Шор теле
Шор теле (рус. Шо́рский язы́к, шор. шор тили, тадар тили) — шор халҡы теле, Рәсәйҙең Кемерово өлкәһендә киң таралған — башлыса, Алтай тауҙарының төньяҡ итәгендә, Кузнецк Алатауында, Томь йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйында, Хакасия һәм Алтай Республикаһы сигендә йәшәйҙәр.
Шор телендә һөйләшеүселәр һаны — 6 меңдән ашыу кеше (2002, халыҡ иҫәбе).
Төрки телдәрҙең төньяҡ-көнсығыш төркөмө хакас төркөмсәһенә ҡарай.
Диалекттары
Ике диалектлы: мрас, йәки «з» менән һөйләшкәне әҙәби тел нигеҙендә ята ( 20-30-сы йй. ҡулланылған), икенсеһе - кондом, «й-диалект»; уныһы үҙ сиратында бер нисә һөйләшкә бүленгән. Мрас диалекты - хакас, ә кондом — төньяҡ алтай һөйләшенә ҡарай.
Шор яҙмаһы
Шор яҙмаһы 1927 йылдан урыҫ алфавитына нигеҙләнгән булған, һуңғараҡ, 1929—1938 йылдарҙа — латин графикаһы нигеҙендә эшләнгән булған. 1938 йылда кириллица нигеҙендә яңы алфавит төҙөлә.
1885 йылда миссионерҙар сығарған әлифба билдәле.
Хәҙерге шор алфавиты:
| А а | Б б | В в | Г г | Ғ ғ | Д д | Е е |
| Ё ё | Ж ж | З з | И и | Й й | К к | Қ қ |
| Л л | М м | Н н | Ң ң | О о | Ӧ ӧ | П п |
| Р р | С с | Т т | У у | Ӱ ӱ | Ф ф | Х х |
| Ц ц | Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь |
| Э э | Ю ю | Я я |
Лингвистик мәғлүмәттәр
Фонетика
Шор фонетикаһында 16 һуҙынҡы һәм 25 тартынҡы фонема. Һуҙынҡылар оҙон һәм ҡыҫҡа әйтелешле: ҡыҫҡа (а, э/е, ы, и, ӧ, ӱ, о, у) һәм оҙон (аа, ээ/ее, ыы, ии, ӧӧ, ӱӱ, оо, уу).
баҫым көс һалып әйтелә. Һуҙынҡылар гармонияһы күҙәтелә.
Һуҙынҡылар
| Алғы рәт | Артҡы | ||
|---|---|---|---|
| Ябыҡ | и [i] ии [iː]
ӱ [y] ӱӱ [yː] |
ы [ɯ] ыы [ɯː] | у [u] уу [uː] |
| Урта | e [e] ee [eː]
ö [ø] öö [øː] |
o [o] oo [oː] | |
| Асыҡ | a [a] aa [aː] | ||
Тартынҡылар
| Билабиаль | Денталь | Латераль | Палаталь | Веляр | ||
|---|---|---|---|---|---|---|
| Плозивтар | Тауышһыҙ | п [p] | т [t] | к [c] | қ [k] | |
| Тауышлы | б [b] | д [d] | г [ɟ] | ғ [ɡ] | ||
| Фрикатив | Тауышһыҙ | c [s] | ш [ʃ] | x [x] | ||
| Тауышлы | з [z] | ж [ʒ] | ||||
| Аффрикат | Тауышһыҙ | ч [tʃ] | ||||
| Тауышлы | ҷ [dʒ] | |||||
| Назаль | м [m] | н [n] | ң [ŋ] | |||
| Ликвидлы | p [r] | л [l] | ||||
| Аппроксимант | й [j] | |||||
Ижек
Ижектәрҙең асығы ла (V, CV), ябығы ла (VC, CVC, VCC, CVCC) осрай. Урыҫ теленән үҙләштерелгәндәрендә бөтә төрө лә булыуы мөмкин.
Телде өйрәнеү
Шор телен өйрәнгән сит ил кешеләре
Әҙәби тел
Шор телендә Чиспияков Фёдор Степанович ижад иткән (1906—1978)
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/per-itog/tab6.xls
- ↑ Ethnologue — 25 — Даллас: SIL International, 2022.
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Донидзе Г. И. Шорский язык / Языки мира. Тюркские языки. — М., 1997., стр. 498-499.
- ↑ Тадар Тили - Уроки от Л.И.Чульжановой 2020 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Кафедра русского языка, литературы и методики обучения НФИ КемГУ 2020 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Информация о гранте РФФИ язык и регионы, опыт комплексного филологического исследования 2019 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Амзоров М. П. Грамматика шорского языка. Новокузнецк, 1992.
- Дыренкова Н. П. Грамматика шорского языка. М.:Л., 1941.
- Курпешко-Таннаташева Н. Н., Апонькин Ф. Я. Шорско-русский и русско-шорский словарь. Кемерово 1993.