Керженец ҡурсаулығы

Керженец ҡурсаулығы (рус. Ке́рженский запове́дник) (Федеральное Государственное Бюджетное Учреждение "Государственный Природный Биосферный Заповедник «Керженский») — Рәсәйҙең Түбәнге Новгород өлкәһенең Волга аръяғы төбәгенең һул яҡ ярындағы ҡурсаулыҡ[1]. Түбәнге Новгород-Волга аръяғы биосфера ҡурсаулығы составына инә.

1993 йылдың 23 апрелендә нигеҙ һалына. Майҙаны 46856,2 гектар тәшкил итә, шуларҙың 42210 гектары — урмандар, яҡынса 4000 гектары — һаҙлыҡтар. Ҡурсаулыҡ Керженец йылғаһының (Волганың ҡушылдығы) урта ағымы бассейнында, Бор ҡала округында һәм Түбәнге Новгород өлкәһенең Семёновский ҡала округында урынлашҡан.

Флора һәм фаунаһы

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә көньяҡ тайганың тәбиғәт комплекстары бар. Үҫемлектәр донъяһы башлыса ҡарағай (ҡурсаулыҡ майҙанының 60 % -ы) һәм ваҡ япраҡлы урмандарҙан (урман майҙанының яҡынса 35 % -ы) тора. Һаҙлыҡтары күп. Шыршы урмандары ҙур булмаған биләмәләрҙе биләй, улар башлыса Керженец йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Шыршы урманында тайга һәм япраҡлы урмандарға хас үҫемлектәр үҫә.

Ҡурсаулыҡ территорияһында 30-ға яҡын торф һаҙлығы һаҡланып ҡалған.

Бәшмәктәрҙең 385, лишайниктарҙың 207, ылымыҡтарҙың 841, мүк һымаҡтарҙың 218, көпшәле үҫемлектәрҙең 651 төрө теркәлгән. Бында Рәсәйҙең һәм Түбәнге Новгород өлкәһенең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән 68 төр үҫемлек һәм бәшмәк осрай.

Керженск ҡурсаулығы биләмәһендә 15 отрядтың 45 ғаиләһенә ҡараған 170 ҡош төрө бар[2]. 110 төрө оя ҡора, шуларҙың 30-ы ултыраҡ ҡоштар.

undefined

Хайуандар һәм ҡоштар (атап әйткәндә, элек ҡурсаулыҡ территорияһында йәшәгән рус йофары, аҡ ағуна, төньяҡ боландары[3]) популяцияһын тергеҙеү буйынса тәжрибәләр үткәрелә.

2002 йылда ҡурсаулыҡ «Түбәнге Новгород-Волга аръяғы өлкәһе» исеме аҫтында ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара биосфера резерваттары селтәренә индерелә[4]. Биосфера резерватына Краснобаковский, Воскресенский, Варнавинский, Воротинский һәм Лысковский муниципаль райондары, Түбәнге Новгород өлкәһенең Семеновский һәм Борский ҡала округтары территориялары инә.

Уның биләмәһендә, ҡурсаулыҡтан тыш, төбәк әһәмиәтендәге һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре: Воскресенское Поветлужье тәбиғәт паркы, Килемар һәм Варнавинск дәүләт заказниктары, 20 тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Биосфера резерватын үҫтереү буйынса партнерҙарҙың уртаҡ эшмәкәрлеген координациялауҙы Керженец ҡурсаулығы тормошҡа ашыра.

Иҫкәрмәләр

  1. Информационно-справочная система ООПТ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2016. Архивировано 17 март 2016 года.
  2. Бакка С. В., Киселёва Н. Ю. Птицы Керженского заповедника. — Нижний Новгород: Экоцентр «Дронт», 2014. — С. 3. — 48 с. — ISBN 978-5-9901653-9-7.
  3. НТА-Приволжье :: Заповедник "Керженский" в Нижегородской области планирует до конца 2016 года пополнить стадо северных оленей. www.nta-nn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2016. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
  4. NIJEGORODSKOE ZAVOLJE 2008 йылдың 21 май көнөндә архивланған. (инг.) — ссылка на страницу биосферного резервата «Нижегородское Заволжье» на сайте ЮНЕСКО

Тема буйынса өҫтәмә