанда йығыла һәм яна. Һәләкәт зонаһындағы тайга һуңғы 100 йылда яңыра[2].

Флора һәм фаунаһы

Урмандар ҡурсаулыҡ майҙанының 70, һаҙлыҡтар 15 — 20 % -ын биләй.

Әлеге ваҡытта биләмәлә ҡоштарҙың 145 төрө теркәлгән. Ҡурсаулыҡта һәм уға йәнәш аҡҡан Ташаҫты Тунгуска йылғаһында балыҡтарҙың 19-ҙан ашыу төрө осрай.

Балыҡтарҙан мыйыт, тугун, бәрҙе, суртан, сабаҡ, йомро сабаҡ, опто, гольян сабаҡ, ҡарабалыҡ, табан, шамбы, алабуға осрай. Хайуандарҙан мышы, һоро айыу, кеш, тейен, бүре, төньяҡ боланы, ҡоно киң таралған.

Тема буйынса өҫтәмә